«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » ТАУЛЫ АЛТАЙҘАН – ЕҢЕҮ МЕНӘН!



22.06.2015 ТАУЛЫ АЛТАЙҘАН – ЕҢЕҮ МЕНӘН!

ТАУЛЫ АЛТАЙҘАН – ЕҢЕҮ МЕНӘН!Йәшлек үҙенең еңеүҙәре менән ҡәҙерле. Йәш саҡта яуланған тәүге еңеүҙәр ке­шене көслөрәк итә, тормошта еңеүсе булырға өйрәтә.
Быйылғы яҙ БДУ-ның Стәр­летамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультеты студенттары өсөн дә ҡы­уаныслы булды. Беҙҙең команда Таулы Алтай ҡа­лаһында үткән “Филология. РФ халыҡтарының телдәре һәм әҙәбиәте (төрки телдәр төркөмө)” тип аталған Бөтә Рәсәй олимпиадаһында бе­ренсе урын яулап ҡайтты. Был ҙур еңеүгә үҙ өлөшөн индергән һәр студент төрлө номинацияларҙа еңеүсе бул­ды: Нәғим Һөйөнов – “Төрки халыҡтар телдәренең теорияһын иң яҡшы белеүсе”, Алина Садиҡова – “Төрки халыҡтар фонетикаһын иң яҡшы белеүсе”, Лариса Хәмитова – “Төрки халыҡтар­ҙың фольклорын иң яҡшы белеүсе”, Розалина Солтан­гәрәева – “Әҙәбиәт ғилемендәге тикшеренеү методтарын иң яҡшы белеүсе”, Гөлшат Ғәйнуллина – “Төрки халыҡтар мәҙәниәтен иң яҡшы белеүсе”. Олимпиада барышында уҙғарылған ғилми эштәр конкурсында ла тәүге өс урынды беҙҙең студенттар – Алина Садиҡова, Руслан Камалов, Әлфиә Фазлыева яуланы.
– Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Таулы Алтай дәүләт университеты тарафынан ойошторолған мәртәбәле олимпиадала беҙ етенсе йыл рәттән ҡатнашабыҙ, йыл һайын призлы урындар яулай инек. Быйылғы йыл беҙҙең өсөн бигерәк тә уңышлы булды. Таулы Алтай университеты менән килешеү нигеҙендә студенттарыбыҙ олимпиаданан һуң унда стажировка ла үтә. Ә Алтай студенттарын беҙ көҙгә, Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһына һәм стажировкаға көтәбеҙ, – тине башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Зөһрә Иҙрис ҡыҙы Сәләхова.
Алыҫ яҡтарҙан ҙур уңыштар менән ҡайтҡан студенттар үҙҙәренең тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты.
– Олимпиаданың әһәмиәтен нимәлә күрәһегеҙ?
Нәғим. Төрки халыҡтарҙың тәүтөйәге Алтай тиҙәр. Олимпиада башҡорт, татар, хакас, тыва, алтай, яҡут, ҡаҙаҡ студенттарын бергә туплай. Йөҙгә лә оҡшаш, телдәр ҙә яҡын булғас, һин үҙеңде оло ғаиләнең бер вәкиле итеп тояһың.
Лариса. Ысынлап та, сара ҡәрҙәш халыҡтарҙың йәштәре менән аралашыу, дуҫлашыу мөмкинлеген бирә. Белемде һынап ҡарау күңелдәрҙә ғәм һәм сәм уята.
Гөлшат. Үҙең дә һиҙмәҫтән, үҙеңде башҡалар менән сағыштыраһың. Һәр кем үҙ туған телен­дә һөйләй, үҙ туған телендә йырлай, ә бөтәһенә лә аңлашыла. Ҡыҙыҡ бит.
– Үҙегеҙҙе тиңдәр араһында тиң итеп тойоу шатлығын кисереп ҡайттығыҙ, тимәк. Төрки халыҡтар йәштәре генә йыйыл­ған ҡор бик үҙенсәлекле. Ниндәй ул төрки йәштәр? Уларҙа һәм үҙегеҙҙә бигерәк тә ниндәй сифаттарға иғтибар иттегеҙ?
Алина. Беҙ барыбыҙ ҙа – баҫал­ҡы, ихлас, матур күңелле халыҡ. Олимпиадала бер нисә көн эсендә шул тиклем яҡынайып, туғандарса аралашыу бәхетен татыныҡ.
Нәғим. Мин йәштәрҙең сәйәхәт итергә яратыуына иғтибар иттем. Уларҙың белемгә ынтылған көслө студенттар, сәләмәт тормош яҡлы булыуы, матур итеп ял итә, күңел аса белеүе оҡшаны.
Розалина. Олимпиадаға рухлы йәштәр йыйылған. Уларҙың һәр береһе үҙ милләте, теле өсөн ғорурлыҡ менән йәшәй, улар намыҫын олимпиадала белеме менән, тормошта рәхәтләнеп үҙ телендә аралашыуы менән яҡлай.
Гөлшат. Тап ошо сифат уларҙа эске азатлыҡтың көслө булыуына килтерәлер. Ихлас һәм иркен аралашалар, тормошта кинәнеп йәшәй беләләр. Шуныһы һоҡландырҙы.
– Алтай тәбиғәте Башҡортос­танды хәтерләтәме? Халыҡтың тәбиғәткә мөнәсәбәте беҙҙекенән айырыламы?
Розалина. Таулы Алтай – тауҙар уратып алған ҙур булмаған ҡала. Һауа һулап туйғыһыҙ, ауылға ҡайт­ҡандай булып китә. Ҡала эсендә саф һыулы шишмәләр аҡҡаны ла ғәжәп.
Алина. Тугая тауына күтәрелеп, ҡаланың матурлығына һоҡландыҡ. Чемал районына экскурсияға барҙыҡ. Ул яҡтар, ысынлап та, Башҡортостандың Бөрйән, Белорет райондарын хәтерләтә.
Гөлшат. Алтайҙар үҙҙәре тәбиғәткә бик һаҡсыл, хатта изгеләштереп ҡарай. Уларҙа, бе­леүемсә, тәбиғәткә насар уй менән сығыу тыйыла. Тәңрегә инаныу, мәжүсилек дине һыҙаттары һаҡланғанға күрә алтайҙар тәбиғәттең йәне бар тип иҫәпләй. Төп йылғаны – катунды ла улар ҡатын һынында күрә.
Лариса. Чемалға барғанда, алтайҙар беҙгә үҙҙәренең йырҙарын йырланы. Легенда мотивтарына ҡоролған был йырҙарҙа халыҡтың тәбиғәткә мөнәсәбәте лә, мәҙәни кимәле лә күренә. Береһе бигерәк тә хәтеремдә ҡалды: бер-береһен яратҡан йәштәр, төрлө һынауҙарҙы үтһәләр ҙә, ата-әсәләре ризалығын ала алмағас, бергә була алмай. Егет үләнгә әйләнеп ерҙә ҡалһа, ҡыҙ йондоҙға әйләнеп күккә аша.
– Алтайҙан киләсәккә ниндәй маҡсаттар менән ҡайттығыҙ?
Нәғим. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнамай, күберәк сәйәхәт итергә, даирәне киңәйтергә, дуҫтар табырға, донъяны танып-белергә кәрәк, тигән уйҙамын.
Розалина. Таулы Алтай ҡалаһында кешеләр бер-береһенә ҡарата мәрхәмәтле мөнәсәбәттә йәшәй. Улар беҙҙе тормошто яратырға һәм тойорға өйрәтте.
Гөлшат. Олимпиадаға барыу иңебеҙгә ҙур яуаплылыҡ һалды. Беҙ бәйгелә факультетыбыҙҙың, вуздың, Башҡортостандың на­мыҫын яҡланыҡ. Киләсәктә үҙеңде үҫтерергә, уҡырға, камиллашырға сәм уятты.
Алина. Сәфәр беҙҙе аралашыу­ҙың, дуҫлыҡтың, теләктәшлектең ҡәҙерен белергә өйрәтте. Үҙе­беҙҙе – төрлө курс студенттарын – олимпиада бер команда, бер көс итте. Беҙгә Таулы Алтай ҡалаһына барыу мөмкинлеге биргән БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры Алексей Алексеевич Ковальскийға, баш­ҡорт филологияһы факультеты деканы, профессор Зөһрә Иҙрис ҡыҙы Сәләховаға, беҙҙе олимпиадаға әҙерләүсе башҡорт теле һәм башҡорт әҙәбиәте кафедралары уҡытыусыларына, команда етәксеһе, әсәйҙәрсә хәстәрләүсе профессор Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Әбүталиповаға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
– Еңеүҙәрегеҙ менән ҡотлайбыҙ, студенттар! Уңыштар теләйбеҙ!

Рита ФӘТҠУЛЛИНА.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға