«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Уңыш сере – яҡшы мөхит булдырыуҙа



10.04.2015 Уңыш сере – яҡшы мөхит булдырыуҙа

Уңыш сере – яҡшы мөхит булдырыуҙаУңыш сере – яҡшы мөхит булдырыуҙаКеше тормошон мәктәпһеҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Бала нәҡ ошонда ғилем донъяһына юл ала, холоҡ-фиғеле формалаша, үҙен шәхес булараҡ үҫтерә. Уның артабанғы үҫешендә, йәғни ысын кеше булып китеүендә бындағы белем һәм тәрбиә нигеҙенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Әбйәлил районының Буранғол урта мәктәбе лә бай рухлы, физик яҡтан сәләмәт, ижади фекерләүсе, төплө белемле, тәртипле уҡыусыларҙы берләштерә. Райондағы алдынғы белем усағының уңыш серен асыу ниәтендә мәктәп тормошо менән яҡындан таныштыҡ.

Кәңәшле эш – тарҡалмаҫ

Буранғол урта мәктәбе директоры Ринат Моратов белем усағына 15 йыл етәкселек итә. Өс тиҫтә йылдан ашыу эш стажы булған педагог хеҙмәт юлының күпселек өлөшөн туған мәктәбенә арнаған. Педа­гогик һәләте, юғары сифатлы белем һәм тәрбиә биргәне, уңышлы идара иткәне өсөн ул хеҙмәттәштәре һәм уҡыу­сылар араһында ҙур абруй яулаған.

– Ринат Әкрәм улы, мәктәп менән яҡындан таныштырып үтегеҙ әле?
– Башта мәктәп тарихына байҡау яһайыҡ. Белем усағы 1920 йылда асыла. Ул замандарҙа уҡытыу мәсеттең бер бүлмәһендә алып барыла. Аҙағыраҡ уҡыу йорто булып хәлле кешеләрҙең һәм уҡытыусыларҙың йорттары хеҙмәт итә. 40-сы йылдарҙа балалар һаны 164-кә барып етә. 1975 йылда ауылда урта мәктәп – ике ҡатлы яңы бина ҡал­ҡып сыға. Бөгөн Буранғол, Һәйет­ҡол, Ишкилде, Мәйгәште, Исҡаҡ, Шәрип ауылдарынан 236 уҡыусы белем ала. 22 педагог сифатлы белем һәм тәрбиә бирә. Улар араһында Рәсәй Феде­рацияһы һәм Башҡортостан Рес­публикаһының дәүләт наградаларына, Мәғариф министрлыҡтарының маҡтау грамоталарына лайыҡ булыусылар бар.
Мәктәптә Нурсилә Мөхәммәтова, Клара Килдейәрова, Илүзә Усма­нова, Әлфиә Мөхәмәт­йәнова, Са­ния Моратова, Луиза Усманова, Рәмзилә Фәттәхова, Зарифа Муси­на, Сәүҙә Шәһивәлиева, Рәй­лә Хәсәнова, Гөлсиә Хәсәнова, Гөлшат Ғәбитова, Миңзәлә Сәл­мә­нова, Ирәмән Ямалов, Байрам Фәс­хетдинов, Вил Мөхәммәтов, Фирүзә Ғималова, Айгөл Фәт­тәхова, Гөлназ Заһитова, Роза Ғәбитова, Земфира Хә­лимова, Ислам Ҡадиров кеүек көслө, үҙ эшен яҡшы белгән педагогтар булмаһа, юғары күрһәткестәргә өлгәшә алмаҫ инек. Улар йәш уҡытыусыларға юл күрһәтә, эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Тағы ла шуныһы: белем усағында 45 баланы һыйындырған интернат эшләй. Унда уҡыусыларҙы Илнур Ғималов менән Рәбиға Ялалова тәрбиәләй.

Уңыш сере – яҡшы мөхит булдырыуҙаУңыш сере – яҡшы мөхит булдырыуҙаУңыш сере – яҡшы мөхит булдырыуҙа– Бөгөн балаларҙы тәрбиәләү еңелдән түгел. Үҫеп килеүсе быуынды йәмғиәттә хөкөм һөргән заман афәттәренең ялмап алыуы етмәгән, компьютер йә интернет кеүек заман технологиялары ла үҙенә ауҙарып ҡуя. Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән мәктәптә ниндәй саралар күрелә?
– Башта шуны әйтер инем: беҙҙең мәктәптең тәрбиәүи үҙенсәлеге – бығаса һаҡланып килгән изге йолалар, халыҡ традициялары нигеҙендә рухи тәрбиә биреү. Был юҫыҡта ҡурай, фольклор, бейеү, “Оҫта ҡулдар” түңәрәктәре һәм милли көрәш секцияһы уңышлы эшләп килә. Шулай уҡ малай-ҡыҙҙарҙың еңел атлетика, хоккей, гер спорты буйынса ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү ҙә иғтибар­ға алынған.
Буранғолдар Башҡортостанда ғына түгел, хатта ил кимәлендә оҫта кейеҙ баҫыусы булараҡ дан яулаған. Мәктәптәге “Оҫта ҡулдар” түңәрәгенең ошо йүнәлештә эш алып барыуы юҡҡа ғына түгел. Флүзә Ғилманова етәкселегендә уҡыусылар туҡтауһыҙ эҙләнә. Уларҙың биҙәкле кейеҙҙәргә, йөндән һалынған картиналарға, сувенир кеүек әйберҙәргә тотоноуы эштең кимәлен күтәрмәй ҡалмай.

– Ошо өлкәләге уңыштарығыҙ ҙа байтаҡ ҡына, буғай…
– Уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар Миләүшә Хашимова һәм тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫар Нәйлә Ғибәҙәтова һәм барлыҡ уҡытыусылар тырышлығы һөҙөмтәһендә әленән-әле уңыш­тар­ға өлгәшеп торабыҙ. Төрлө йылдарҙа “Йыл мәктәбе”, “Матур мәктәп”, “Әүҙем мәктәп” тигән исемдәргә лайыҡ булғанбыҙ икән, был коллективтың берҙәмлеге һәм бер төптән егелеп эшләүе хаҡында һөйләй.
Уҡытыусының төп бурысы – уҡыу­сының һәләтен асыу һәм үҫтереү. Был бик мөһим, тип әйтер инем, сөнки уның оялсан булыуы сәбәпле, күҙгә салынмауы ла мөмкин. Ә педагог төрлө форма һәм ысулдар менән уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын асыҡларға тейеш.
Мәктәп уҡыусылары “Һаумы, һаумы, әкиәт”, “Урал батыр” йәш сәсәндәр бәйгеләрендә, төрлө ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып тора. Еңеүҙәр иһә балалар күңеленә осҡон һала, яңыларына дәртләндерә, тормошта аныҡ маҡсаттар ҡуйыр­ға ярҙам итә. Малай-ҡыҙҙар­ҙың республиканың матбуғат баҫмалары менән бәйләнеште өҙмәүе ҡы­уандыра. Төрлө йылдарҙа уҡыусыларыбыҙ “Йән­шишмә” гәзитенең һәм “Аманат” журналының “Йәш хәбәрсеһе” исемен алыуға иреште, бөгөн дә мәртәбәле исемде йөрөтөүселәр бар.

Тәртип бар ерҙә һөҙөмтә лә булыр

Ринат Әкрәм улы менән белем усағы буйлап экскурсияға сығабыҙ. Бөхтә ҡулдар тейгәне һәр ерҙә лә күренеп тора. Фойела сәскә-гөлдәр балҡып торһа, стенала иһә кәрәкле мәғлүмәт урын алған. Әйткәндәй, мәктәптең эстән дә, тыштан да ялтырауының сере шул: былтырғы уҡыу йылында район хакимиәте хәстәрлеге менән капиталь ремонт башҡарылған. Балаларға заманса белем биреү йәһәтенән барыһы ла – компьютер класы булһынмы йәиһә китапхана, лабораториялармы – тейешенсә йыһазландырыл­ған. Бындай мөмкинлектәр барҙа уҡыусыларға тырышып уҡырға ғына ҡала.
Бер мөйөштә “Оҫта ҡулдар” түңәрәге ағзаларының ҡул эштәренән торған күргәҙмәгә һоҡланмай булдыра алманыҡ. Ябай ғына йөндән ниндәй генә мөғжизә тыуҙырылмаған! Мәктәп директоры менән шул эштәргә йән өргән 7“б”-ларҙың хеҙмәт дәресенә йүнәләбеҙ.
– Хеҙмәт дәресен көтөп алабыҙ. Төрлө әйберҙәр эшләйбеҙ. Бигерәк тә атай-әсәйҙәребеҙгә, туғандарға сувенирҙар рәүешендә бүләктәр яһап биреү оҡшай, – ти уҡыусылар.
Уҡытыусылар бүлмәһендә иһә, оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле педагогтар менән бер рәттән, йәштәрҙең дә булыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Физика-математика серҙәренә төшөндөргән Гөлиә Хисмәтова менән информатика уҡытыусыһы Розалия Фәйезо­ва былтыр ғына хеҙмәт юлын башлаһа, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Нурания Оморҙаҡова баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса практика үтә икән.
– Дәрестәремде уҡыусыларға ябай һәм аңлайышлы итеп еткерергә тырышам. Йыш ҡына заманса технологияларҙы ҡулланырға тура килә, – ти йәш уҡытыусы Гөлиә Сәғит ҡыҙы.
– Ошо өлкәлә тәжрибә туплаған коллегаларыбыҙҙың һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуын билдәләр инем, – тип рәхмәтен дә еткерә Розалия Фәйезова.
Спорт менән шөғөлләнеүсе малай-ҡыҙҙарҙың күп булыуын иҫәпкә алып, бер нисә йыл элек интернат бинаһында ла спорт залы асып ебәргәндәр. Ике йыл элек кенә асылған тренажер залына ҡыҙҙар ҙа теләп йөрөһә, милли көрәш секцияһы малайҙар араһында иң ылыҡтырғыс спорт төрө иҫәбендә.
– Егеттәр, район бәйгеләренән тыш, төбәк-ара һәм республика кимәлендә еңеүҙәр яулап тора, – ти тренер Хәлит Хәсәнов.
– Көрәш менән 9-сы кластан һуң ҡыҙыҡһына башланым, – тип әңгәмәгә ҡушыла йәш көрәшсе Мансур Ялалов. – Ярыштарҙа күп ҡатна­шыр­ға тура килә. Төрлө саҡтар була: еңәһең дә, еңеләһең дә. Барыһын да үткәрә белеү мөһим: сөнки еңелеүҙәр ҙә сынығырға ярҙам итә.
Мәктәп менән интернат араһында шайба һуғып йөрөгән хоккейсыларҙы ла тап иттек.
– Ҡар иреп бөтөүгә күп ҡалманы, шуға күрә уйнап ҡалырға ине, – ти улар шаярыу ҡатыш.
Тренер Ирәмән Ямалов әйтеүенсә, өс йыл элек барлыҡҡа килгән хоккей командаһы район кимәлендәге ярыштарҙа көсөн һынап өлгөргән дә инде. Электән көслө уйындары менән танылған командалар менән тиң уйнауҙары – үҙе үк уңыш.

Баймаҡтар, Буранбай, тип күкрәк ҡаҡһа, Әбйәлилдәр Буранғол менән ғорурлана…

Бындай һүҙҙәрҙе халыҡ ауыҙынан йыш ишетергә тура килә. Шулай булмай, Буранғол мәктәбе республика мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән күренекле уҡыусылары менән лайыҡлы ғорурлана. Cалауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Әбүшаһманов, медицина фәндәре кандидаты Нәжип Аҡбулатов, БДУ доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары Рәмзил Сәл­мәнов менән Шәһит Хамматов, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Ринат Баймырҙин, иҡтисадсы Наил Мырҙагилдин, Башҡортостан юл­даш телевидениеһы хеҙмәткәре Динара Әхмәтова нәҡ ошонда ҡанат нығытҡан, белем алған, һәләттәрен асҡан.
Халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һәм тарихын төптән өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған Буранғол мәктәбе бына шундай ынтылыштар, артылыштар һәм еңеүҙәр менән йәшәй.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға