«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Электрон мәктәп нимәнән башлана?



14.03.2015 Электрон мәктәп нимәнән башлана?

Мәғарифтағы инновацион практикалар буйынса республика фестивалендә ҡатнашыусылар тап ошо һорауға яуап таба алды.

БР Мәғарифты үҫтереү институтында үткән сарала ғалимдар, методистар, мәктәп һәм балалар баҡсалары педагогтары, IT өлкәһе менән ситтән тороп белем биреү технологиялары белгестәре – йәмғеһе 419 уҡытыусы ҡатнашты, улар иң алдынғы яңылыҡтар менән танышты.
Фестиваль педагогик, техник һәм идара итеү инновациялары йүнәлештәре студияларында барҙы. Унда уҡыу-уҡытыу, тәрбиә биреү өлкәһендәге иң һуңғы алымдар менән танышыу, һөнәри оҫталыҡты арттырыу мөмкинлеге булды.
Техник инновациялар студияһын айырым билдәләге килә. Һуңғы йылдарҙа мәктәп уҡытыусыһына эшендә компьютер проекторы кеүек ҡорамалдар ҙур ярҙамсы. Уларға компьютер, интернет, медиаплеер то­таштырып була. Ҙур экранға сы­ғарыл­ған һүрәт, видеояҙмалар балаларҙың иғтибарын йәлеп итә, уҡыу теләге уята. Күргәҙмәлә тап ошондай ҡорамалдар урын алғайны. Бында хатта биология дәресе микроскобы ла яңыса ине. Уға ҙур, төҫлө экран ҡуйылған, күҙәнәк йәки башҡа есемдең ҙурайтылған һүрәтен компьютер хәтеренә күсерергә, фотоға, видеоға төшөрөргә мөмкин. Ә глобус­ҡа махсус ҡәләм менән ҡағылып, һәр ҡитға, диңгеҙ, илдәр тураһында мәғлүмәт алырға була. Интерактив таҡтала ла аҡбур урынына төрткө-стилус ҡулланыла. Ул компьютер «сысҡаны» ролен үтәй. Һөҙөмтәлә уҡыусылар белемде үҙҙәре ала, уҡытыусы тик дөрөҫ йүнәлеш кенә бирә.
Робот техникаһын тәҡдим иткән белем биреү учреждениелары ла булды. Салауат районының Малаяҙ ауылының башҡорт гимназияһы, Өфө ҡалаһының Дим районында урынлашҡан 102-се башҡорт гимназияһы, Республика иҡтисад лицей-интернаты һәм Салауат ҡалаһының 1-се гимназияһы вәкилдәре, алдан яҙылған программаға ярашлы, үҙаллы хәрәкәт иткән “Arduino” системалы роботтарҙы күрһәтте.
Педагогик инновациялар студияһында булыусылар мәктәпкәсә, өҫтәмә белем биреү, дәрестән тыш эшмәкәрлек, дөйөм белем биреү өлкәләренә ҡағылды. 41 мәктәптән килгән сығыш яһаусылар иң алдынғы технологиялар менән таныштырҙы.
Идара итеү инновациялары студияһында, исеме үк әйтеп тороуынса, идара итеү буйынса 12 практика төрө ҡаралды. Сығыш яһаусылар заманса мультимедиа алымдарына ҡоролған проекттарын күрһәтте.
Был көндө шулай уҡ панелле дискуссия үткәрелде. Был эксперттар һәм тамашасылар араһындағы заманса һөйләшеүҙе аңлата. БР Мәғариф министрлығы, Информа­тика­лаштырыу буйынса дәүләт комитеты, Электрон белем биреү ассоциацияһы, юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәрҙән килгән вәкилдәр, электрон мәктәп нимәнән башлана, тигән һорауға яуап эҙләне.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға