«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » «ҮҘЕҢ БУЛЫП ҠАЛ!»



07.11.2014 «ҮҘЕҢ БУЛЫП ҠАЛ!»

«ҮҘЕҢ БУЛЫП ҠАЛ!»
УРАЛ ЯҠУПОВ
Йәшәү урыны: Владивосток ҡалаһы.
Тыуған ере: Өфө ҡалаһы.
Йәше: 23.
Белеме: Алыҫ Көнсығыш федераль университеты (Японияны өйрәнеү факультеты), Nara University of Education, Япония (бер йыллыҡ стажировка).
Ял өсөн иң яҡшы урын: дуҫтары янында.
Ҡыҙыҡһыныуҙары: аш-һыу.
Девиз: “Үҙең булып ҡал!”

Владивосток ҡалаһында Японияны өйрәнеү факультетында уҡып йөрөүсе Урал Яҡупов бер нисә тапҡыр Японияла стажировкала булған. Сит илдең телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү егеткә үҙ шәжәрәһен, халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен тәрәнерәк өйрәнергә этәргес биргән.

Bashkort 2.0. Урал, һөйләп ебәр, әлеге ваҡытта нимә менән шөғөлләнәһең?
Урал. Ваҡытымдың иң күп өлөшөн уҡыуға һәм үҙ-үҙем өҫтөндә эшләүгә бүләм. Ваҡыты-ваҡыты менән яҙма һәм телдән тәржемәләр яһайым.

Bashkort 2.0. Ни өсөн Япония менән бәйле һөнәргә өйрәнергә булдың?
Урал. Бала саҡта сит илдәргә йөрөгәнем булманы, ә мәктәптә башҡа телдәрҙе өйрәнеү бигерәк тә оҡшай ине. Айырыуса инглиз теле күңелемә яҡын булды. Мәктәпте тамамлағас, тағы ла бер сит ил телен өйрәнергә ҡарар иттем. Ғәрәп һәм япон телдәре араһынан һайланым, әммә күберәк ғәрәп теленә тартылдым. Уҡырға ингән саҡта Алыҫ Көнсығыш федераль университетына махсус йүнәлтмә аша инергә мөмкинлек тыуҙы. Тик унда ғәрәп йүнәлеше юҡ, ҡытай, япон һәм корей теле генә бар ине. Ошо уҡ ваҡыттараҡ “Һуңғы самурай” тигән фильмды ҡарағайным. Унда күрһәтелгән япон халҡының мәҙәниәте һәм йәшәйеше мине шул тиклем аптыратты, хатта уйлап та тормайынса япон телен өйрәнергә булдым һәм 2009 йылдың сентябрендә Владивостокта инем. Хәҙер был ҡарарыма һис тә үкенмәйем.

Bashkort 2.0. Был йүнәлеш буйынса уҡыуы ауырмы?
Урал. Әгәр ҙә һин үҙ маҡсатыңды аңлап, бөтә көсөңдө һалып уҡыһаң, ниндәй һөнәргә булһа ла уҡыуы ҡыйын буласаҡ. Әлбиттә, уҡыуҙың ҡайһы бер үҙенсәлектәре лә бар. Мәҫәлән, бик күп иероглифты ятлар­ға тура килә. Рус студенттарының күбеһенә япон грамматикаһын ҡабул итеүе ҡыйын. Ә беҙгә, башҡорттарға һәм татарҙарға, грамматика еңелерәк бирелә, сөнки беҙҙекенә оҡшаған.

Bashkort 2.0. Урал, ни өсөн Мәскәү йәки Санкт-Петербургты түгел, ә Владивосток ҡалаһын һайланың?
Урал. Үрҙә әйткәндәремә тағы ла бер факторҙы өҫтәр инем. Ул да булһа Владивостоктың мин өйрәнгән илгә бик ныҡ яҡын урынлашыуы.

Bashkort 2.0. Башҡортостанға йыш ҡайтаһыңмы? Тыуған йорттан шундай алыҫ булған саҡта башҡорт теле онотолмаймы?
Урал. Йылына бер тапҡыр ҡайтып торам. Телгә килгәндә, практика булмаһа, бөтә телдәр ҙә онотола. Дөрөҫөн генә әйткәндә, үҙ телем дә яйлап онотола башланы. Сөнки ситкә китер алдынан да, аңлаһам да, башҡортса бик һирәк һөйләшә инем. Быға хәҙер бик үкенәм. Һәм бына Владивостокта йәшәп, япон телен өйрәнә башлағас, үҙемдең туған телемә, уны һәм шәжәрәмде өйрәнеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм теләк уянды.

Bashkort 2.0. Японияға ниндәй маҡсат менән, нисә тапҡыр барыуың тураһында һөйләп үтһәңсе... Ниндәй тәьҫораттар ҡалды?
Урал. Японияға эш буйынса ла, уҡыу буйынса ла стажировкаға бер нисә тапҡыр барырға тура килде. Тәьҫораттар – ул икенсе бер донъя­ға килеп эләккән һымаҡ. Мәҙәниәте һоҡландыра, әлбиттә. Уның хаҡында күп һөйләргә була. Шуға был өлкәгә ҡағылышлы китаптар уҡырға кәңәш итәм. Миңә уларҙың тәбиғәткә ҡарашы оҡшай. Бөтә нәмә лә экологик яҡтан таҙа: урамдар, өйҙәр һ.б. Әммә япондарҙың дельфиндарҙы үлтергән йолалары мине ҡайғырта. Сөнки беҙ бит бөтәбеҙ ҙә – тәбиғәт балалары. “Беҙ” тип ерҙәге бөтә тереклекте әйтәм. Унда тере булмаған матдәләрҙе лә индерергә мөмкин, әгәр теләһәгеҙ.

Bashkort 2.0. Урал, сит илдә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы осратырға тура килә?
Урал. Мәҙәниәтте аңламау, дөрөҫөрәге, төрлө илдең мәҙәниәтенең айырмалығы. Мәҫәлән, мин стажировка үткән ерҙә сит илдәр­ҙән халыҡ күп булды. Шуға күрә ҡайһы бер саҡта аңлашылмаусанлыҡтар тыуып торҙо. Бындай ваҡытта икенсе мәҙәниәтле кешеләрҙең үҙенсәлектәрен аңларға тырышаһың. Ә был үҙ сиратында һинең үҙеңде һәм мәҙәниәтеңде нығыраҡ белергә ярҙам итә.

Bashkort 2.0. Япондар беҙҙең ил халҡынан, башҡорттарҙан нимәһе менән айырыла?
Урал. Донъяны икенсе төрлө күрәләр. Шулай уҡ улар бер ҡасан да тураһын әйтмәйҙәр. Тура бирелгән һорауға уратып, оҙон-оҙаҡ һөйләп тә, кәрәкле яуапты әйтмәүҙәре мөмкин. Мәҫәлән, япондар менән аралашҡанда, уларҙы киноға йәки кафеға алып барырға тырышҡанда: “Ҡасан барабыҙ?” – тип һораһам, икенсе юлы, тип яуап ҡайтара торғайнылар. “Икенсе юлы ҡасан була?” тигән һорауға улар, һеҙгә икенсе ваҡыт әйтербеҙ, ти. Шуға күрә ҡасан ул ваҡыт килеп етерен аңлап та булмай.
Япондар һеҙҙе яратмаһа йәки уларға оҡшамаһағыҙ, улар бер ҡасан да был турала күҙегеҙгә ҡарап әйтмәйәсәк. Киреһенсә, бик итәғәтле итеп аралашыуҙы дауам итәсәктәр. Рәсәйҙә, ҡағиҙә булараҡ, кеше менән дуҫлашып китеп, уның һеҙгә эс- серҙәрен асыр өсөн күп ваҡыт та кәрәкмәй. Ә япондар бик оҙаҡ һынаясаҡ, ышанырғамы әллә юҡмы, тип уйлаясаҡ, бигерәк тә әгәр һеҙ сит ил кешеһе булһағыҙ.
Минең менән шундай хәл булды. Һөйләшеүҙәр ваҡытында тәржемәсе булып эшләгәндә рус телен белеүемә шикләнделәр. Сөнки рустар яғынан тура ҡуйылған һорау­ға япон яғы бик күп итеп һөйләп яуап ҡайтара. Тәржемә итһәм, рустар аптырай, һорау бит бер төрлө ҡуйыла, ә яуап уға тулыһынса тап килмәй. Шуға күрә япондарҙың ошо үҙенсәлеген аңларға кәрәк. Был осраҡта миңә ябай тәржемә генә түгел, ә ике яҡтың мәҙәниәтен аңлап, яуапты рустар аңларлыҡ итеп, уларҙың менталитетына күсерергә тура килде.

Bashkort 2.0. Һинең Японияға ҡарата пландарың ниндәй? Эшең киләсәктә ошо ил менән бәйләнгән буласаҡмы?
Урал. Әлеге этапта аныҡ ҡына бер нәмә лә әйтә алмайым. Японияла уҡыуымды дауам итермен, һуңынан ҡарармын тип уйлайым.

Bashkort 2.0. Үҙеңде киләсәктә ҡайҙа күрәһең?
Урал. Донъяның төрлө илдәренә барырға теләр инем, мәҫәлән, Перу, Уругвай, Чехияға һ.б.

Bashkort 2.0. Урал, һин үрнәк алған кешеләр, геройҙарың бармы?
Урал. Таныштарым араһынан йәки тарихи шәхестәрҙән өлгө алырлыҡ кешеләр күп. Тик әлегә фекерҙәре һәм ынтылыштары менән тулыһынса миңә яҡынын тапманым.

Bashkort 2.0. Үҙ алдыңда ниндәй маҡсаттар ҡуйғанһың?
Урал. Бөгөнгө көнгә – финанс яғынан ирекле булырға. Сөнки был яйлап башҡа маҡсаттарымды тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.

Bashkort 2.0. Нимә тураһында хыялланаһың?
Урал. Ысын тормошта кисерә алмаҫлыҡ тойғоларҙы кисереп ҡарарға теләйем.

Эльвира МОТАЛОВА
әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға