RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәскәүҙә йәки Питерҙа уҡығың киләме?

07.03.2014 Мәскәүҙә йәки Питерҙа уҡығың киләме?

Мәскәүҙә йәки Питерҙа уҡығың киләме?Әле ун-егерме йыл элек кенә Өфөлә юғары белем алыу мәртәбәле эш һаналһа, хәҙер урта мәктәпте тамамлаусы егет-ҡыҙҙар, баш ҡалабыҙ менән генә хушһынмай, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек мәркәздәрҙе лә яуларға тырыша. Тыуған яҡтан ситтә уҡыуҙың ыңғай һәм кире яҡтары бар. Плюстарын ҡарап үткәндә, тыуған оянан алыҫҡараҡ осоп ҡанат нығытыу үҙаллылыҡҡа өйрәтеүен, оло үҙәктәр ҙурыраҡ мөмкинлектәр асыуын атарға мөмкин. Үҙебеҙҙең вуздарҙы ни тиклем маҡтаһаҡ та, белем биреү сифаты буйынса Мәскәү, Питерҙағы уҡыу йорттарына етә алмаясаҡтарын беләбеҙ. Яҡшы кадрҙарҙы юғалтыу хәүефе бар, әлбиттә. Әммә, уйлап ҡараһаң, был шул тиклем ҡурҡыныс күренешме икән? Амбициялы, егәрле, башлы егеттәр һәм ҡыҙҙар ни өсөн республикаға ҡайтып, ике тингә тир түгергә тейеш әле? Мәскәүҙе ситтән килгән ҡара халыҡтар яулағансы, үҙебеҙҙең милләт вәкилдәре баҫып алһын.
Хәйер, ситкә уҡырға киткәндәр­ҙең күбеһе барыбер тыуған яғына әйләнеп ҡайта, беҙ ярҙам итергә һүҙ биргән саҡта мотлаҡ шундай шарт ҡуябыҙ, ти Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы студенттары, аспиранттары ассоциацияһы етәксеһе Азат Бадранов. Ул үҙе йәш ғалим, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетының “Инновацион эшҡыуарлыҡ” факультеты магистранты, Рәсәй Фәндәр академияһының дәүләт һәм хоҡуҡ институты аспиранты.
Ассоциация, исеменән үк күренеп тороуынса, атап үтелгән ҡалаларҙа уҡып йөрөүселәрҙән тора. Тыуған илгә файҙалы белгес булыр­ға әҙерләнеүҙән тыш, тағы ла бер сауаплы эш менән шөғөлләнә улар. “Үҙең булдырғас, башҡаға ҡулыңды һуҙ!” принцибы буйынса бер нисә йыл буйы башҡорт абитуриенттарына Башҡортостандан ситтәге ҡалаларға уҡырға инергә ярҙам итәләр. Үткән йыл һөҙөмтәһен ҡарағанда, ассоциация аша йөҙҙән ашыу кеше студент булып киткән. Күпселеге техник вуздарға өҫтөнлөк биргән: ауыл хужалығы өлкәһенән алып нефть-газ эшенә тиклем. Быға тиклем республиканан ситтә белем алырға ҡала мәктәптәрен тамамлаусылар ғына ынтылып тора ине. Ассоциация иғтибарҙы күберәк ауыл балаларына йүнәлтә.
Күптәр уларҙың эшмәкәрлегенә һиҫкәнеп ҡарай, йәнәһе, юҡтан ғына ваҡыттарын әрәм итеп йөрөмәйҙәрҙер, аҡса һорайҙарҙыр... Ысынында, егет-ҡыҙҙар барыһын да бушлай, милләтте күтәреү идеяһы хаҡына эшләй. Был донъяла көслө кеше түгел, ә аңлы-белемле кеше еңеүсе. Милләтебеҙҙең киләсәге уҡымышлы кешеләр ҡулында, шул рәүешле генә башҡорттар ер йөҙөндә юғалмаясаҡ, тип иҫәпләй улар.
Бөгөн Мәскәүҙең һәм Питерҙың ун биштән ашыу уҡыу йорто менән бәйләнеш тоталар. Шулай уҡ Вла­дивосток ҡалаһындағы Алыҫ Көн­сығыш университеты менән дә эшмәкәрлек көйләнгән. Марттан алып май айына тиклем анкета һорауҙарына яуап алыу ойошторола (уны ойошманың сайтында табыр­ға мөмкин). Артабан, йәй башынан августың тәүге көндәренә тиклем теләүселәр менән әңгәмәләшеүҙәр үткәрелә, документтар ҡабул ителә. Әйтеп үтәйек, бер кемгә лә документтар менән Пи­терға йә Мәскәүгә барып йөрөргә кәрәкмәй, ассоциация артабанғы эште тулыһынса үҙ ҡарамағына ала. Абитуриент уҡырға ҡабул ителде, тигән бойороҡ сыҡҡансы процесс күҙәтеү аҫтында була. Әгәр ҙә йәш кеше теге-йәки был сәбәп арҡаһында бер университеттағы конкурсты үтә алмай икән, уның теләген иҫәпкә алып, документтары икенсе юғары уҡыу йортона күсерелә. Республика абитуриенттары өсөн маҡсатлы урындар менән дә эш итәләр.
Ғәҙәттә, беҙ Мәскәүҙә Өфө менән сағыштырғанда хаҡтар күпкә юғарыраҡ тип күҙ алдына баҫ­тырыр­ға күнеккәнбеҙ. Студент­тарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, улай түгел икән. Баҡһаң, арзаныраҡ аҙыҡ-түлек, кейем-һалым магазиндарын ҡайҙа ла табырға мөмкин. Юлға килгәндә, Мәскәүҙең теләгән мөйөшөнә метро ярҙамында барып етергә була. Яҡшы белем алып, артабан аҡсалы, перспективалы эшкә урынлашырға хыяллан­ған кешене тыуған яҡҡа һирәк ҡайтыу ҙа туҡтата алмаҫ. Өфө – Мәскәү поезына билет – 2000 һум. Ятаҡҡа хаҡтар Өфөнөкөнән артыҡ айырылмай: ярты йылға 220 һумдан алып (Юғары иҡтисад мәктәбе, иң арзаны) 5500 һумға тиклем (Рәсәй геология-разведка университеты, иң ҡиммәте). Сағыштырыу өсөн: Башҡорт дәүләт университеты студенттары ярты йылға – 2200 һум, Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары 1900 һум түләй. Ваҡ-төйәккә тотоноу өсөн аҡсаны уҡыуҙан буш ваҡытта эшләп табырға мөмкин.
Ғәҙәттә, ата-әсәләрҙе балаларының яман компанияға эләгеү ҡурҡынысы шомландыра торған. Йәғни Өфөлә булһалар, туғандар, таныш-белештәр ҡарап йөрөтөр, тип уйлайҙар. Ысынында Мәскәүҙә һәм Питерҙа уҡыусылар өсөн бындай хәүеф юҡ тиерлек. Үҙҙәре менән күп тапҡыр аралашырға, араларында йәшәргә тура килгәне бар, яҡташтар бер-береһен тартып, туған кеүек күрә, төрлө ваҡытта бер-береһенә ярҙам итергә әҙер. Башҡорт студенттары торған һәр ятаҡта олораҡ курстан ассоциация тарафынан бер кеше етәксе итеп ҡуйыла, ул кеселәргә күҙ-ҡолаҡ булып йөрөй. Беренсе курстарҙы тәүге көндән үк үҙ компанияларына саҡырып, төрлө мәҙәни һәм спорт сараларына йәлеп итәләр. Мәркәз студенттары тулы ҡанлы тормош менән йәшәй: үҙҙәренең һабантуйҙарын, тапҡырҙар һәм шаяндар конкурсын, “Мәскәү Һылыуҡайы” бәйгеһен үткәрәләр. Сәйәсәт, йәмғиәт торошо менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн “Дискурс” клубы эшләп килә. Уның ултырыштарында Сергей Ҡарамырҙа, Максим Шевченко кеүек сәйәсмәндәр менән осрашыуҙар ойошторола. Ассоциациянан тыш, Мәскәүҙә – “Мәскәү башҡорттары”, Санкт-Петербургта “Аманат” яҡташтар ойошмалары эшмәкәрлек алып бара.
Борон уҡымышлы кешеләр донъя гиҙергә, тормошто төрлө яҡлап өйрәнеп ҡалырға ашыҡҡан. Һеҙгә лә ситкә китеп белем туплау мөмкинлеге асыла икән, файҙаланып ҡалығыҙ! Ошо номер буйынса шылтыратып, ассоциацияның эшмәкәрлеге менән тулыраҡ танышырға мөмкин – 8915 273 72 88.

Фаил ИЛЕМБӘТОВ, С. Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведка университеты студенты:
– Мәскәүҙә уҡып йөрөүсе студенттарҙан торған “Хәйnation” КВН командаһы үткән йылдың апрель айында барлыҡҡа килде. Майҙа Мәскәүҙә үткәрелгән “Башҡорт шаярта” тип аталған бәйгелә гран-при яуланыҡ. Быйыл Өфөләге Башҡорт асыҡ КВН лигаһының миҙгел уйындарында ҡатнашабыҙ.
“Хәй” – Хәйбулла, “nation” – милләт тигәнде аңлата, йәғни “Хәйбулла кешеләре” беҙ, сөнки командабыҙ ошо район егеттәренән тупланған.

Фаягөл ЮНЫСОВА, Рәсәй дәүләт спорт, йәштәр һәм туризм университеты студенты:
– Мәскәү ҡалаһы тарихындағы беренсе башҡорт һылыуҡайҙары конкурсы былтыр ноябрь айында уҙҙы. Сараны Башҡортостан Республика­һының РФ Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы, “Һомай” театр-дефиле студияһы һәм беҙҙең ассоциация ойошторҙо. Ҡатнашыусыларҙың сығыштарын республикабыҙҙың РФ Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Матыцин, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, бөтә донъяла билдәле яҡташыбыҙ, топ-модель Эльвира Хисаева, модельер Венера Йомағолова һ.б. баһаланы. Кисәнең режиссеры эстрада “йондоҙо”, тележурналист Гөлнара Ибраҡова булды. Гран-при яулаған Мәскәү дәүләт консерваторияһы студенты Камила Бикҡолова Башҡортостанда үтәсәк конкурста Мәскәү башҡорттары исеменән сығыш яһаны.
Миңзәлә АСҠАРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!