17.01.2014 БАШҠОРТ ТЕЛЕН БЕЛЕҮ – МӘРТӘБӘ
“Теле барҙың – иле бар,
Иле барҙың – көнө бар,
Көнө барҙың – ҡәҙере бар!” –
тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Шуға ла телебеҙ ҡәҙерен, бәҫен арттырған матур сараларҙа ҡатнашырға тура килгәндә күңел үҫеп киткәндәй була. 10 – 13 ғинуарҙа баш ҡалабыҙҙа башҡорт телен яратып өйрәнеүсе таланттар йыйылды. Был көндәрҙә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика художество гимназия-интернатында 9 – 11-се синыфтар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада үтте. Ул республика һәм төбәк-ара кимәлдә ойошторолдо. Сарала 292 уҡыусы көс һынашты. Күреүебеҙсә, ҡатнашыусылар араһында дәғүәселек көслө булды. Улар араһында күрше төбәктәрҙән килеүселәр ҙә бар ине. Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең дә башҡорт телен яратып һәм ныҡлап өйрәнеүе ҡыуандыра. Шулай уҡ уларға белем биреүсе уҡытыусыларҙың да тырышлығын билдәләге килә.
Өс көн барған ярыш көсөргәнешле үтте. Балалар өс төрлө эш буйынса көс һынашты: инша яҙыу, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса викторина, тасуири уҡыу. Эштәрҙең күп яҡлы булыуы яҡшы. Сөнки юғары кимәлдә ойошторолған ошондай ярыштарҙа төрлө яҡлап үҫешкән уҡыусыларҙы аса белеү мөһим. Жюри ағзалары билдәләүенсә, Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Балтас, Борай, Бөрйән, Илеш, Ейәнсура, Мәләүез, Мәсетле, Хәйбулла, Учалы райондарынан килеүсе уҡыусылар, баш ҡалабыҙ гимназияларында белем алыусылар юғары күрһәткестәргә лайыҡ булған.
Республика һәм төбәк-ара олимпиадаға килеүселәр былай ҙа иң яҡшы һәм талантлы инде – мәктәптәрендә, район кимәлендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәр. Шуға ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаға килеүсе һәр уҡыусыны ғына түгел, уларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларҙы ла тәбрикләге килә. Уларҙың һәр береһен “тел һағында тороусы” тип атап булыр ине. Ярышта еңеүселәрҙе ҡотларға килеүселәр араһында Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева ла булды. Уның әйтеүенсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада юғары кимәлдә ойошторолған, уҡыусыларға лайыҡлы белем бирелгән.
Олимпиадала ҡатнашыусыларҙың эштәрен бер юҫыҡта ғына баһалап булмай. Мәктәптәр үҙенсәлекле һәм күп төрлө. Ошонан сығып, уҡыусылар дүрт йүнәлешкә бүленеп ярышты. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр, башҡорт мәктәптәре, гимназиялар, лицейҙар һәм сит өлкәләрҙән килеүселәр төркөм-төркөм булып көс һынашты. Һөҙөмтәлә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән бик күп уҡыусы һәм уҡытыусы БР Мәғариф министрлығының рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булды, призлы урындар яулаусылар бүләктәр ҙә алды.
Төбәк-ара олимпиадала еңеп сығыу еңелдән түгел. Шуға ла ярышта беренсе урын алғандарҙың һәр береһен айырым атап үтке килә. Лайыҡлыларҙы билдәләүҙе уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса иң юғары балл йыйыусыларҙан башлайыҡ. Бына улар: 9-сы синыф уҡыусылары араһында Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылы мәктәбе уҡыусыһы Ирина Тимеркәева, 10-сы синыфтар араһында Саҡмағош районының Үрнәк ауылынан Лилиә Зиннәтуллина, 11-се синыфтан Бүздәк районынан Эльвина Хәлиуллина.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында 9-сы синыфтан Илеш районының Этәй ауылынан Юлия Яковченко, унынсыларҙан Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы 1-се мәктәптән Алина Кириллова, 11-се синыфтар араһында Октябрьский ҡалаһындағы 9-сы мәктәптән Артур Ғабдуллин иң яҡшыларҙан булып танылды. Башҡорт мәктәптәре, гимназиялар, лицейҙар араһында ярыш һәр ваҡыт айырыуса көсөргәнешле бара. Был юлы ла шулай булды. Ошондай мәктәптәр араһында Өфө ҡалаһындағы Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының 9-сы синыф уҡыусыһы Диана Мөхәмәтйәнова, Стәрлетамаҡ лицей-интернатының 10-сы синыфы уҡыусыһы Гүзәл Аҙнаева, сығарылыш синыф уҡыусылары араһында Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан Нурзилә Усманова иң лайыҡлыларҙан тип билдәләнде.
Сит өлкәләр буйынса туғыҙынсылар араһында Ырымбур өлкәһенең Яңы Сергеевка районынан Эльвина Зыябәтова, 10-сы синыф уҡыусылары араһында шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең Александровский районынан Малик Сарбаев беренсе урынды алды. 11-се синыфтар араһында Силәбе районының Арғаяш районы уҡыусыһы Диана Арыҫланова үҙенең иң белемлеһе икәнен раҫланы.
Олимпиада тамамланды һәм лайыҡлылар тейешенсә билдәләнде. Ошондай ярыштар һәр уҡыусы күңелендә сәм һәм ғәм уятырлыҡ булһын һәм артабанғы тормоштарында ыңғай роль уйнаһын.
Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.