RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡорт теле уҡытыла, тип ҡул ҡаушырып ултырырға кәрәкмәй

13.12.2013 Башҡорт теле уҡытыла, тип ҡул ҡаушырып ултырырға кәрәкмәй

Башҡортостанда милли мәғариф системаһын үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Бөгөн мәктәптәрҙә алты телдә уҡытыу ойошторолған, туған тел булараҡ 14 тел өйрәнелә, бынан тыш, 17 йәкшәмбе мәктәбендә уҡыусыларға башҡорт, татар, мари, сыуаш, украин, йәһүд, әрмән, поляк, немец телдәре һәм мәҙәниәте уҡытыла. Республика уҡыу­сыларының 68,5 проценты туған телендә белем ала, 82,3 проценты башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Әммә һәр яңы көн мәктәп, белем биреү системаһы алдына яңы талаптар ҡуя. Улар иһә туған телдәрҙе уҡытыуға ла ҡағылмай ҡалмай. Яңыраҡ Өфө ҡалаһында “Яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары” тип аталған конференция үтте. Унда республика мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары, район методик берләшмәләре етәкселәре, мәғариф бүлектәренең туған телдәр буйынса методистары, ғалимдар, дәреслек авторҙары ҡатнашты.
– Конференцияның төп маҡсаты – башҡорт телен уҡытыуҙағы көнүҙәк проблемаларҙы асыҡлау, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү. Дәүләт телен, туған телдәрҙе уҡытыу закон тарафынан яҡланылһа ла, ата-әсәләр­ҙә бик күп һорау уята. Айырыуса башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән төбәктәр­ҙә тыуа бындай һорауҙар. Конференция үткәреү өсөн ҡала мәктәбен һайланыҡ. Нисек уҡытырға, уҡытыу методикаһын нисек үҙгәртергә? Заман башҡа – заң башҡа, тибеҙ. Бөгөн башҡорт телен уҡытыу­ға талаптар ҙа көндән-көн үҙгәреп тора. Республика мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыла, фән булараҡ өйрәнелә, тип кенә ҡул ҡаушырып ҡалырға ярамай. Белеүе­беҙсә, яңы белем биреү стандарттары индерелде. Ошо федераль стандарттарға яраҡлы, беҙ халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын нисектер балаларға еткерергә тейешбеҙ, – тине мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева, конференция хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашып. Үҙенең сығышында ла ул, ошо мәсьәләгә ҡағылып:
– Стандарттарҙың тәүге вариантында туған телдәрҙе өйрәнеү ҡаралмағайны. Ике республиканың – Башҡортостан менән Татарстандың тырышлығы арҡаһында туған телдәрҙе өйрәнеү һаҡлап ҡалынды, уҡыу пландарының федераль предметтар теҙмәһендә ҡалды. Стандарттарға ярашлы рәүештә милли-төбәк компоненты төшөнсәһе юғала, тигән хата фекер йәшәй. Әйтергә кәрәк, был төшөнсә киңерәк мәғәнәгә эйә буласаҡ, һәр фәндең йөкмәткеһендә төбәк компонентының һаҡланыуы мотлаҡ, – тип билдәләп үтте.
Конференция һүҙ һөйләүгә генә ҡоролмағайны. Бында уҡытыусылар асыҡ дәрестәр ҙә күрһәтте. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының 64-се гимназияһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәлиә Һамарбаева 5-се синыфта “Йыл миҙгелдәре. Сифат” темаһына дәрес күрһәтте. Унда уҡыусылар, төркөмдәргә бүленеп, йыл миҙгелдәре тураһында һөйләшеү алып барҙы. Шунда уҡ, һүрәтләүҙәр ҙә ҡулланып, сифаттарҙы асыҡланылар. Уҡытыусы компьютер технологиялары, видеопроектор ҡулланып, дәресте бик йәнле ойошторҙо. Тема ла уҡыусылар өсөн еңел һәм аңлайышлы булғанлыҡтан, барыһы ла дәрестә әүҙем ҡатнашты.
Ә бына Күгәрсен районы Воскресенское мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Аллабирҙинаның 7-се синыфта үткәргән дәресе спорт темаһына арналғайны. Быйыл Олимпиада йылында был тема айырыуса көнүҙәк. Дәресте уҡытыу­сы проблемалы һорау ҡуйыуҙан башланы: “Дауаханаға кемдәр йөрөй? Дауа­ханаға эләкмәҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк?”. “Әлбиттә, сынығырға, спорт менән шөғөлләнергә!” – уҡыусылар яуапты бик тиҙ тапты. Артабан дәрестә улар спорт төрҙәре, Олимпиадала ҡатнашасаҡ спортсылар хаҡында мәғлүмәт алды. Дәрес бик матур үтте, уҡыусыларға ла, асыҡ дәрескә килгән уҡытыусыларға ла бик оҡшаны.
Конференцияның артабанғы өлөшөндә баш ҡала уҡытыусылары “Рус телле мәктәптәрҙә проблемалы уҡытыу нигеҙендә башҡорт теле дәресен ойоштороу”, “Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына күсеү шарттарында башҡорт телен уҡытыуҙа инновацион алымдар ҡулланыу”, “Башҡорт теле дәрестәрендә федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу” тигән темаларға оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Конференцияның йомғаҡлау өлөшөндә иһә уҡытыусылар федераль дәүләт белем биреү шарттарында башҡорт телен уҡытыуға бәйле үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап тапты. Дәреслектәргә ҡағылышлы һорауҙар ҙа күп булды, федераль дәүләт белем биреү стандарттары индерелгәндән алып 1, 10, 11-се синыфтарҙа башҡорт теленең уҡытылмауы ла уҡытыусыларҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Яңы стандарттарҙың талаптарына ярашлы, рус мәктәптәрендә башҡорт теленең грамматикаһын өйрәнеү кәрәкме, тигән һорауҙы ла күтәрҙеләр. Уҡытыусыларҙың һорауҙарына Мәғариф министрлығы һәм Башҡортос­тандың Мәғарифты үҫтереү институты белгестәре, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы методистары яуап бирҙе. Һөйләшеү бик эшлекле һәм фәһемле булды. “Бындай конференциялар­ҙы үткәреү кәрәк. Үҙебеҙ шул ҡаҙанда ҡайнағас, бик тә ҡыҙыҡлы булды. Бик күп файҙалы мәғлүмәт алдыҡ. Айырыуса асыҡ дәрестәр һәм оҫталыҡ дәрестәре оҡшаны”, – тине кәңәшмәлә ҡатнашыусы уҡытыусылар ҙа.
С. ЛОТФУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!