04.10.2013 Зиһенебеҙҙе байытыусы апай
Уҡытыусым Хәмиҙә Мәүлитҡолова тормошо менән һәммәбеҙгә өлгө
Уҡытыусы! Минең күңелемдә –
Сылтырап аҡҡан тау шишмәһе һин.
Сарсыл шишмәләй, һинең фәһемең
Һуғара кешеләр зиһенен.
Уҡытыусы! Берсә сағыштырам
Йомарт ҡояш менән үҙеңде,
Йөрәк йылыңды һин таратаһың,
Нурға мансып һәр бер һүҙеңде.
Зәмзәм ФӘТХЕТДИНОВА.
Ҡайһы берәүҙәр олоғая килә уҙған ғүмере тураһында йышыраҡ уйлана, ә инде балалары ояһынан осоп сығып бөткәс, күберәк баҡыйлыҡ тураһында һөйләй һәм төшөнкөлөккә бирелә башлай.
Ә бына минең уҡытыусым Хәмиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы Мәүлитҡолова, һикһән дүрт йәше тулып үтһә лә, тулы ҡанлы тормошта йәшәй. Ауыл, район яңылыҡтары менән генә ҡыҙыҡһынып ҡалмай, илдәге хәлдәрҙе белеп тора. Яҡшыларына шатлана, етешһеҙлектәренә борсола. Һәр уҡыусының яҙмышы – уның яҙмышы. Уларға телефондан шылтыратып, хәлдәрен белешә, кәңәштәрен бирә. Ә зарланып ултырғанын бер ваҡытта ла ишетмәҫһең.
Хәмиҙә апай 1929 йылдың 10 июнендә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында етенсе бала булып донъяға килә. Ете йәше тулыуға үҙенең тыуған ауылында 1-се класҡа уҡырға бара. Ун ике йәше тулыуға, бөтә кешеләрҙе күҙ йәшенә күмеп, ҡара ҡайғыға һалып, һуғыш башлана. Был ҡурҡыныс хәбәрҙе Хәмиҙә апайҙың ғаиләһе үтә лә ҙур хәсрәт менән ҡабул итә, сөнки уның атаһы Сәхәүетдин олатай – империалистик һуғышта ҡатнашҡан яугир. Үҙ күҙе менән ҡан ҡойошто, үлемде күргән. Шуға ла ул һуғыштың фажиғә икәнлегенә баҫым яһап, гел борсолоп һөйләр була. Күп тә үтмәй, оло улы – 1913 йылғы Камалетдинды фронтҡа алалар. Ул яраланып, ҡулын өҙҙөрөп ҡайтыуға, икенсе малайҙары Усман да үҙ теләге менән яуға китә. Ул япон самурайҙарын ҡыйратыуҙа ҡатнаша. Усман тик 1956 йылда ғына, лейтенант дәрәжәһенә етеп, тыуған ауылы Сәйетбабаға ҡайтып төшә. Һуғыш ваҡытында Хәмиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы әсәһе Ғәйниямал, апаһы Хафизә, ҡустыһы Ситдиҡ менән колхоз баҫыуында ең һыҙғанып эшләй, иген утай, көлтә бәйләй, колхоз малына бесән әҙерләшә.
Сәхәүетдин менән Ғәйниямал балалары өсөн йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер торған ата-әсә була. Егәрлеләрҙең тилбер ҡулдарында эш уйнап ҡына тора: атаһы – балта эшенә, әсәһе аш-һыуға, тегенеүгә оҫта. Балаларын да эшһөйәр, уңған итеп тәрбиәләйҙәр. Ас, ярым яланғас булыуҙарына ҡарамаҫтан, ғәзиздәрен уҡытырға тырышалар. Хафизә педучилищела белем алып, ғүмерен уҡытыусылыҡҡа бағышлай. Ситдиҡ мединститут тамамлап, күҙ табибы булып китә (Ситдиҡ Мәүлитҡоловты Учалы, Ахун, Туңғатар ауылдары халҡы бик яҡшы белә һәм уның тураһында тик яҡшы ғына хәтирәләр һаҡлай).
Хәмиҙә апай 1947 йылда, унынсыны тамамлағас та, Бәләкәй Ҡауарҙы ауылында башланғыс класта уҡытыусы булып эш башлай. Икенсе уҡыу йылында уны Оло Ҡауарҙыға күсерәләр. Тәүге мәктәптә синыфта алты ғына бала уҡыһа, Оло Ҡауарҙыла утыҙ бер уҡыусы беренсе класҡа килгән була.
Бер аҙ эш тәжрибәһе туплап, Хәмиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы Стәрлетамаҡҡа уҡытыусылыҡҡа уҡырға инә. Тырыш ҡыҙ был уҡыу йортон тик “бишле”гә генә тамамлай. Уҡыған сағында йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, хатта уҡыу йортоноң профком рәйесе итеп һайлана, иң юғары стипендия ала. Онотолмаҫ, дәртле студент тормошон әлегәсә һағынып иҫләй ул:
– Танылған яҙыусы, әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусин менән бер төркөмдә белем алыуым менән ғорурланам. Уның һәр яҙған яңы әҫәрен уҡыусыларыма шатланып, ҙур кинәнес менән һөйләп еткереп торҙом. Ноғман Мусин йәштән бигерәк тырыш булды. Кеселекле, иптәштәренә ярҙамсыл ине. Тик яҡшы билдәләргә генә уҡыны…
Юғары белемле Хәмиҙә Сәхәүетдин ҡыҙына үҙҙәренең районында ла ҡалырға мөмкинлек була, әммә ул: “Ҡайҙа кадрҙар кәрәгерәк, шунда ебәрегеҙ мине”, – ти. Шулай итеп, 1951 йылдың авгусында бәләкәй генә сумаҙан тотҡан йәш сибәр ҡыҙ Учалы районының Сәфәр ауылына килеп төшә. Мәктәпте эҙләп тапҡас, мәктәп директоры Шакир Ғарипов менән таныша. Ошоғаса дәрестәрҙе татарса алып барып, бер йыл элек кенә башҡортса уҡыта башлаған Сәфәр мәктәбе белемле, дипломлы уҡытыусыларға ҙур мохтажлыҡ кисергән. Һәм яңы уҡытыусыға шатланған директор: “Ауылда уҡытыусыларҙы фатирға Рәхимйән ағайҙың Гөлзаһираһы ғына индерә” – тип, Хәмиҙә апайҙы күп балалы ғаиләгә урынлаштыра. Хәмиҙә Гөлзаһира әбей менән танышҡас, уның ире Рәхимйәндең, Сәфәр ауылының “Үрнәк” колхозының тәүге рәйесенең, һуғышта һәләк булыуы тураһында белә. Улы Шакирйәндең Белоретта ФЗО бөтөп, суйын иретеү заводында эшләп йөрөгән сағы. Хәмиҙәнән бер йәшкә кесе Сафура йәш уҡытыусы менән дуҫлашып та ала. Бер-ике йылға ғына тип килгән ҡыҙ ошо ауылды үҙ итә, мөхәббәтен дә шунда таба. Ә “мөхәббәт” тигәне хужабикәнең улы Шакирйән була. Ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, улар заманына күрә матур итеп туй үткәрә.
Ә инде алтын туйҙарын миңә ойошторорға насип булды. Һәм минең, һеҙ килгәндә ауыл ни хәлдә ине, тигән һорауыма:
– Хәтерләмәй ни, хәтерләйем, – тип яуапланы. – Булған өйҙәр бик бәләкәй генә ине, күбеһе землянкалар. Өйҙәрҙең башына йә һалам, йә таҡта ҡапланған, ҡаралтылар ситәндән эшләнгән, йә улары бөтөнләй юҡ. Өй аралары бер-береһенән үтә лә алыҫ ине. Беҙ клубта уҡытыусылар менән бик күп сара үткәрҙек. Спектаклдәрҙе бер-бер артлы сәхнәгә ҡуйып ҡына торҙоҡ. Халыҡ, клуб бәләкәй, тип торманы, эркелеп килә ине… Төндәрен клубтан ҡайтҡан саҡта ҡурҡа торғайным – өйҙәр араһындағы бушлыҡтан бүреләр килеп сығыр ҙа ташланыр һымаҡ тойолдо, сөнки урман да яҡын бит. Хәҙер өйҙәр ана ниндәй матур, ҙур. Урам баҡсаларында йәшеллек, сәскәнең ниндәйе генә юҡ…
Шакирйән менән өйләнешкәс, улар бәләкәй генә һикеле өй һатып ала. Әле йәшәгән өйҙәре – элекке мәсет урыны. Хәмиҙә апай әйтмешләй, нигеҙҙәре ҡотло һәм емешле була. 1954 йылда игеҙәк балалары Азат менән Нурсилә, һуңынан бер-бер артлы Земфира, Гөлнур, Самат тыуа. Бөгөн Азат менән Самат – эшҡыуар, Нурсилә менән Земфира хаҡлы ялда, ә Гөлнурҙары Өфөлә эшләп йөрөй.
1952 – 1953 уҡыу йылына бик күп йәш уҡытыусы килә. Уларҙың килеүе мәктәптә лә, ауылда ла мәғариф, мәҙәниәт эштәрен тағы ла нығыраҡ йәнләндереп ебәрә: ирҙәре, уландары һуғышта һәләк булып, яңғыҙ ҡалған әсәләргә ярҙам иткән тимурсылар командалары барлыҡҡа килә, колхоздың малсылыҡ фермаларына эшкә йөрөү ойошторола һ.б., һ.б.
– Заем кампанияһы ул йылдарҙа уҡытҡан һәр уҡытыусының йөрәгенә әрнеү һалып хәтеренә уйылғандыр. Халыҡ заемға зарланһа ла, илаһа ла, кешеләрҙе барыбер яҙылырға мәжбүр итәләр ине. Бынан тыш, өй башына төшкән һалымдар ҙа халыҡты үтә лә ҡаҡшатты (һөт, ит, йөн, йомортҡа, картуф һ.б.). Нисек кенә ауыр булмаһын, был йөкләмәләр үтәлә ине, сөнки һәр уҡытыусы халыҡҡа был сәйәсәттең илебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн кәрәклеген аңлата белде, – ти Хәмиҙә апай.
Хәмиҙә апайҙың атаһы баҡыйлыҡҡа күскәс тә, Шакирйән ағай ҡәйнәһен Сәйетбабанан үҙе үк Сәфәргә күсереп килтерә. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа Ғәйниямал өләсәйҙең ярҙамы ифрат ҙур була. Шул йылдарҙа Хәмиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡый.
Шакирйән ағай менән Хәмиҙә апай илле ете йыл татыу ғүмер итә. Ғаилә башлығы һуңғы йылдарҙа ҡаты ауырып, инвалидлыҡ коляскаһында ултыра, 81 йәшендә мәрхүм була. Хәмиҙә апай Шакирйән ағайҙы гел генә маҡтап телгә ала:
– Бер ваҡытта ла теле менән рәнйетмәне, бармағы менән дә сиртмәне. Минең кәңәшемә һәр саҡ ҡолаҡ һалды. Туҡһан бер йәшендә мәрхүмә булған әсәйемә лә бер ваҡытта ла тел тейҙермәне. Ул үлем түшәгенә ятып киткәс, ҡарашты.
Хәмиҙә апай Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы, оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булып эшләгән Мәүлит Зәкирйәнов, уның ҡатыны, физика уҡытыусыһы Флүрә Сәрүәр ҡыҙы, оҙаҡ йылдар Силәбе өлкәһендә совхоз директоры булып эшләгән Ғәлим Таипов, фиҙакәр хеҙмәте менән дан ҡаҙанған Рәфис Ҡаһиров, Рафаил Закиров, Ләлә Әхмәтйәнова (мәрхүмә) һәм башҡа уҡыусылары тураһында ғорурланып, һоҡланып һөйләй.
– Улар мине бер ваҡытта ла онотмай, байрамдар менән ҡотлап, осрашыуҙарға саҡырып торалар, – тип шатлана сәстәренә сал төшкән, маңлайҙарына тормош бураҙналары ятҡан яратҡан уҡытыусыбыҙ Хәмиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы. – Бигерәк тә яҙыусы, шағирә булып киткән уҡыусыларым Рәйҙә Мөхәмәтйәрова, Миңлебай Юлмөхәмәтов, Рәмзилә Хисаметдинова (мәрхүмә), Әлмирә Әбүзәрова (мәрхүмә), Рәмзилә Кәлимова менән сикһеҙ ғорурланам. Улар – беҙҙең мәктәбебеҙҙең яҡты йондоҙҙары!
Ошо киң күңелле, ифрат һөйкөмлө уҡытыусыбыҙ менән беҙ ҙә ғорурланып, уға ҡарап һоҡланып туя алмайбыҙ. Тормошо менән һәммәбеҙгә өлгө булған Хәмиҙә апайыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләп бөтә алмайбыҙ – ул быға лайыҡ кеше!
Әҡлимә САФИНА,
Башҡортостан һәм Рәсәй
Яҙыусылар союзы ағзаһы.