16.08.2013 Тамбов уҡытыусыларына көнләшергә генә ҡала
Республикала мәғарифта ҡулайлаштырыу бара. Яңы ғына ҡулына педагог дипломын алған йәштәргә эш юҡ... Бик моңһоу күренеш. Ә бына Тамбов өлкәһендә хәл башҡасараҡ. Әгәр ҙә йәш педагог ауыл мәктәбенә эшкә килһә, уға 120 мең һум аҡса түләйҙәр, торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итәләр.
Быйыл Тамбов өлкәһенең белем биреү учреждениеларына килгән 40 йәшкә тиклемге 160 уҡытыусы һәм балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе был ярҙамды аласаҡ. Килешеү буйынса, улар кәмендә өс йыл эшләргә тейеш.
Тамбов өлкәһенең Фән һәм мәғариф идаралығы мәғлүмәте буйынса, бөгөнгә йәш уҡытыусылар өсөн 170 вакансия бар. Ауыл мәктәптәренә башланғыс класс уҡытыусылары, рус теле һәм рус әҙәбиәте, математика, сит ил телдәре, физика һәм физик культура предметтары буйынса педагогтар талап ителә.
Тамбовта йәш уҡытыусыларҙың торлаҡ проблемаһын да хәл итәләр. Мәҫәлән, былтыр ауылда йәшәүсе 38 уҡытыусы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн аҡса алған, ә 2013 йылдың тәүге яртыһында – 43 кеше.
Тағы ла бер сара бар – уҡытыусыларҙың ипотека кредиты суммаһының 20 процентын ҡаплау. Былтыр бындай ярҙамды 13 йәш педагог файҙаланһа, быйыл 66 кеше өсөн аҡса бүленгән.
Г. ЙОСОПОВА.