RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәйерле юл, ҡошсоҡтарым!

28.06.2013 Хәйерле юл, ҡошсоҡтарым!

Быйыл Урмияҙҙағы "Йәйғор" балалар баҡсаһынан һигеҙ тәрбиәләнеүсе беренсе тапҡыр парта артына ултырасаҡ. Яңыраҡ унда "Һау бул, баҡсам!" тип аталған бик матур байрам үткәрҙек. Сараға балалар баҡсаһында эшләүселәр ҙә, ата-әсәләр ҙә, бигерәк тә сығарылыусыларыбыҙ ентекле әҙерләнде.

Хәйерле юл, ҡошсоҡтарым!Һәр бала – бөтмәҫ хазина. Талант­һыҙ бала булмай. Уларҙың уңыштарын күреп, ярҙам ҡулы һуҙып ебәрергә генә кәрәк. Шуға күрә тәрбиәләнеүселәрҙе залға номинациялар менән саҡырҙыҡ: Алһыу Абдуллина бейеүгә, уҡыу­ға һәләтле булһа, Инсаф Мәрүиев математиканы һыу кеүек эсә; Илсур Шәрипов ҡы­йыу, спортты яҡын күрә; Илнур Хәйретдинов яғымлылығы һәм мөләйемлеге менән яраттыра; Венер Гәрәев һәм Ришат Әҙиев шиғыр­ҙарҙы һәм әкиәттәрҙе тасуири итеп һөйләп, хайран ҡалдыра; Венер Әх­мәҙишин менән Азат Мансуров – ярҙамсыл һәм хеҙмәт яратыусан малайҙар.
Һәр тәрбиәләнеүсе баҡсаһында һуңғы тапҡыр үҙҙәренең һөнәрен оҫта итеп күрһәтте. Ата-әсәләр уларҙың сығыштарын ихлас күңелдән һоҡланып һәм ҡыуанып ҡарап ултырҙы. Иртә­нсәк ҡу­наҡҡа хәбәрсе Рәүизә Мулла­нур ҡы­ҙы килде. Ул балаларҙы фотоға тө­шөр­ҙө, малай-ҡыҙҙарҙан һәм ата-әсәләрҙән “интервью” алды. Байрам аҙағында редакцияға барып, стенгәзит “сығарып” алып килде.
Мәктәп менән тығыҙ эшләү сәбәпле, буласаҡ беренсе уҡы­тыу­сылары Нәсимә Нәбиулла ҡыҙы балаларҙы үҙе менән таныштырып, байрам менән ҡотланы.
Иң аҙаҡ мәктәпкә барасаҡ балалар үҙҙәрендәге сифаттарҙы: ялҡаулыҡты, насар ғәҙәттәрен шарҙары менән күккә осороп ебәр­ҙе.
Тәрбиәләнеүселәргә әйтер һү­ҙем шул: бөгөн һеҙҙе оло юлға оҙатыу көнө. Барығыҙға ла мәктәпкә барыр, белем тауына үрләр мәл етте. Тырыш булығыҙ, ауыр­лыҡ­тар­ға бирешмәгеҙ. Һеҙгә тик яҡты нурҙарға ғына сорналған бәхетле, сәләмәт, уңышлы, тыныс киләсәк теләйем!

Фәнисә ЙОСОПОВА,
“Йәйғор” балалар баҡсаһы
тәрбиәсеһе.
Асҡын районы,
Урмияҙ ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!