RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡмулла “шәкерттәре”нә сит илдәрҙә уҡыу бәхете йылмая

24.05.2013 Аҡмулла “шәкерттәре”нә сит илдәрҙә уҡыу бәхете йылмая

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының университеттар селтәре составына индерелгән. Был төркөмгә ШХО (ШОС) ағзалары булған илдәр­ҙән, шулай уҡ күҙәтеүсе дәүләттәрҙән барлығы 50-нән ашыу юғары уҡыу йорто инә.
Мәскәүҙәге ректорҙар советы осрашыуында билдәләнеүенсә, БДПУ сит илдәр вуздары менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлек тәжрибәһе, гранттар, ғилми потенциалы йәһәтенән иғтибарға лайыҡ. Бынан тыш, РФ Мәғариф һәм фән министрлығы рейтингы буйынса ла һөҙөмтәле эшләүсе педагогик юғары уҡыу йорто һанала.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университеты базаһында мәҙәниәт, ғилми-мәғариф, иҡтисадтың өҫтөнлөклө өлкәләрендә кадрҙар әҙерләү тормошҡа ашырыла. Айырыуса энергетика, экология, нанотехнологиялар, машиналар эшләү, тарих, лингвистика, IT-технологиялар, педагогика өлкәләре күҙ уңында тотола.
Ҡыҫҡаһы, М. Аҡмулла исемендәге педуниверситетҡа ҙур мөмкинлектәр киңерәк асыла. Мәҫәлән, ШХО программаһы буйынса белем алған студент теләһә ҡайһы семестрҙан ошо программаны бойомға ашыр­ған сит илдә уҡыуын дауам итә ала. Етмәһә, бушлай.
Әйткәндәй
РФ Президенты Хакимиәтенең эш төркөмө Өфөлә 2015 йылда үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышын тикшерҙе. Мәс­кәү вәкилдәре инфраструктура объекттарын ҡараны һәм саммиттарҙа ҡатнашасаҡ ил башлыҡтары, делегациялар, журналистар өсөн маршрут әҙерләне.
Тикшереүсе төркөм Конгресс-холда булды һәм бинаға капиталь ремонт үткәреү проекты менән танышты. Саммиттарҙан һуң бындағы майҙандар офис, сауҙа нөктәләре йә социаль объекттар булараҡ файҙаланыласаҡ. Форумдарҙа ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһенә лә етди иғтибар бүленде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!