RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа байрам

24.05.2013 Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа байрам

Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа байрамИртәгә бөтә ил буйынса Һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтә. Быйыл республикабыҙҙа 25270 уҡыусы − 11-се синыфты, 42043 уҡыусы 9-сы синыфты тамамлай.
– Һәйбәт булғаныбыҙ өсөн беҙҙе барыһы ла ярата, сығып китһәк, уҡытыу­сылар һағынып илар инде, – тип һағыш ҡатыш шаяртты Әбйәлил районының Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев исемендәге Яңы Балапан мәктәбенең ун беренсе синыф уҡыусылары. Ысынлап, аҙаҡ һағынып иларлыҡ синыф белем усағынан сығып китә быйыл. Беренән-бере матур, беренән-бере батыр, егәрле, аҡыллы – махсус һайлап алынған кеүек шәп балалар! Мәктәптә, балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар эшләгән уҡытыу­сылар, тәрбиәселәр яҡшы белә – һәр синыф, төркөм үҙенсәлекле була. Әйтәйек, ҡайһы бер балалар тәүҙән үк берҙәм, татыу, әүҙем булыуҙары менән хайран ҡалдырһа, икенселәр тарҡаулыҡтары, ялҡаулыҡтары менән аптырата... Яңы Бала­пандың ун беренсе синыфы тап тәүгеләре рәтенән.
– Быйылғы сығарылыш уҡыусылары – минең менән бишенсе синыфтан алып бергә атлап килгән ҡыҙ һәм егеттәр, – тине синыф етәксеһе Гөлназ Зәйтүнова. – Тәүге көндән үк улар үҙҙәрен тәрбиәле, аҡыллы, зирәк итеп күрһәтте. Ун алты уҡыусының уныһы «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә өлгәшһә, Лилиә Аҡмырҙина, Гөлнара Зәйтүнова, Фаил Ҡорманаев тик «бишле»гә генә уҡый. Предметтар буйынса олимпиадаларҙа ла ҡатнашып, зона, район кимәлендә гел призлы урындар яуланылар. Мәҫәлән, Лилиә Аҡмырҙина ике йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район буйынса олимпиадала икенсе урын алды. Рәсилә Сөнәғәтуллина менән Рөстәм Рәхимов хәрби әҙерлек буйынса районда беренсе һәм икенсе урындарҙы үҙ-ара бүлеште. Мәктәптә үткәрелгән конкурстарҙа ла беҙ алдынғы, сөнки синыфҡа йыр-бейеүгә маһир балалар йыйылған. Егәрле, ныҡышмалы уҡыусылар менән каникулдарҙы ла бушҡа уҙғарманыҡ: кинотеатр, музей, походтарға йөрөнөк. Беҙҙә һәр уҡытыусы, улар менән эшләүе үҙе бер кинәнес, ти: дәрес барышында йотлоғоп тыңлайҙар, мөмкин тиклем күберәк аң-белем алырға тырышалар, бер-береһенә ихтирамлы, иғтибарлылар. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр йәһәттән өлгөлө балалар. Улар менән хушлашыуы бигерәк моңһоу...
Аралашыусан, илгәҙәк был егет һәм ҡыҙҙар – тәүҙә «Аманат» журналына, аҙаҡ баҫмабыҙға дәррәү яҙылып, беренсе урын яулаған дуҫтарыбыҙ ҙа әле ул! Үҙегеҙҙән генә сығып та, «Йәшлек»те теләһә кемдәр алдырмағанын яҡшы беләһегеҙ, тимәк, ун беренселәрҙең зыялы, алдынғы ҡарашлы, шәп кешеләр икәнен төрлөсә итеп раҫлап та тораһы түгел. Шулай ҙа башланғыс белемде Ғәлиә Малыбаевала алған балаларҙы бер маҡтағас, маҡтағыҙ, тиһәгеҙ, уларҙың киләсәккә пландары менән таныштырабыҙ. Әйтәйек, Әлиә Мәғәфүрова, ата-әсәһенән күрмәксе, сауҙа институтына барырға йыйына. Рөстәм Рәхимовты киләсәктә мотлаҡ хәрби офицер итеп күрербеҙ (йә бик тә булмаһа, агроном). «Бишле»гә генә уҡыр өсөн бик тырыш булырға кәрәк, тигән Фаил Ҡорманаев программисҡа уҡырға инергә ниәтләй. Кем белә, бәлки, Айнур Ҡунаҡ­ҡолов менән Азамат Йома­баев та ошо уҡ һөнәрҙе һайлар. Һәр кемде иғтибар менән тыңларға яратҡан Гүзәл Ҡорманаева иһә үҙен психология өлкәһендә һы­наясаҡ. Иҙел Әсфән­йәров, ағайым да, еҙнәм дә хоҡуҡ һаҡлау органдарында эш­ләй, шуға мин дә улар юлын дауам итмәксемен, ти. Синыф старостаһы Ләйсән Ишкинина – психолог менән табип, Гөлнара Зәйтүнова – табип һәм эколог, Гөлдәр Зәйтүнова юрист һәм программист һөнәрҙәре араһында һайлана. Эшсе ҡулдар ҡайҙа ла кәрәклеген яҡшы белгән буласаҡ инженер-технолог Рәсилә Сөнәғәтуллина ситтән тороп юғары белем алғанда, токарь һөнәренә йәки крансыға ла уҡыясаҡ. Элек олатаһы Әхтәм Рәхимов, әсәһе Гөлсинә Аҡмырҙина кеүек үк уҡытыу­сы булырға теләгән Лилиә Аҡмырҙина хәҙер төбәктә туризмды үҫтереүгә бар көсөн һалмаҡсы. Азалия Мәғәфүрова ла, бәләкәйҙән әбейе, Белорет районының Абҙаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Рәзилә Ирғәлинанан үрнәк алып, башланғыс синыф уҡытыусыһы булырға ынтылһа ла, һуңғы арала үҙен икенсе һөнәрҙә танытмаҡсы булып киткән. Азамат Әхмәтйәнов, Рушан Нафиҡов, Айзилә Ғәлләмова әлегәсә юл сатында, бәлки, береһе – журналист, икенсеһе – тау эше мастеры, өсөнсөһө рәссам да булып китер әле. Хәйер, ҡайһы һөнәрҙе һайлау­ҙары мөһим дә түгел, кемеһелер әйтмешләй, иң мөһиме – кеше булып ҡалыу. Һәр хәлдә, был уҡыусылар тормошта үҙ урындарын табыр кеүек.
– Мәктәптәге кеүек артабан да шулай әүҙем, тырыш булһалар, бер ҙә юғалып ҡалмаҫтар, – тине мәктәп директоры Басир Зәйтүнов та. – Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, киләсәктә үҙҙәре һайлаған һөнәргә эйә булыуҙарын, яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ. Аҡ юл һеҙгә, балалар!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!