RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балаңды мәктәпкә автобус менән оҙаттыңмы?

24.05.2013 Балаңды мәктәпкә автобус менән оҙаттыңмы?

Балаңды мәктәпкә автобус менән оҙаттыңмы?Машина, автобус һәм башҡа юл транспорты көндән-көн күбәйә. Шул уҡ ваҡытта юл хәрәкәтендә хәүеф тә арта. Һуңғы бер-ике йылда ауыл мәктәптәре ябылыу йә уларҙың статусы үҙгәртелеү арҡаһында уҡыусы балаларҙы күпләп автобустар менән йөрөтөп уҡытыу барыһына ла мәғлүм. Пассажир автобустарына, ә бигерәк тә уҡыусыларҙы йөрөткәндәренә юл хәрәкәтендә хәүефһеҙлекте тикшереүселәр (йәғни ЮХХДИ) тарафынан техник талаптар булдырылған.
Үҙ балаларын таң һарыһынан уятып, ҡайһы бер осраҡта 40 – 50 саҡрымға уҡыу­ға оҙатҡан ата-әсәләр белергә тейешле уҡыусылар автобустарына ҡарата техник талаптар ГОСТ Р 51160-98 (үҙгәртеүҙәр 2003 йылдың 23 майында һәм 2007 йылдың 29 октябрендә индерелгән) билдәләнгән. Бына ата-әсә белергә тейеш иң мөһим талаптар:
ГОСТ-тың 4.2.2. пунктына ярашлы, авто­бус­та тик ултырып йөрөр өсөн генә урындар булырға (баҫып барыусы булыр­ға тейеш түгел);
4.2.3. Ултырғыстар тик автобус хәрәкәте ыңғайына ғына ҡулайлаштырылған булырға;
4.3.4. Ситке урындарҙа ҡул терәүҙәре (подлокотник) булырға;
4.3.9. Автобуста ишектәр һаны буйынса бер йә ике урын балаларҙы ҡарап барыу­сы оло кешегә тәғәйенләнгән булырға;
4.5.3. Водитель һәм пассажирҙар араһында бүлем (перегородка) булмаҫҡа;
4.5.8. Һәр урында балаларға тотонғос ҡулайламалар, хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм уларҙы күсереп нығытыу ҡулайламаһы булырға;
4.5.11. Автобус иҙәненең материалы тайғаҡ булмаҫҡа;
4.5.18. Автобус тиҙлеге сәғәтенә 60 саҡрымдан артмаҫҡа;
4.5.19. Автобустың алдында һәм артҡы өлөшөндә тыштан «Балалар йөрөтөү» («Перевозка детей») тигән Рәсәй Федерацияһы юл хәрәкәте тәртиптәрендә ҡабул ителгән билдә булырға;
4.5.20. Кузовтың ян-яғында, шулай уҡ алдында һәм артында «Балалар» («Дети») тигән яҙыу булып, хәрефтәр бейеклеге кәмендә 25 см, ә ҡалынлығы 2,5 см булырға;
4.5.21. Автобуста ике аптечка булырға;
4.5.22. Автобуста ике янғын һүндергес булып, береһе водитель урыны янында булырға;
4.5.24. Автобустың кузовы һары төҫкә буялған булырға тейеш.
Бынан тыш, Башҡортостан Республика­һының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан да балалар йөрөтөүсе автобустарға ҡарата айырым тәртип булдырылған. Уға ярашлы:
– Балалар йөрөтөүсе автобустарға водитель итеп һуңғы өс йылда автобуста эшләү стажы өҙөлмәгән кешеләр генә алына.
– Автобуста балалар булған хәлдә, улар ултырған һәм төшкән ваҡытта водитель салондан сыҡмаҫҡа тейеш.
– Автобус менән балаларҙы йөрөтөү киске сәғәт 11-ҙән иртәнге 7-гә тиклем, шулай уҡ томан, ҡар, ямғыр ваҡытында, юл насар күренгәндә тыйыла.
– Балаларҙы тик көндөҙ яҡты мәлдә һәм фараны яҡынға яҡтыртҡан көйө генә йөрөтөргә мөмкин.

Әлбиттә, автобустың техник торошо, водителдең һаулығы һәм эсмәгәнлеге һәр рейс һайын тикшерелеүе мотлаҡ. Хәҙерге закон буйынса водителгә тәмәке тартырға ярамағанлығын да барыһы ла беләлер.
Ата-әсәләр бына әлеге ҡағиҙәләр менән яҡшы танышып, балаларының имен-һау ҡайтыуын теләп оҙатҡанда, ошо шарттарҙың үтәлеүен талап итһен ине.
Иң яҡшыһы, әлбиттә, ауылда булған мәктәпте һаҡлау.

Сания СӘҒИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!