RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Берҙәм форма кәрәкме?

24.05.2013 Берҙәм форма кәрәкме?

Мәктәп йылдары һәр кемдең хәтерендә төрлөсә ҡала. Шул иҫәптән нисек кейенеп йөрөгән дә онотолмай. Кемдәлер ҡыҙыл галстук тағып йөрөгәне ҡәҙерле осор булып һаҡлана, берәүҙәр сығарылыш кисәһен һағынып иҫләй, ҡатын-ҡыҙ күберәк аҡ таҫмалы, аҡ алъяпҡыслы көндәрен хәтерләй. Хатта ҡайһыларындалыр алъяпҡыстары һаман һаҡлана. Бөгөн дә мәктәп формаһы тураһында һүҙ йыш ҡуҙғатыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе лә ошо мәсьәләгә етди иғтибар бирә. Яҡын арала РФ Дәүләт Думаһына берҙәм форма индереү тураһында закон проекты өсөн тәҡдимдәр ебәрелергә тейеш. Иҫәпләүҙәренсә, берҙәм форма балалар араһындағы социаль тигеҙһеҙлекте бөтөрәсәк һәм уларҙы тәртипкә лә өйрәтәсәк.
Хәйер, мәктәп формаһы барлыҡҡа бар ул, тик төрлө мәктәп өсөн ул төрлөсә. Әлбиттә, ҡапыл ғына берҙәм кейемгә күсеү ауырыраҡ. Әле беҙҙә яраҡлы туҡыма етештергән өс ҙур комбинат бар. Был әҙ. Бәлки, шуғалыр ҙа ошо йылдың 1 сентябренән үк берҙәм форма индереү тураһында һүҙ алып барылмай. Әйткәндәй, Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко кейемдең бушлай булырға тейешлеген дә әйткәйне. Бының булыуы мөмкин түгеллеген аңлай торғанһығыҙҙыр.
Шулай ҙа кәрәкме ул берҙәм форма, әллә әлеге булғаны ла ярап ҡаламы? Фекерҙәргә
күҙ һалайыҡ.

Ирина МАНУЙЛОВА, РФ Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары:
− Беҙгә форма тураһында закон проекты, “Мәғариф тураһында” федераль законға төҙәтеүҙәр индереү рәүешендә, апрель аҙағында бирелгәйне. Әлеге закон буйынса, уҡыусыларҙың кейеменә талап белем биреү учреждениеһының үҙ иркендә. Һәр хәлдә, Рәсәй субъекттары законында был турала берҙәм талаптар булыуы дөрөҫөрәктер. Бөтә ил кимәлендә бер иш форманы тергеҙеү мөмкин түгел. Сөнки бөгөн мәктәптәрҙең 30 процентында берҙәм форма булдырылған, хәҙер яңы талаптар менән уларҙы тағы үҙгәртеүҙең файҙаһы юҡ.
Форма бушлай булмаясаҡ, ә күп балалы йә әҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам тураһында һүҙ бара.

Рәмилә ҒӘЛИМНУРОВА, ике уҡыусы әсәһе:
− Минең балаларымдың, улым һәм ҡыҙымдың мәктәбендә ике төрлө форма кейергә мөмкин. Ул бер төҫлө салбар йә юбканан һәм шаҡмаҡлы пинжәк-жилеттарҙан тора. Малайҙарға еңелерәк, ә ҡыҙым шаҡмаҡлы костюмды әллә ни оҡшатмай, шулай ҙа, мотлаҡ булғас, кейә. Тик ҡайһы бер уҡыу­сылар өлкәнәйә бара бер иш кейенеп йөрөргә яратмай.
Минеңсә, берҙәм кейем кәрәк, тик уның хаҡын бер аҙ арзанайтыу мөмкин түгелме икән? Балалар тиҙ үҫә, йыл дауамында кейемдең теге йәки был өлөшөн яңыртып һатып алып торабыҙ. Был ҡиммәткә төшә.

Екатерина НИКОНОВА, өлкән класс уҡыусыһы:
− Быйыл 9-сы класты тамамлайым. Тик 10 − 11-се кластарҙа, совет заманындағы кеүек, башҡалар менән бер иш кейенеп йөрөргә теләмәйем! Әгәр кешенең белем алғыһы килә икән, бында кейем бер ниндәй ҙә роль уйнамай. Берҙәм мәктәп формаһы беҙҙең ярлы-байлығыбыҙҙы ла билдәләмәй, аҡылға ла бер ниндәй ҙә йоғонтоһо юҡ. Шуға берҙәм форма тураһында яңылыҡ минең өсөн яҡшы түгел.

Айрат ЗАРИПОВ, ҡыҙы 8-се класта уҡый:
− Бәләкәй кластарҙа балаға нимә кейҙерһәң дә кейә. Иң мөһиме, ул кейем уңайлы булһын. Ә ҙурая килә, үҙҙәре әйтмешләй, ямаҡ кейемдән баш тартырға әҙерҙәр. Ҡыҙым, беҙгә былай ҙа күп нәмә тыйыла, тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Бөгөнгө балаларҙың һис тә бер иш кейенгеһе килмәй. Ә беҙ уҡыған осорҙа, 80-се йылдарҙа, барыһы ла ябай ине, әммә малайҙар ҡара күк костюмдан, ҡыҙҙар ҡара йә һоро форманан баш тартманы. Галстукты ла ҙур теләк менән бәйләнек. Бәлки, уҡыусыларҙы ҡатыраҡ тәртипкә өйрәтергәлер? Күҙ алдына килтерегеҙ әле – мәктәпкә кем джинсыла, кем мәғәнәһеҙ һүрәт төшөрөлгән футболкала, кем бик ҡыҫҡа юбкала килһә, нисек булыр?

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!