21.05.2013 Гимназияның нигеҙ таштары
Оло быуын уҡытыусыларынан күп нәмәгә өйрәнеп ҡалдыҡ
Был мәҡәләмдә коллегаларым – быйыл хаҡлы ялға китеүсе Асия Лотфуллина, Хөмәйрә Дәүләтшина, Нәсимә Хәмзина, Гөлнур Аҡбулатова, Мәфрүзә Мөхәмәтдинова һәм Рәмзә Ильясова тураһында бер кәлимә әйтергә теләйем. Улар барыһы ла коллективтың нигеҙ ташын тәшкил итеүсе, гимназия асылған көндән хеҙмәт иткән тырыш, эшһөйәр, тәрән хөрмәт ҡаҙанған оло быуын уҡытыусылары.
Уларҙың эштәге уңыш-ҡаҙаныштарынан бигерәк, шәхси тормошо, кешелек сифаттары тураһында бәйән итмәксемен.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы Асия Ғилметдин ҡыҙы Лотфуллина − ауылдашым, күрше апай. Беҙ бала саҡта уҡ уның уҡытыусы буласағын белә инек. Урам балаларын йыйып, “мәктәп”те күп уйнатты ул. Күп балалы ғаиләлә өлкән ҡыҙ булараҡ, һеңле-ҡустыларын ҡарау буйынса яуаплылыҡты ла теүәл башҡарҙы. Мәктәп коллективы уны оҫта баҡсасы тип белә. Уның үҫентеләрен күптәр теләп һатып ала. Ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ үҫеп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше донъя ҡуйҙы, Асия апай бирешмәне, көслө рухлы булып ҡалды. Тормоштан йәм табып йәшәгән, йөҙөнән йылмайыу китмәгән коллегабыҙҙың сослоғона, эшһөйәрлегенә һоҡланабыҙ. Өйөндә егәрле хужабикә, донъяһы, үҙе кеүек, тыштан да, эстән дә көлөп тора. Балаларына хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй. Ижади ҡарашлы, киң эрудициялы, эҙләнеүсән уҡытыусы юғары наградаға – Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булды.
Хөмәйрә Әхмәҙи ҡыҙы Дәүләтшина ла – башланғыс кластар уҡытыусыһы. Бөгөнгө уҡыусыларының ата-әсәләре ҡасандыр үҙҙәре уның ҡанаты аҫтынан осоп сыҡҡан. Бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған уҡытыусының юғары исем-дәрәжәләре булмаһа ла, ул ата-әсәләрҙең ихтирамын, ышанысын үҙенең тырыш хеҙмәте, эшкә яуаплы ҡарашы менән яулап алды. Коллективта уны кешелекле, иғтибарлы булғаны өсөн ихтирам итәләр. Хөмәйрә Әхмәҙи ҡыҙы – сабыр холоҡло, баҫалҡы, аҡыллы ҡарашлы уҡытыусы. Уның сығарылыш уҡыусылары башҡаларҙан төплө белеме, тәртибе менән бер башҡа айырылып тора. Тилбер, сос, ҡулынан килмәгән эше юҡ, оҫта итеп бәйләй ҙә, тегә лә, аш-һыу әҙерләүҙә уға тиңләшеүсе юҡ. Оҫта баҡсасы ҡышҡылыҡҡа ниндәй генә һуттар, салаттар, ҡайнатмалар әҙерләмәй. Тәҙрә төптәрендә үҫкән гөлдәре күҙҙең яуын ала. Өс ҡыҙы ла икешәр юғары белемгә эйә булды, бөгөн ата-әсәһен ҡыуандырып, үҙ аллы донъя көтә.
Мәфрүзә Иштимер ҡыҙы Мөхәмәтдинова – грантҡа лайыҡ булған географ, иҡтисади һәм юридик яҡтан да бик белемле шәхес. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, ябай итеп аңлатып бирә. Гимназияның профком рәйесе вазифаһын башҡарғанда кәңәштәре, ярҙамы, ыңғай энергияһы менән берҙәм коллектив туплауға иреште. Заманында мәктәптең шәп спортсыһы булып танылды Мәфрүзә Иштимер ҡыҙы. Ә бит тормош уның алдына күп кенә кәртә ҡуйҙы: яңғыҙына өй төҙөргә лә, әсәйҙән ҡалған һеңле-ҡустыларына терәк-таяныс булырға ла тура килде. Бөгөн дә уларҙың тормошо, шатлыҡ-көйөнөстәре менән ҡайнап йәшәй. Юғары белемле табиптар булған улы һәм ҡыҙының ныҡлы терәге, бәхетле өләсәй. Көслө рухлы, иғтибарлы, аҡыллы, тырыш булғаны өсөн Мәфрүзә апай менән һоҡланабыҙ.
Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Ибраһим ҡыҙы Аҡбулатова йор һүҙлелеге, ябайлығы, тормоштан йәм таба белеүе, бай фантазияһы, спортты яратыуы менән коллективта дан ҡаҙанған. Ул һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә йөрөй, тирә-йүнгә ыңғай энергия өләшә. Туған йәнле, ярҙамсыллыҡ сифаттары туғандарына ғына түгел, коллегаларына ла етә. Ҡулында балта-сүкеш уйнап торған оҫта төҙөүсе лә ул. Егәрле кеше мәктәп коридорының бер мөйөшөнән үҙенә кабинет яһап алды. Дан-шөһрәт артынан ҡыумай, бөтә күңелен һалып эшләй, үҙенең фәне буйынса бик грамоталы белгес икәне бәхәсһеҙ. Гөлнур Ибраһим ҡыҙы – бик бәхетле ҡатын, Һаҙый ағай менән уларҙың ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡ. Аҡбулатовтар ике улының балаларын һөйөп ҡыуана.
Тағы бер телсе – уҡыусыларҙа рус теленә һәм әҙәбиәтенә ҡарата һөйөү уятыусы Нәсимә Әшираф ҡыҙы Хәмзина ғаилә династияһын дауам итеүсе, бар булмышы менән тәбиғәттән уҡытыусы. Гимназияның намыҫы, өлгөһө, коллективта үҙенең яуаплылығы, теүәллеге, төплө белеме менән йәштәргә үрнәк. Һәр ваҡыт кешегә иғтибарлы, тыныс, оло-кесеһенә ихтирамлы булғаны өсөн уны коллегалары, ата-әсәләр һәм балалар хөрмәт итә. Фәнен яҡшы белгән, һәр нәмәне урынына еткереп, баш баҫып эшләүсе баҫалҡы уҡытыусы үҙенә бер ваҡытта ла айырым шарттар талап итмәй, иңенә артыҡ йөк тейәгәндәрен дә өнһөҙ күтәрҙе. Үҙен-үҙе тырыш хеҙмәте менән юғарыға күтәргән остаз күңеле менән матур, хатта тышҡы ҡиәфәтенең ыҫпайлығы, йыйнаҡлығы ла ысын уҡытыусы портретын хасил итә. Нәсимә Әшираф ҡыҙы, тормош тулҡындары алдына ауыр һынауҙар ҡуйһа ла, бөгөлөп төшмәне, яңғыҙы ике ҡыҙға дөрөҫ тәрбиә, юғары белем бирҙе. Кесе ҡыҙы әсәһенең юлын дауам итә. Өйөндә ул егәрле, өлгөр хужабикә, ейәнен тәрбиәләшә.
Уҡыусылары район, республика күләмендә һәр ваҡыт призлы урындар яулаған Рәмзә Ғәли ҡыҙы Ильясова үҙен көслө физик итеп танытты. Коллективта тура һүҙле, принципиаль уҡытыусыны эшен еренә еткереп башҡарғаны, талапсанлығы өсөн хөрмәт итәләр. Улы ла, ҡыҙы ла гимназияны миҙалға тамамланы. Тормош Рәмзә Ғәли ҡыҙын да иркәләтмәне, ул да өйлө булыу өсөн эшкә ирҙәрсә егелде. Хәҙерге көндә ул бәхетле өләсәй, балаларының хәстәрҙәре менән йәшәй.
Һүҙемде йомғаҡлап, коллегаларыма ғаилә бәхете,балалар ҡыуанысы, бәхетле ҡартлыҡ теләйем. Һеҙ беҙгә, йәштәргә, өлгө булып ҡалаһығыҙ. Хаҡлы ялда ла тыныс ҡына ятмауығыҙға, һәр берегеҙҙең күңеленә хуш килгән шөғөл табасағына иманым камил. Гимназия коллективы исеменән һеҙгә рәхмәт белдерәм.
Фәниә ҠӘЙНИЕВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.