RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Педагогтар династияһы

17.05.2013 Педагогтар династияһы

Педагогтар династияһыӨфөләге һоро төҫкә (күпселек йорттар шулай) өйрәнгәс, Яңауыл ҡала­һына килеп инеү менән күҙҙәр асылып, күңел күтәрелеп киткәндәй тойолдо. Донъяның бындай мөғжизәле урындары ла бар икән, тип һоҡланып ҡуйҙым. Йәшел, һары, зәңгәр, ҡыҙыл төҫлө бейек-бейек йорттарға ҡарап, күҙҙәр ял итеп ҡалғандай булды. Яңауыл ҡалаһы ай үҫәһен көн үҫә, күрәһең. Урамдағы кешеләрҙең йөҙҙәренең нуры ла ҡаланы балҡыта төҫлө. Самауырына һыу ҡойоп, торбаһына тере ҡуҙ һалып, бында кем көтөп торһон инде, тип уйға сумыуым булды, кемдер миңә өндәште, буғай. Баҡтиһәң, 1-се мәктәп директоры Фәрит Фәхраз улы Харисов икән дә. Мәктәпкә рәхим итеүебеҙҙе үтенде. Данлыҡлы педагогтар, дүрт ағалы-ҡустылы Харисов­тарҙың берәүһе Фәрит. Ошо дүрт таған тураһында мәҡәлә яҙыр­ға, уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында гәзит биттәрендә йылы һүҙ әйтергә күпме уҡталғаным булды. Тәү килгәнемдә ваҡыт яғы ла наҡыҫ ине. Бының өсөн махсус рәүештә килеп сығырға ла уйлағайным. Бер ҙә генә йүне-сираты табылмай ҙа ҡуя. Ҡалтасы райо­нында командировкала сағымда Яңауыл ҡалаһы һәм районының яңы хакимиәт башлығы Илшат Вәзиғәтов менән дә осрашҡайным. «Саҡы­рырбыҙ, килерһегеҙ», − тип әйткәйне. Әммә ҙур вазифа биләгән кешенең уйында бер мин генәме ни? Ғүмер тигәнең, үҙ мәшәҡәттәре менән албырғатып, үтә тора. Уйҙар ҙа, теләк тә хәтер төптәрендә йомола бара. Яҙмыш тағы ла мине Яңауылға әйҙәп килтерҙе. Боронғо таныштар һымаҡ, иң беренсе күргән кешем дә Фәрит Харисов булды. Күңелем күтәрелеп китте. Фәриттең ябайлығы, хәстәрлеге икеле-микеле уйҙарымдан арындырҙы.
Уның менән күптәнге яҡын таныштар һымаҡ, бер-беребеҙҙең ҡулдарын ҡыҫабыҙ. Икебеҙҙең дә ҡыуаныслы йөҙҙәрҙән Яңауыл ҡалаһы урамдары тағы ла яҡтырып, балҡып киткәндәй тойолдо. Ат кешнәшеп, кеше һөйләшеп таныша, ти халыҡ аҡылы. Фәрит Фәхраз улы менән бына икенсе тапҡыр осрашам, һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Яңауыл районында Истәк тигән ауыл бар. Ана шул ауылдың исеме үк «Мин − башҡортмон!» тип ҡысҡырып торған һымаҡ. Башҡорттарҙы борон истәк тип тә атағандар бит әле. Истәктә дүрт бер туған Харисовтар донъяға килгән. Иң өлкәндәре Фираз (1952), артабан Фарис (1956), һуңынан игеҙәктәр Фәнит һәм Фәрит (1958) тик бер юлды − уҡытыусы һуҡмағын үҙ итәләр. Әсәләре уларҙы шулай күрергә теләгән. Сөнки ул да Истәк мәктәбендә эшләгән. Уның бер туған ҡустыһы Наил Ибраһим улы Фазлыев бар ғүмерен бала­лар­ға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған. Ул бик күп йылдар Истәк мәктәбенең директоры булған. Дүрт ағалы-ҡустылы Харисовтар бөгөнгө көндә лә уҡытыу­сы. Әйтеп китеүемсә, ошо дүрт тағандың әсәһе Истәк мәктәбендә уҡытыу­сы-тәрбиәсе булып эшләгән. Тимәк, әсә ҡөҙрәте, әсә һөйөүе, наҙы, тәрбиәһе ҡыйын да, ауыр ҙа, яуаплы ла булған уҡытыусы һөнәренә әйҙәгәндер үҙ балаларын. Һайлап алған кеүек дүрт ир бала бер-бер артлы үҫә тора, үҙҙәрен белем алған мәктәптең данын ишәйтә бара. Әсә кешегә (исеме Ғәзимә) бынан да ҙур бәхет бармы икән? Дүртәүһе лә Ҡазан дәүләт педагогия институтын тамамлай. Бөгөн улар − атҡаҙанған уҡытыусылар.
Артабан гәзит уҡыусыларын ошо дүрт тағандың һәр береһе менән ҡыҫҡаса ғына таныштырып үтәм.
Фираз Харисов иң яҡын коллегам икән дә. Бер-беребеҙҙе күрмәһәк тә, ниңәлер ул миңә бауырҙаш һымаҡ. Уның тормошондағы ҡайһы бер һикәлтәләр (артылыштар) минең ғүмеремдә лә булғайны. Фәхраз улы Фираз уҙаман авиация ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иткән сағында (1973) партияның Үҙәк комитеты тарафынан бирелгән юллама менән уға Мәскәү дәүләт университетының фәлсәфә факультетына уҡырға барырға тәҡдим итәләр. Әммә командирҙарын ғәжәпкә ҡалдырып, ул «һауалағы торна»нан баш тарта. Фираздың үҙ юлы, үҙ маҡсаты, тормош тигән абстракт төшөнсәгә ҡарата үҙ мөнәсәбәте, баһаһы була. Уҡытыусылыҡ эше уның күңелендә яҡты бер эҙ, маҡсатҡа әйҙәүсе бер нур булып ҡалғандыр, күрәһең. Ул әрме хеҙмәтенә алынмаҫ борон уҡ үҙе тамамлап сыҡҡан Истәк мәктәбендә уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. «Балаҡайҙарым, уҡып кеше булығыҙ!» − тигән әсә теләге лә уның ҡолағында мәңгелек саҡырыу кеүек яңғырағандыр. Әммә үҙ алдына ҡуйған юғары маҡсаты, намыҫы уны уҡырға әйҙәй. Ҡайҙа барырға? Был һорауға ла уның яуабы әҙер: «үҙ илеңдә олтан булғансы, сит илдә солтан булыу хәйерлерәктер». Бына ошо талпыныу уның ғүмерлек яҙмышын хәл итә лә. Шулай итеп, Фираз Харисов Ҡазан дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетына аяҡ баҫа һәм бөгөн дә шул уҡыу йортоноң шәфҡәтле бер йондоҙолор. Йондоҙ тип әйткәс, уның нурҙарына торошло хеҙмәт уңыштарын да һанап сығыу кәрәктер. Заман үҙгәрә, саңын ҡағып, заң үҙгәрә. Ҡасандыр ул студент булған саҡтағы институт университетҡа әйләнә. Фираз Фәхраз улы Харисов шул уҡыу йортоноң беренсе проректоры, Рәсәй Федерацияһының юғары бе­лем биреү буйынса маҡтаулы хеҙмәткәре, педагогия фәндәре докторы, профессор, Татарстандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, фән эшмәкәре, Ҡәйүм Насыри исемендәге премия лауреаты. Ул Татарстан Республика­һы Президентының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Яҡташы­быҙҙың яулаған үрҙәре бының менән генә бөтмәй әле. Университеттың татар теле һәм әҙәбиәте факультеты базаһында асылған рус мәктәптәрендә татар теленә өйрәтеү кафедраһы ойошторола. Шул кафедраның мөдире – Фираз Харисов. Кафед­раның үҙ аспирантураһы ла бар. Ул диссертациялар яҡлау буйынса ике советтың ағзаһы булып тора. Эшләһәң, эш ҡарышмай, ти халыҡ аҡылы. Бөгөн Фираздың 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте донъя күргән. Шуның эсендә тиҫтәләгән монография, утыҙға яҡын дәреслек, методик әсбап, ундан ашыу һүҙлек һәм башҡа уҡыу ҡулланмалары бар. Миңә ҡалһа, бер үҙе тотош бер институт башҡарған эште эшләй һымаҡ. Ә бит ғилми-тикшеренеү эштәре өсөн юғары уҡыу йорттарында эш хаҡына өҫтәмә түләү ҡаралмаған. Профессор Фираз Харисов­тың ғилми хеҙмәттәре Париж, Төр­киә, Алматы, Мәскәү, Санкт-Петер­бург, Һамар, Томск, Өфө, Стәрле­тамаҡ һәм башҡа ҡалаларҙа нәшер ителде. Уның хеҙмәттәре лингводидактика, дөйөм педагогика, белем биреү һәм педагогика, ике теллелек проблемаларына арналған. Шуны ла әйтергә кәрәк: татар теленә өйрәтеү методикаһы буйынса Татарстанда ул берҙән-бер фән докторы. Уның 2002 йылда Санкт-Петербургтың «Мәға­риф» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Сит тел булараҡ татар теленә өйрәтеү методикаһы нигеҙҙәре» исемле хеҙмәте Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек сифатында тәҡдим ителде.
Шәхес ҡайҙан башлана? Донъя картинаһын танып белеүҙән, заман ағышына үҙмөнәсәбәттән, үҙбаһанан башланалыр, минеңсә. Ошо тәңгәлдә Фираз Харисовтың бөгөнгө көндә киләсәк быуынға белем биреү системаһына үҙ ҡарашы хаҡында ла миҫал килтереү кәрәктер. Ул үҙенең бер интервьюһында («Атна» гәзитенең 2010 йылдың 24 февраль һанында баҫылған) шулай тип әйткәйне: «Рәсәй Дәүләт Думаһы милли төбәк компонентын кәметеү хаҡында закон ҡабул итте. Ә был татар, башҡорт һәм башҡа телдәрҙе уҡытыуҙа сәғәттәр һаны киҫкен ҡыҫҡартыла, тигән һүҙ. Был инде кире процесс… Рәсәйҙең юғары белем биреү системаһында ла бакалавр һәм магистр­ҙар әҙерләүҙә сәйер күренештәр бар. Рәсәйҙе юҡҡа ғына парадокстар иле тип атамағандар. Мәҫәлән, унда туған телде психолингвистика менән бергә өйрәтмәкселәр. Телде нисек әҙәбиәттән айырып була? Һәм филолог бары тел уҡытыусыһы ғына булып сығасаҡ тигән һүҙ был. Шундай хәлдәр беҙҙе борсой. Һәм беҙ башҡорт дуҫтар, башҡа милләттәр менән бергә туған телде хоҡуҡи яҡтан да яҡларға ынтылабыҙ. Сөнки маҡсаттар изге, тимәк, һөҙөмтәләр ҙә ыңғай булыр. Бергәләп көрәшергә кәрәк буласаҡ. 90-сы йылдарҙа шулай уңыштарға ирешкәйнек бит!».
Фираз Харисовтың ҡул арты еңел булды шикелле. Башҡа ҡустылары ла уның артынан эйәрҙе.
Фарис Харисов. Тырышлыҡ, әленән-әле яңы артылыштар яулау − Харисовтарҙың дүртеһенә лә хас сифаттыр. Фарис «Ағай − өлкән, мин ҙур» тип тә әйтергә хаҡлылыр, минеңсә. Ул − педагогия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй белем биреү академияһының мөхбир ағза-һы, Татарстандың, Рәсәйҙең атҡа­ҙан­­ған уҡытыусыһы, Рәсәй Феде­рацияһының дөйөм урта белем биреү буйынса маҡтаулы хеҙмәткәре, белем биреү системаһында сәләмәтлекте нығытыуға булышлыҡ итеүсе Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, «Сәләмәтлекте һаҡлаусы белем биреү» исемле фәнни-ғәмәли журналдың баш мөхәррире. Күрҙегеҙме? Бына ниндәй шәхес ул! Истәк ауылының элекке малайы тип уйламаҫһың да!
Әлбиттә, үҙ илеңдә олтан булыуы нисек ауыр булһа, сит илдә солтан дәрәжәһенә күтәрелеү күпме тырышлыҡ, яуаплылыҡ талап итә кешенән. Үрҙә һанап сығылған дан турталары уның фәнни эшмәкәрлеген генә сағылдыра. Фарис Фәхраз улының юлындағы вазифалар ҙа һоҡландыра. Мәҫәлән, иғтибар итегеҙ: студент − уҡытыусы − директор урынбаҫары − директор − райондың мәғариф идаралығы начальнигы − Татарстандың мәғариф һәм фән министры − Мәскәү дәүләт асыҡ университеты проректоры − Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Белем биреүҙе үҫтереү институты директоры һәм башҡалар. Профессор Фарис Харисов, Ҡазан дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлаһа ла, бер ҙә тарихсы булып китмәгән. Уның күңеле филология фәненә тартылған. Был фәндең нигеҙендә тыуған ер моңо, туған телдең ғәжәп бай һүрәтләү саралары, әсә телмәре, халыҡ мәҙәниәте теле, тыуған төйәк балҡыштарының нуры ята. Заманса белем биреүҙә, баланың һәләтен, шәхес һыҙаттарын үҫтереүҙә лә туған телдең көсө, әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ана шуға ла Фарис Фәхраз улының туған телгә мөхәббәте лә, мөнәсәбәте лә бик ҙур.
Туған телдәрҙе Рәсәй кимәлендә балҡытыу кем өлөшөнә төшкән көмөш? Әлбиттә, Фарис уҙамандың бәхетле яҙмышының бер сағылышы. Туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй конкурсын да ул ойоштороп ебәрҙе. Бының менән ул илебеҙҙең милли төбәктәрендәге туған телдәр­ҙең рус теленән һис тә кәм булмауын үҙәктәге мәғариф етәкселәре алдында иҫбат итте, минеңсә.
Ҙур ғалим һәм дәүләт эшмәкәре Фарис Харисов − бөгөнгө белем биреү системаһы проблемаларына арналған байтаҡ хеҙмәттең авторы. Мәҫәлән, уның «Милли мәҙәниәт һәм мәғариф» (М., 2000), «Мәғариф һәм сәләмәтлек» (М., 2003), «Белем биреүҙең төбәк системаһы» (М., 2005), «Милли төбәк мәғарифы: теория һәм практика» (М., 2007), «Күп милләтле мәктәптәрҙә күп мәҙәниәтле белем биреү» (М., 2009) һәм башҡа монографиялары Рәсәй һәм милли төбәк мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе.
Фәрит һәм Фәнит. Был игеҙәктәр­ҙе ниңә айырҙылар икән? Шундай һорауҙың үҙенә күрә етди нигеҙе лә бар. Халыҡтың йәшәү рәүешендә лә, ғөрөф-ғәҙәт буйынса ла игеҙәктәр бер урында, бер төбәктә иңгә-иң терәшеп йәшәргә тейештәр ҙә. Хатта хөкүмәт етәкселәре лә игеҙәктәрҙе бер урында, бер үк ойошмала тоторға тырыша. Мәҫәлән, әрмелә мин хеҙмәт иткән часта ике Бжалава − игеҙәктәр булғайны. Икеһе лә майор. Береһе һиңә ниндәйҙер бойороҡ бирә. Ә беҙ яңылыш: «Иптәш майор, һеҙҙең приказығыҙ үтәлде!» − тип икенсеһенә өндәшер инек. Теге ни: «Мин һиңә бойороҡ бирмәнем», − тип мыйыҡ араһынан ғына көлөр ине. Быға көлкө. Ә беҙ уның һыңарын эҙләп йүгергеләй торғайныҡ.
Фәнит менән Фәрит Харисовтар, «Беребеҙ − ҡояш сығышында, беребеҙ − байышында» тигән һымаҡ, айырым йәшәһәләр ҙә, эштәре улар­ҙың игеҙәктәрсә. Икеһе лә − юғары категориялы директорҙар. Фәрит Яңауыл ҡалаһының мәктәбен етәкләй. Фәнит Ҡазандағы 15-се татар гимназияһында директор булып эшләй. Фәрит Фәхраз улы Яңауыл ҡалаһының 1-се мәктәбендә яңыраҡ эшләй башланы. Уға тиклем ул Яңауыл ҡалаһының бер гимназияһында директор ине. Бер үк йылды Ҡазандың 15-се гимназияһы һәм Яңауылдың гимназияһы Рәсәйҙә иң һәйбәт мәктәптәр исемлегенә инә һәм Рәсәй Прези­дентының миллион һумлыҡ грантына лайыҡ була. Бына быныһы инде игеҙәктәрсә. Бөгөнгө электроника, интернет заманында, был мәктәптә шул бар, теге мәктәптә был бар, тип бер кемде лә аптыратып булмай. Рәсәйҙә мәктәптәрҙе, класс-кабинеттарҙы, китапханалар­ҙы, тантаналар (актовый) залын йыһазландырыу бер үк стандартҡа ҡоролған. Шуға күрә Фәриттең мәктәбе лә, Фәниттең гимназияһы ла балҡып тора, педколлективтарҙың йөҙҙәре тағы ла яҡтыраҡ. Уҡыусы­лары ла уларҙың йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Халыҡ-ара, Рәсәйҙә, төбәктәрҙә, ҡала күләмендә уҙға­рыл­ған төрлө конкурстарҙа призлы урындар, грамоталар, дипломдар яулайҙар. Ике директор ҙа үҙ педколлективының көсөн уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреүгә йүнәлткән. Мәҫәлән, Фәриттең мәктәбендә балаларҙың белем сифаты (тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә өлгәшеү) – 51 процент. Уҡыусылар­ҙың күбеһе (81 процент) йылдың-йылына юғары уҡыу йорттарына уҡыр­ға инә. Фәнит етәкселек иткән гимназияның күрһәткестәре лә был тәңгәлдә һис тә кәм түгел. Икеһе лә ҡала, район, республиканың йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнаша, коллективтарында абруйлы етәкселәр.
Фәнит − педагогия фәндәре кандидаты. Фәрит тә ятып ҡалмаҫ, моғайын.
Бына шулай, ағай-эне − аҡ мыйыҡ, бер-беребеҙҙе ҡаҡмайыҡ, тигәндәй, дүрт ағалы-ҡустылы, бер туған Харисовтар ватан дидактикаһына ҙур өлөш индерә. Мәҡәләмә һуңғы нөктәне ҡуйыр алдынан тағы ла уйланып ултырҙым. Әгәр шул ағалы-ҡустыларҙың барыһы ла Башҡортос­танда булһа, улар шундай ҙур бейеклектәргә күтәрелер инеме? Ай-һай, беҙҙә бит башҡорт интеллегенцияһын үҫтереп бармайҙар. Яңылыш был үрләп, үҫеп китмәһен тип, башҡа сабата менән һуғып ҡына торалар. Шуға ла беҙҙең республикала Мәғариф министрлығы ғына эшләп ятҡан була. Уның эшмәкәрлегенә фәнни йүнәлеш бирерҙәй ғалимдар­ҙы күрмәҫкә маташалар. Ә башҡа милли төбәктәрҙә, хатта һәр бер өлкәлә Мәғариф һәм фән министрлығы гөрләтеп эшләй. Ярай, быныһы икенсе проблема.
Яңауыл районының Истәк (баш­ҡорт) ауылынан сыҡҡан дүрт ағалы-ҡустылының – педагогтар династия­һының тырыш һәм ихлас эшмәкәрлегенә һоҡланмау мөмкин түгел.

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!