RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Диплом эше һатыла. ҠИММӘт түгел»

26.04.2013 «Диплом эше һатыла. ҠИММӘт түгел»

«Диплом эше һатыла. ҠИММӘт түгел»Бер көн урамда ҡулыма реклама листовкаһы тоттороп киттеләр. Бында бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ, әлбиттә. Хәҙер ни, ҡала урамдарында аҙым һайын, бигерәк тә үҙәктә промоутерҙар, юлбаҫарҙар шикелле, юлды быуа. Ғәҙәттә, үҫмерҙәр, студенттар листовкаһын ҡулға көсләп тотторғас ҡына, артҡа сигенеп, һиңә юл бирә. Ә ҡулға алыуын-алғас, үҙең дә һиҙмәҫтән, күҙ йүгертеп сығаһың. Был юлы ҡағыҙ киҫәгендә әҙер реферат, диплом һәм курс эштәрен тәҡдим итәләр булып сыҡты. Ҡағыҙҙы ташлар өсөн сүп һауытын эҙләп, тирә-йүнгә күҙ йүгертеүем бушҡа ғына – һуңғы йылдарҙа баш ҡалала сүп һауыттары һәм эскәмйәләр менән дефицит шул. Ҡыҫҡаһы, листовка кеҫәмдә ҡалды. Ял көндәрендә, ҡыҙыҡ күреп, унда күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратырға булдым.
– Ике көн эсендә миңә Харуки Мураками ижады буйынса реферат яҙып бирә алмаҫһығыҙмы?
– Беҙ һеҙгә хатта диплом эшен ни бары ике аҙна эсендә яҙып бирә алабыҙ. «Ете бишле» компанияһы 13 йыл уңышлы эшләп килә, беҙҙәге кеүек тәжрибәле авторҙарҙы башҡа ерҙә эҙләп тапмаҫһығыҙ.
– Минең уҡытыусым бик талапсан. Рефератты үҙем яҙмағанды белһә, башымды ашаясаҡ…
– Беҙ үҙегеҙгә рефератты килеп тикшереү мөмкинлеген бирәбеҙ. Ниҙер оҡшамаһа, авторҙың төҙәтеүен һорай, йә өҫтәмәләр индереүен талап итә алаһығыҙ. Уҡытыусығыҙ эште оҡшатмаһа, яңынан килеп төҙәттерергә мөмкин.
– Ә хаҡы күпме буласаҡ?
– Ғәҙәттә, хаҡтар һеҙҙең талаптарға бәйле, реферат тиҙерәк әҙер булған һайын, ҡиммәтерәк була. Юғары уҡыу йортона, уҡытыусыһына ҡарап та билдәләнә. Компаниялағы бер түгел, икешәр юғары белемле квалификациялы хеҙмәткәрҙәр­ҙең яҙма эштәре бер-береһен һис тә ҡабатламай.
Ҡыҫҡаһы, теүәл хаҡты әйтмәне был ҡыҙ, 750 һумдан башлап, тиеүҙән ары китмәне.
Студенттар өсөн ҡыҙыу мәл, әҙер реферат, курс, практик курс эштәре эҫе бәлеш кеүек һатылып бөтә, ахыры. Интернеттан тағы бер телефон номерын яҙып алып, һандарҙы йыям.
– Миңә “Мостай Кәрим менән Акутагава Рюноскэның автобиографик прозаһын сағыштырыу” тигән темаға тиҙ арала курс эшен тапшырырға ине…
– Ә һеҙ ҡайһы уҡыу йортонан?
– БДУ-нан.
– Мин һеҙгә бер нисә минуттан үҙем шылтыратырмын, был теманы кем алырға ризалашыр икән, һорарға кәрәк.
Бер аҙҙан:
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡортса яҙған авторҙың эше бик күп, шуға күрә һеҙгә рус телендә генә яҙып бирә алабыҙ. Үҙегеҙгә тәржемә итеп алырға мөмкин.
– Ә кем яҙа, сер булмаһа?
– Юғары уҡыу йортонда эшләгән уҡытыу­сылар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, йәш сағығыҙҙа ниңә баш ҡатырып ултырыр­ға? Беҙгә көнөнә кәм тигәндә 50 кеше мөрәжәғәт итә. Тиҫтерҙәрегеҙ рәхәтләнеп яҙғы кистәрҙә ял итә, кино-дискотекаларға йөрөй. Барыһын да беҙгә ышанып тапшырығыҙ, бер тапҡыр юғары сифатлы эштән ҡәнәғәт булып, артабан ҡат-ҡат мөрәжәғәт итәләр. Беҙҙең заказды бар ерҙә лә ҡабул итәсәктәренә 100 процент гарантия бирәбеҙ.
– Миңә тағы философия, социология һәм сит ил әҙәбиәтенән рефераттар кәрәк, уларҙы оҙаҡ яҙасаҡтармы?
– Һис тә оҙаҡ түгел, иң кәмендә өс тәүлек көтөргә тура килер. Сит ил әҙәбиәтенән авторҙар бер көн эсендә үк яҙып бирә ала. Беҙҙә улар бик етеҙ эшләй.
– Улай булғас, интернеттан ғына алаһығыҙҙыр, ай-һай…
– Юҡ, беҙ антиплагиат системаһы менән эшләйбеҙ (антиплагиат теге йәки был текстың интернетта ҡуйылғанмы, юҡмы икәнлеген билдәләй – авт.). Ғәҙәттә, әҙер заказдарҙың 70 проценты шәхси автор­лыҡҡа тура килә, интернетта уны табып булмай. Шулай уҡ булмаһа, беҙҙә хатта магистрлыҡ, кандидатлыҡ эштәрен яҙҙыртып алмаҫтар ине.
Тағы бер нисә урынға шылтыратып ҡарайым.
– Беләһегеҙме, диплом етәксеһе минең эште ҡабул итмәй, ә диплом яҡларға ни бары бер ай ваҡыт ҡалды.
– Борсолмағыҙ, беҙҙең дипломдарҙы, ғәҙәттә, тик “бишле”гә яҡлайҙар, бынан да түбән баһа алғандары юҡ. Темағыҙ ауыр ғына, ӨДНТУ-ның мехфак уҡытыусылары ла бик талапсан, диплом эше һеҙгә 30 мең һумға төшәсәк. Тулыһынса биҙәп биреү менән бергә, әлбиттә. Исмаһам, бер ай элек мөрәжәғәт итһәгеҙ, 15 мең һум тирәһе булыр ине.
– Әҙер диплом эштәре юҡмы ни, бәлки, уларҙың береһен арзаныраҡ хаҡҡа һатып алып булыр?
– Ғәҙәттә, әҙер реферат һәм курс эштәре генә була, ә дипломдар һәр кемгә индивидуаль әҙерләнә, авторлыҡ хоҡуғы һаҡлана.
– Ә һеҙҙең эшмәкәрлек законға ҡаршы килмәйме? Ул-был хәл булһа, хурлыҡҡа ҡалмайым…
– Барлыҡ кәрәкле юридик документтарыбыҙ теүәл, һеҙҙең менән тәүҙә килешеү төҙөйәсәкбеҙ һәм ике төрлө гарантия бирәбеҙ, тәүгеһе – был эште фәнни етәксегеҙ быға тиклем күрмәгән, икенсеһе – был хеҙмәт һеҙҙең уҡыу йорто өсөн әлегә бөтөнләй яҙылмаған.
Башҡорт филологияһы факультеттарында диплом эштәрен күпкә арзанға яҙалар икән – 10 мең һум. Минең бер танышым хатта 6 мең һумға ла хеҙмәттәр яҙырға заказдар ҡабул итә. Йылына ике диплом эше яҙып өлгөрә ул. Бер ҡайҙа ла реклама бирмәй, алты йыл буйына диплом яҙыу менән шөғөлләнгәнгә күрә уны кәрәкле кешеләр үҙҙәре эҙләп таба.
– Үҙемә оҡшай был шөғөл, шуға күрә артыҡ аҡса алмайым. Студент мин диплом яҙған ваҡытта мотлаҡ яныма йыш килеп йөрөргә тейеш, өҙлөкһөҙ материалдар менән тәьмин итергә, тигән шарт ҡуям. Төндәр буйы ултырғаным бар хатта, берәүгә былтыр аҙна-ун көн эсендә әҙерләнем, – ти Рәйфә.
Ә тағы бер ир тап февраль – июнь айҙарында үҙен ярты йыллыҡ килем менән тәьмин итеп ҡуя. Йыш ҡына интернеттан материалдар алып та тулыландырам, шулай ҙа дәғүә белдергән кеше әлегә булманы, ти Вилдан. Һалымсылар белеп ҡалһа, яуап­лылыҡтан ҡурҡмайһыңмы, тигән һорауға ул былай тине:
– Һалымсыларҙан, депутаттарҙан башлап, хәҙер барыһы ла килемен йәшерә, улар ныҡлап тикшерә башлаһа, һәр икенсе кеше – законды боҙоусы. Тимәк, һалым инспекцияһы ярты илде ғәйепләргә тейеш була.
Уйлап ҡараһаң, тәжрибәле уҡытыусы ғилми хеҙмәттең һатып алыныуын, йә студенттың үҙе ижад итеүен шунда уҡ һиҙергә тейеш. Сөнки студент был эште яҡларға, һәр һорауға шартлатып яуап бирергә тейеш. Хәйер, белем эстәргә ынтылған кеше мотлаҡ рәүештә үҙе яҙырға ынтыласаҡ, әҙер хеҙмәтте һатып алыу уның башына ла килмәйәсәк.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!