RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәғариф күгенең яҡты йондоҙо

16.04.2013 Мәғариф күгенең яҡты йондоҙо

Мәғариф күгенең яҡты йондоҙоЗөһрә Сәләхова – эҙләнеүсән уҡытыусы ла, ғалимә лә, өлгөлө ҡатын да, һөйөклө әсә лә
Тормошта төрлө кешеләр була. Ҡайһылары, донъя тултырып «мин» тип һөрән һалһа ла, әллә ни эш ҡыйрата алмай, ә бәғзеләр тыйнаҡ ҡына, артыҡ күҙгә күренеп барырға ла тырышмай, ләкин алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт итә, туҡтауһыҙ ижади эҙләнә, тауҙай эштәр башҡара.
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультеты деканы, Башҡортостан Республи­каһының мәғариф алдынғыһы, филология фәндәре докторы доцент Зөһрә Иҙрис ҡыҙы Сәләхова Стәрлетамаҡта ғына түгел, республикала ла билдәле кеше.
Уҡытыусы иңенә йөкмәтелгән йәш быуынды тәрбиәләү кеүек изге лә, яуаплы ла бурысты аңлаған, намыҫ менән башҡарған, халҡы, теле өсөн янып йәшәгән был иҫ киткес шәхес тураһында бер-ике кәлимә һүҙ әйтмәү мөмкин дә түгелдер. Сөнки бик күп билдәле ғалим, яҙыусы сығарған уҡыу йортоноң данын күтәргән, бөтә һәләтен, көсөн студенттарға белем һәм тәрбиә биреүгә йүнәлткән, уларҙы мәрхәмәтлек, матурлыҡ, изгелек донъяһына әйҙәүсе уҡытыусылар араһында уның да өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур.
Халыҡ телендә «Булыр бала – биләүҙән» тигән мәҡәл йәшәй. Был һүҙҙәр тап Зөһрә Иҙрис ҡыҙына ҡарата әйтелгәндер, күрәһең. Бәләкәйҙән атаһы кеүек уҡытыусы булыу теләге ҡыҙҙың күңелендә был һөнәргә мөхәббәт уята.
Атаһы Иҙрис Язар улы Аҡъюлов һуғышҡа тиклем Ырымбур ҡалаһында Каруанһарай­ҙа белем ала. Уҡып бөткәс, Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярға мәктәп директоры итеп ҡайтарыла. 1939 йылда буласаҡ тормош иптәше Сәғиҙәне осрата. Матурлығы, ҡыйыулығы менән башҡаларҙан айырылып торған Баймаҡ ҡыҙы егеттең йөрәген тиҙ әсир итә һәм улар өйләнешә. Күп тә үтмәй, йәш белгесте Совет Армияһы сафына хеҙмәткә алалар.
…Шулай, киләсәккә пландар ҡороп, осрашыу сәғәттәре яҡынайыуға ҡанатланып ҡына йөрөгәндә, йәштәрҙең бөтә өмөттәрен, хыялдарын селпәрәмә килтереп, ҡәһәрле һуғыш башлана. 1941 йылда илде ҡара һөрөм ҡаплай. «Ил өҫтөнә төшкән ауырлыҡты ир-егеттәр күтәрергә тейеш. Осрашҡанға тиклем. Үҙеңде һаҡла!» – тип яҙа һалдат һуғыш­ҡа китер алдынан һөйгәненә.
Тәүәккәл таш ярған: күп уйлап тормай, йәш кәләш ире артынан яу ҡырына китә. Бәлки, үҙен осратырмын, әҙ генә булһа ла хәлен еңеләйтермен, тигән йәшерен уй ҙа була күңеле түрендә. Һуғыш бөткәнсе ул ГАЗ – 53 машинаһында шофёр булып йөрөй. Ирҙәр күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтарҙы зарланмай, яҙмышты ҡәһәрләмәй йырып сығырға көс таба үҙендә йәш ҡатын. Тирә-яҡты бер туҡтау­һыҙ бомбаға тоталар, снарядтар шартлай, пуля ямғыры яуа. Ә Сәғиҙә, бер нәмәгә ҡарамай, машинаһы менән алғы һыҙыҡҡа – ут эсенә боеприпастар, яңы көс – һалдаттарҙы ташый. Унда хәл өҫтөндә ятҡан яралылар көтә – госпиталгә алып китергә кәрәк. Бәлки, минең ирем дә ярҙамға мохтаждыр, тип ашыға ул. Эргәһендә шартлаған снаряд тауышынан күҙен сытырлатып йома ла, тағы газға баҫа – уға туҡтарға ярамай. Янып киткән осраҡтарҙа ла сая ҡыҙ машинаһын ташламай…
Шулай итеп, Аҡъюловтарға, ил өҫтөнә төшкән ауырлыҡтарҙы бергәләп еңеп, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип була. Хоҙай һаҡлай – «ҡара ҡағыҙ» улар йортон урап үтә.
Үҙҙәре яулап алған тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп ғүмер итә улар. Хатта яуҙарҙа һыналып, ялҡындарҙа сыныҡҡан мөхәббәттәренең емештәре – балаларына исемде лә изге уйҙар менән эҙләйҙәр. Әгәр оло ҡыҙҙары – Ира, Клара, Светлана, Ләләгә яуҙаш дуҫтарының исемдәрен ҡушһалар, улдары Ирек менән Шәфҡәтте донъя имен, кешеләр бер-береһенә шәфҡәтле булһын тигән теләк менән атайҙар.
Ә бына, исем яҙмышҡа йоғонто яһай, тигән фекерҙең хаҡлығын Зөһрә Иҙрис ҡы­ҙының яҙмышында күрергә була. Яҙҙың тәүге айында яҡты донъяға ауаз һалған бәләкәй ҡыҙҙарын ата-әсә, ҙур өмөттәр бағлап, Зөһрә тип атай. Юрағандары юш килеп, тамуҡ ғазаптары аша илгә Еңеү алып ҡайтҡан яугир уҡытыусы ғаиләһендә үҫкән ҡыҙ 1997 йылдың яҙында мәғариф күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 1997» төбәк-ара бәйгеһендә гран-при яулай. Еңеүсенең, ғөмүмән, һәр дәресе – табыш; күңел түренә үтеп инерлек ижад емеше, фантазияға бай булыуы бигерәк тә аптырата. Тиҙ арала ҡыҙыҡлы уйындар, мауыҡтырғыс эш төрҙәре уйлап табырға өлгөрә. «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында күрһәткән дәресендә лә бармаҡтарға пластилиндан төрлө йәнлектәр эшләтеп, диалог төҙөтөүе уҡыусыларҙы бөтөнләй әсир итә. Донъяларын онотоп, үҙҙәренең «тылсымлы» бармаҡтары менән башҡортса һөйләшеп ултырған урыҫ балалары дәрес бөткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ә уҡытыусының хушлашып сығырға әҙерләнгәнен күргәс, бер тауыштан ҡубып, уны ҡосаҡлап алалар. Зөһрә Иҙрис ҡыҙының йондоҙ булып ҡабыныуын ошо дәрес хәл итә лә инде. Сөнки уҡытыусы оҫталығының төп күрһәткесе – яҡшы дәрес.
Ғалимлыҡ рухы уны аҙағыраҡ фән юлына алып сыға: аспирантура, филология фәндәре кандидаты… Ғилми дәрәжә алыу йәш ғалимәгә ҡолас ташлап фән донъяһына сумырға, башҡорт тел ғилеме өлкәһендә яңынан-яңы асыштар яһарға, тел проблемаларын ентекле яҡтыртҡан йөҙҙән ашыу мәҡәлә, монография баҫтырырға мөмкинлек бирә. Әле яңыраҡ ҡына Зөһрә Иҙрис ҡыҙының фән өлкәһенең юғары нөктәһенә – филология фәндәре докторы дәрәжәһенә – күтәрелеүе лә оло иғти­бар­ға лайыҡ. «Уҡытыусы үҙе уҡымаһа, уҡытыусы булыуҙан туҡтай» тигән тәғлимәткә тоғро ҡалып, дәрестә заман технологияларын ҡуллана, проектлау һәм үҫтереү нигеҙенә таяна. Проблемалы һәм шәхси йүнәлешле уҡытыуға ла өҫтөнлөк бирә; яңынан-яңы программалар төҙөй; методик ҡулланмалар сығара; фәнни-ғәмәли конференциялар ойоштора; унда докладтар менән сығыштар яһай; уның көнүҙәк темаларҙы яҡтыртҡан курс һәм диплом эштәре йыл һайын юғары баһалана. Был йәһәттән Зөһрә Иҙрис ҡыҙы үҙҙәренең бурысын мәктәптәрҙе инициативалы, ижади ҡарашлы, һәләтле уҡытыусылар менән тәьмин итеүҙә күрә. Сөнки баланың һәләтен асыҡлау, үҫтереү өсөн уҡытыусы үҙе һәләтле булырға тейеш.
Әйтергә кәрәк, Стәрлетамаҡта ғына түгел, республика кимәлендә лә танылыу тапҡан тәжрибәле уҡытыусы ҡасандыр үҙе эшләп киткән ҡала мәктәптәре менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ғалимә йыш ҡына төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа эксперт төркөмө, жюри составында эшләй.
Хаҡ тәғәләнең бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай муллап биргән бәндәләре була: һылыу йөҙ, тау шишмәһе сылтырауылай яғымлы тауыш, тыныс холоҡ, изгелек төйөп тултырылған оло йөрәк. Ошо йөрәктә төп урынды биләгән ғаилә, әлбиттә, бәхетле. Ҡасандыр йәшлек таңында Хәйбулла ҡыҙы Зөһрә менән Силәбе егете Әнүсте Стәрлетамаҡ ҡалаһы осраштыра. Йәштәр матур итеп донъя ҡороп ебәрә. Уларҙың егерме һигеҙ йыл буйына йәшлек хистәрен һыуытмай, нисек һаҡлай белеүе сер булып ҡала. Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул: тормош иптәше уға бөгөн дә «Зөһрәкәйем» тип өндәшә. Бәлки, әхирәттәренең:
Әгәр, дуҫым, беҙҙең Стәрле
Ник шулай матур тиһәң,
Серен әйтәм: Стәрле матур
Әнүс-Зөһрәләр менән, −
тип шаяртыуы ла ошоға бәйлелер. Был, ысынлап та, шулай. Уларҙың тормоштары ла, күңелдәре лә матур.
Аҡыллы әсә – хазина, тиҙәр. Хәҙер инде үҙе күптән атай булған улы Фәрит өсөн Зөһрә Иҙрис ҡыҙы һаман да яҡын дуҫ, кәңәшсе булып ҡала. «Ихтыяр көсөң ныҡ булһа, бөтәһенә лә ирешеп була», – тигән әсә һүҙен тотоп, Фәрит тә аспирантураға уҡырға инә. Ә ҡыҙҙары Лилиәнең биш йәштән спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнеп, мәктәптә уҡыған сағында уҡ Рәсәй Федерацияһының спорт мастеры дәрәжәһенә күтәрелеүе маҡсатҡа ирешеү теләгенең ни тиклем көслө булыуы тураһында һөйләй. Уҡыуҙа ла һынатмай ҡыҙ: тәүҙә Санкт-Петербургта тәржемәсе һөнәрен үҙләштерә, шул арала, уҡыу алдынғыһы булараҡ, Англияла тел стажировкаһы үтеп ҡайтып, ата-әсәһен һөйөндөрөргә лә өлгөрә, ә хәҙер ул белемен Францияла камиллаштыра – инглиз, француз, ҡытай телдәрен өйрәнә.
Бына шулай янып йәшәй, сәмләнеп эшләй, барыһына ла – ҙур яуаплылыҡ талап иткән эшенә лә, белемен камиллаштырыуға ла, ғаиләһен ҡарауға ла өлгөрә Зөһрә Иҙрис ҡыҙы. Уңыштарҙың еңел бирелмәгәнлеген яҡшы аңлай ул.

С. КӘРИМОВА,
филология фәндәре кандидаты,
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!