RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күперҙәр тағы нығынһын

12.03.2013 Күперҙәр тағы нығынһын

Силәбе өлкәһенең бер төркөм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында белемен камиллаштырып ҡайтты Был һөйөнөслө, бигерәк тә күрше өлкәлә телебеҙҙе ҡурсалаусы белгестәр өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Сөнки Өфөлә үткән курстарға күптән инде килеп ҡайтҡандары юҡ ине.
Силәбе уҡытыусылары балаларын республикала уҙғарылған олимпиада­лар­ҙа, конкурстарҙа ҡатнаштыра килә, үҙҙәре лә “Йыл уҡытыусыһы” конкурстарын ҡалдырмай. Ниһайәт, быйыл уларға белемен яңыртып алыу форсаты ла сыҡты.
− Уҡытыусыларыбыҙ, әлбиттә, үҙ аллы ла уҡый, өйрәнә, ҡасан беҙҙе Өфөгә саҡырырҙар инде, тип көтөп ятмайҙар. Шулай ҙа тәжрибәле белгестәрҙән һабаҡ алыу бик кәрәк. Бынан һуң курстарға йышыраҡ килә башларбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ, − ти күрше төбәктәге милләттәштәребеҙ.
Быйыл иһә уҡытыусыларҙы Силәбе өлкәһе ҡоролтайы һорауы буйынса Өфөгә саҡырҙылар. Арғаяш районының ҡуйһары, Дәрбиш, Байрамғол, Яратҡол, Бәжекәй, Аҡ­баш ауыл мәктәптәренән, ҡоншаҡ районындағы Бүре урта мәктәбе һәм Сосновкалағы Табын урта мәктәбенән уҡытыусылар килде. Шулай уҡ Мейәс ҡалаһынан туризм буйынса балалар һәм үҫмерҙәр үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы булды.
Бөгөн Арғаяшта − 22, ҡоншаҡта 7 уҡытыусы эшләй. Үкенескә күрә, улар­ҙың барыһы ла килә алманы. Был айырым мәктәптәрҙең финанс хәленә бәйле булып сыҡты. Килгәндәре иһә өс көн буйы төрлө сараларҙа ҡатнашты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы буйынса лекциялар тыңланылар, ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге гимназияла асыҡ дәрестәр ҡаранылар, “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы еңеүселәренең оҫталыҡ дәрестәрен үҙләштерҙеләр. Шулай уҡ институтта үткән “Федераль дәүләт мәғариф стандарттарын ғәмәлгә ашырыу шарттарында туған тел һәм әҙәбиәт” тигән төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнаштылар.
Һуңғы осорҙа өлкәлә туған тел дәрестәрен уҡытыу ҡыйынлашты, ти педагогтар. Мәктәптәрҙә сәғәттәр һаны кәмегән, бәғзеләрендә башҡорт теле факультатив дәрес итеп кенә ҡалдырыл­ған. Физкультура, инглиз теле дәрестәре башҡорт теле дәресен ҡыҫҡартыу иҫәбенә арттырыла. Шулай уҡ күрше төбәк уҡытыусылары методик яҡтан да ауырлыҡтар кисерә икән.
− Беҙгә яңы уҡытыу программалары кәрәк. Әммә Өфөлә лә уларҙы таба алманыҡ. Институтта яңы стандарттар буйынса өлгө программалар сығырға тора. Шулары беҙгә килеп етер, тип өмөтләнәбеҙ, − ти Байрамғол мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфиә Рәхмәтуллина.
Әгәр ҙә ауылдарҙа башҡорт телен һаҡлау буйынса аҙмы-күпме эш алып барылһа, ҡалаларҙа башҡорт балалары өсөн туған телендә аралашыу мөмкинлеге бөтөнләй юҡ тиерлек. Өҫтәмә белем биреү педагогы, бокс буйынса донъя чемпионы Динис Шафиҡовтың әсәһе Бүләкәй Шафиҡова алып барған түңәрәктәр – Мейәстә башҡорт балаларына үҙ-ара аралашыу өсөн берҙән-бер урын. Үҙәктә ул балаларҙы башҡорт мәҙәниәте, этнографияһы менән таныштыра.
– Балалар менән башҡортса уйындар уйнайбыҙ, йырҙар йырлайбыҙ, башҡорт йолаларын башҡарып ҡарайбыҙ. Йәй көнө ауылдар буйлап йөрөйбөҙ, ололар­ҙан халыҡ ижады йыябыҙ. Өлкәнерәк балалар менән тикшеренеү эштәре алып барабыҙ. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда ла хәҙер ололар үҙ телен, мәҙәниәтен онота башланы, − ти Бүләкәй Ғәли ҡыҙы.
Был эште ул ҡалала 20 йыл буйы яңғыҙ алып бара. Йәштәрҙе йәлеп итеп ҡараһа ла, теләүселәр табылмай. “Үҙәктә көрәш түңәрәген дә асыу мөмкинлеге бар, егеттәребеҙ етерлек, тик тренерлыҡ эшенә тотоноусы ғына юҡ”, − ти педагог. Ғөмүмән, Бүләкәй Шафиҡованың хыялы – Мейәстә башҡорт балалары өсөн айырым йәкшәмбе мәктәбе асыу. ҡарашын уртаҡлашыусылар ғына юҡ.
Силәбе уҡытыусылары республикала сыҡҡан ваҡытлы матбуғатҡа ла яҙыла. Тик был йәһәттән дә ҡыйынлыҡтар табылып тора.
− Беҙ “Йәшлек” гәзитен алдырабыҙ. Тик ниңәлер ул даими килеп тормай. ҡайһы бер һандары килеп етмәй, − ти уҡытыусылар.
Киләһе йылдарҙа ла күрше төбәк уҡытыусылары белемен үҫтерер өсөн баш ҡалабыҙға килер, бәйләнеш күпер­ҙәре тағы ла нығыныр, тип ышанғы килә.

М. МОРАТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!