RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәй мәғарифы… көләмәстәр тыуҙыра?!

22.02.2013 Рәсәй мәғарифы… көләмәстәр тыуҙыра?!

Рәсәй мәғарифы… көләмәстәр тыуҙыра?!
Шундай бер көләмәс барлыҡҡа килгән. Имеш тә, “Иң аҡыллы” телеуйынында булған хәл.
Алып барыусы:
– Һаумыһығыҙ, бөгөнгө тапшырыуҙа беҙ иң аҡыллы уҡытыусыны билдәләйәсәкбеҙ. Танышайыҡ.
– Мин – Ғәли Вәлиевич, физика уҡытыу­сыһы.
– Иван Иванович, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам.
– Ә мин – Сәлим. Ошо аҙнала ғына мәктәптән киттем дә банкыға эшкә урынлаштым…
Алып барыусы:
– Шулай итеп, был аҙнаның иң аҡыллы уҡытыусыһы – Сәлим!
Был көләмәс юҡтан ғына килеп сыҡмаған инде. Уның мәғәнәһен аңлай торғанһығыҙҙыр – уҡытыусының баһаһын төшөрөргә була берәү уйлап һөйләгән. Ә бәлки, мәктәптән банкыға эшкә күсеү бөгөн актуалдер ҙә? Анауындай реформа барған саҡта.
Ғөмүмән, тормошта ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр шаһитыбыҙ. Бына ошо көндәрҙә РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уҡыусыларҙы диспансерлашты­рыу­ға бәйле яңы тәртипте раҫлаған. Уға ярашлы, балаларҙы 10 йәштән – тәмәке тартыу-тартмауға тест, ә 14 йәштән енес органдарына сонография үткәрәләр. Тәмәке тартыуҙарын тикшереү юҡтан ғына уйлап сығарылмаған бит. Хәҙер, статистика буйынса, беренсе класс уҡыу­сыһының да “тәмәжник” булыуы билдәле. Ә совет заманында ошондай хәлде нисек аңлатырҙар ине? Мәғариф реформаһының тәмәкегә ниндәй ҡыҫылышы бар, тиерһегеҙ. Бар, сөнки бала­лар­ҙың тәмәке тартыуы – барыбер шул яңы Рәсәйҙәге үҙгәртеп ҡороуҙар касафаты.
Әле белем биреү системаһында барған яңырыштар тирәләй бәхәс ҡупҡандан-ҡуба. Нимә шул хәтлем хафаға һала кешене?

Аптырата-а үҙгәрештәр

Берҙәм дәүләт имтиханының реформа һөҙөмтәһе булыуын беләбеҙ. Был тәңгәлдә һүҙҙе ҡуйыртыу кәрәкмәҫ. Кем нисек теләй, шулай уйлаһын әйҙә. Уйлағанда БДИ-ның ришүәтселекте үҫтереүгә булышлыҡ итәме-юҡмы икәнен дә онотмаһын.
Юғары уҡыу йорттарында бакалавриат менән магистратура барлыҡҡа килеүе лә үҙгәртеп ҡороуҙың бер йүнәлеше булды. Уныһын да күптәр аңланы һәм ҡабул итте. Ә бәлки, киреһенсәлер.
Уҡытыусыларҙы ҡыҫҡартыуҙа ла ҙур “уңыш”тарға өлгәшелә, буғай. Күп уҡытыусы тап үҙен ҡыҫҡартыуҙы ғәҙел түгел тип иҫәпләһә лә, эштән китергә мәжбүр була. Бында ла кемдер отто, ота, отолдо һәм отола.
Йәнә бер ҡыҫҡартыу – юғары уҡыу йорттары һанын кәметеү. Былтыр 502 Рәсәй вузын тикшергәндән һуң уларҙың 136-һы һөҙөмтәһеҙ эшләй тип табылған. Хәҙер алда торған ҙур бурыс – ҡайһыһындыр ябырға, ҡайһыһындыр ҡушырға.
Шундай бер һөйләшеү иҫкә төштө. Балаһы мәктәптә уҡыған әсә, мәктәп фондына, класс фондына, тағы әллә ниндәй кәрәк-яраҡҡа аҡса түләй-түләй ялҡҡас, аптырап, үҙенең әсәһенән һорай ҡуя:
– Әсәй, беҙҙе, алты баланы, мәктәптә нисек уҡыттығыҙ, шул тиклем “фондтар”ға аҡса ҡайҙан таптығыҙ ул?
– Әлләсе, балам, беҙҙән мәктәп аҡса һораманысы…
Бөгөн нимә күрәбеҙ? Тимәк, белем алыу капиталистик илдәрҙәге шикелле түләүлегә әйләнә бара. Ысынлап та, түләүле дисциплиналар хаҡында һүҙ йөрөй. Кем әйтмешләй, утһыҙ төтөн булмай.
Ошо көндәрҙә мәктәптә әҙәбиәтте уҡытыу торошона хатта Президент үҙе борсолоуын белдерҙе. Уҡытыу программаһынан классиктар әҫәрҙәрен “ҡыҫҡартыу” тураһында әйтәм. РФ мәғариф һәм фән министрлығы Рәсәй халыҡтары тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте буйынса кластан тыш уҡыу өсөн 100 әҫәрҙән торған исемлек тәҡдим иткәйне. Әҙәбиәт уҡытыусылары, тәҡдимдең мотлаҡҡа әйләнеп китеүе бар, тип тә борсола. Был исемлектә яңы нәмә юҡ, унан да яҡшыраҡ әҙәби әҫәрҙәр исемлеге бар, тигән фекерҙә күпселек уҡытыусылар. Шуныһы шәп әле ул: әлеге 100 әҫәр исемлегендә башҡорт яҙыусыларының ижады күренмәһә лә, “Урал батыр” менән “Алпамыша” бар.
ҡайһы берәүҙәр бөтөнләй аптырашта – мәғариф реформаһына бәйле бәхәстәр шул тиклем күп, шул уҡ ваҡытта аныҡ ҡына нимә тәҡдим ителгәнен берәү ҙә аңламай. “Мәғариф тураһында” законды уҡып сығырға ҡушыу ҙа эште еңеләйтмәйәсәк, сөнки Закон – бер, ә уның “аҫтындағы” акттарҙың (подзаконные акты) унан да хәүефлерәк булыуы мөмкин. Етмәһә, Закондың һәр статьяһын тегеләй ҙә, былай ҙа аңларға була.
Күпселек ауылдар халҡы бөгөн, мәктәп ябыла, тип борсолоп ултырғанда, шуны ла хәтеренә төйнәп ҡуйһын – яңы Законда был хаҡта аҡҡа ҡара менән яҙылған: ауылдағы мәктәпте япҡанда, йә үҙгәртеп ҡорғанда мотлаҡ ауыл халҡының ризалығы иҫәпкә алына (“Ликвидация сельского дошкольного образовательного или общеобразовательного учреждения допускается только с согласия схода жителей населенных пунктов, обслуживаемых данным учреждением” (өсөнсө бүлек, 34-се статья, бишенсе пункт) .

Университет эшмәкәрлеген эш тапмай йөрөгән
белгестәр һаны менән “үлсәйҙәр”

Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығының элекке башлығы Андрей Фурсенко баштан уҡ БДИ индереүгә ҡаршы булыуын белдерә. “Шулай ҙа мин, –ти ул, – ғәҙел рәүештә ҡаршылар менән дә, ыңғай фекерҙә булыусылар менән дә оҙаҡ һөйләштем һәм, БДИ индереүҙе дөрөҫ тип табып, ҡарар ҡабул итергә булдыҡ”. Әйтегеҙ әле, дөрөҫ булдымы улар­ҙың ҡарарҙары, әллә кәрәкмәй инеме бындай имтихан?
Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында һүҙ сыҡҡас, вуздарҙың эше тураһында ла әйтеп китеү урынлы булыр. Министрлыҡ юғары уҡыу йорттарының һөҙөмтәлелеген баһалағанда, уны тамамлап, әлеге мәлдә эшһеҙ йөрөүселәр һанын да иҫәпләйәсәк. Әгәр ул йәш белгестәр мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торһа, әлбиттә.
Әле шундай статистика билдәле – диплом алыусыларҙың яҡынса алты проценты вуз тамамлағас та хеҙмәт биржаһына эшһеҙ булып сиратҡа баҫа. Уларҙың күбеһе – юрис­тар һәм иҡтисадсылар.
Әйткәндәй, былтыр вуз мониторингында эшмәкәрлек 50 пункт буйынса анализланған. Шуның йомғаҡтары нигеҙендә һөҙөмтәһеҙ эшләүсе юғары уҡыу йорттарының исемлеге төҙөлгән. Ил Президенты Владимир Путин хөкүмәткә йыл һайын ошондай мониторинг алып барырға һәм быйыл авгусҡаса тикшереүҙең яңы тәртибен әҙерләргә ҡушты. Бында вуз тамамлап сығыусы белгестәрҙең кәрәклегенә, йәғни тап шул белгестәргә ихтыяж булыуына ла баҫым яһалырға тейеш.
Нәҡ ошо тәңгәлдә тағы бер көләмәс иҫкә төштө. Ҙур ҡалала йәшәүсе берәү икенсеһенә һөйләй:
– Дуҫым Рөстәм менән шундай ғәжәп хәл булды: теге аҙнала ғына метроға төшкәйне. Бына ҡыҙыҡ – төшөп киткәндә белеме махсус урта ине, 15 минуттан дәүләт университетының психологы булып килеп сыҡты. Үәт, метро-о!
Юғары белем тураһында дипломды ошондай юл менән алыуҙы туҡтатыу реформа йылдарында атҡарылһа, нәҡ ошо реформаның иң сағыу эштәренең береһе буласаҡ.
Диплом тигәндән, РФ Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Красноярскиҙа Себер федераль университеты студенттары менән осрашҡанда белдереүенсә, вуз тамамлағас, йәш белгес үҙенең тыуған яғына ҡайтырға һәм шунда эшләргә тейеш. “Әгәр ҙә һеҙ, ысынлап та, үҙ йәнтөйәгегеҙ өсөн борсолаһығыҙ икән, ҡайтырға ла шунда эшләргә генә. Мин һеҙгә быны етди әйтәм”, – тигән Медведев.
Бәлки, киләсәктә вуздан һуң эшкә юллама биреү тергеҙелер ҙә әле. Был эшһеҙлекте кәметәсәге көн кеүек асыҡ. Бөтөнөһөнә ҡалала эшләргә тимәгән дә инде. Артабанғы көләмәс тап ошоноң дауамы булып тора кеүек.
Американ менән Рәсәйҙән берәү бәхәсләшә.
– Беҙҙә, Америкала, ҙур предприятиела бүлек начальнигы булыр өсөн тәүҙә колледж тамамларға кәрәк…
– Һе, әйттең һүҙ, беҙҙә хатта иҙән йыуыу­сылар ҙа юғары белемле!
Бына шулай, юғары белемлеләр иҙән йыумаһын өсөн дә, бәлки, эшкә юллама биреүҙе тергеҙеү кәрәктер.

Ә шул уҡ ваҡытта…

Мәғариф тураһында яңы закон ҡабул ителер алдынан виртуаль донъяла реформаның ыңғай яҡтарын билдәләүсе фекерҙәр ҙә булды. Шуларҙың рәтенән түләүле уҡытыу­ҙың “плюс”тарын күреүсе фекеренә туҡталайыҡ (үкенескә күрә, өҙөктөң авторы кем икәнен асыҡлап булманы): ”Белем биреүҙә түләүле дисциплиналар барлыҡҡа килеү бик мөһим ул, сөнки тап ошо хаҡ ҡулланыусы өсөн дәғүә көсәйеүенә килтерәсәк. Мәктәп мауыҡтырғыс бизнес проектына әйләнәсәк. Тимәк, унда иң көслө, йәғни яҡшы уҡытыусылар, уҡыусылар йыйыласаҡ. Әлбиттә, дәүләт хеҙмәт хаҡын күтәрергә тейеш. Тик беҙҙә бюджет аҡсаһы күпме урлана? Әле мәктәпкә инеү менән совет осорона эләгәһең – уҡырға теләмәгән ярлы балаһы ла, һәләтле балалар ҙа бергә йыйылған. Әгәр мин белем биргән өсөн аҡса түләһәм, балам мөмкин тиклем күберәк, һөҙөмтәлерәк белем алыуын һәм уға асоциаль йоғонтолар булмауын теләр инем...” – тип яҙа ул.
Тимәк, мәғарифта, ысынлап та, үҙгәртеп ҡороу кәрәк. Сифатлыраҡ, һөҙөмтәлерәк, лайыҡлыраҡ уҡыу-уҡытыу өсөн. Ә Рәсәйҙә түләүле белем биреү мөмкин булмаған хәлдер ул, сөнки бөгөн осон-осҡа ялғап йәшәүселәр күбәйеүен белгәнлектән, илдең наҙан ҡалыуы бар, тип ҡот оса.

Әйткәндәй

Сит илдәрҙә белем алыу – “кеҫәңә” ҡарап. Мәҫәлән, ҡытайҙа белем алыу тулыһынса түләүле. Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ғаилә бюджетының өстән бер өлөшө тиерлек баланы уҡытыуға тотонола. Уҡыу туғыҙ йыл, тәртип ҡаты – етди сәбәпһеҙ 12 дәрес ҡалдырһаң, ҡыуалар. 7-се кластан һуң бик етди имтихан алына. Күптәр уны хатта бирә лә алмай, тимәк, юғары кимәлдәге мәктәпкә барыу мөмкинлеге лә ҡалмай. Рәсәй берҙәм дәүләт имтиханын тап ҡытайҙарҙан отҡан. ҡытай студенты йылына 300 – 700 доллар түләп уҡый. Бер отошло яғы ла бар. Ябай кешенең үтә лә һәләтле балаһын агрономлыҡҡа уҡытырға аҡсаһы юҡ, ти. Ул дәүләттән кредит ала. Уҡып бөткәс, йәш белгес ауылға агроном булып бара икән, кредит ҡайтарылмай. Ә бармай икән, рәхим ит, түлә. Дөрөҫмө? Дөрөҫ. Тимәк, ауылда кадрҙар етешмәй, тигән проблема ла булмаясаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!