20.02.2013 Бөтә яҡтан үҫешкән граждан тәрбиәләү – заман талабы
йәки Мәктәптә балаларҙың тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен өйрәнеүе яҡшыраҡ түгелме?
Билдәле булыуынса, дөйөм белем биреү мәктәптәренең төп бурысы – тыуған илен һөйгән, милли ғорурлыҡҡа эйә булған, психик һәм физик яҡтан һау, тыуған ил алдында үҙенең конституцион бурысын яҡшы аңлаған, тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға әҙер булған гармониялы үҫешкән, белемле шәхес тәрбиәләү. Йәш быуынды алдағы тормошҡа әҙерләүсе иң төп фәндәр иҫәбенә мин, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм физик культура уҡытыусыһы булараҡ, тап ошо фәндәрҙе индерер инем. Ысынлап та, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрендә уҡыусылар һуңғы осорҙа бигерәк тә йышайып киткән социаль характерҙағы, шулай уҡ технологик һәм тәбиғи ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында, терроризм акттары осраҡтарында дөрөҫ эш итергә һәм һаҡланырға, уларҙы булдырмау сараларын күрергә, үҙ-үҙенә һәм башҡаларға медицина ярҙамы күрһәтергә, янғын, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренә өйрәнә, шулай уҡ уҡыусыларға сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барыу, насар ғәҙәттәрҙән азат булыу мөһимлеге аңлатыла, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләнә, хәрби хеҙмәткә әҙерлек курстары үткәрелә һ.б.
Физик культура дәрестәрендә лә төп бурыс булып киләсәк тормошҡа әҙер, физик яҡтан сәләмәт шәхес тәрбиәләү тора. Был дәрестәр балаларҙың гармониялы психосоматик үҫешенә булышлыҡ итә, уларҙы сыныҡтыра, организмдың төрлө ауырыуҙарға, тышҡы мөхиттең тиҫкәре тәьҫиренә ҡаршы тора алыусанлығын көсәйтә, сыҙамлығын, оҙайлы, ауыр эшкә һәләтлеген арттыра һ.б.
Шулай уҡ ике фән дә балаларҙа үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләй. Ә үҙенә ныҡлы ышанған шәхестең тормошта аяғында ныҡлы баҫып тороро, насар кешеләр йоғонтоһона бирелмәүе көн кеүек асыҡ.
Ә инде хәҙерге мәктәп программаһында бына ошондай мөһим, киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә бик кәрәкле фәндәргә тейешле дәрәжәлә иғтибар бүленәме һуң? Әлбиттә, юҡ!
Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәренә элек аҙнаһына ике сәғәт бүленеп, уҡытыусыһына тулы ставка түләнһә, хәҙер берешәр генә сәғәт бүленә һәм уҡытыусы ярты ставкаға, 2500 һум аҡсаға эшләргә мәжбүр.
Ә бит тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресе уҡытыусыһына мәктәптә түләүһеҙ рәүештә хеҙмәтте һаҡлау комиссияһын етәкләү, янғын һәм терроризм хәүефһеҙлеген, шулай уҡ кластан тыш эштәрҙе ойоштороу бурысы йөкмәтелә. Һөҙөмтәлә мәктәптәрҙән тәжрибәле уҡытыусылар китә, был эшкә бөтөнләй әҙерлекһеҙ, осраҡлы кешеләр йәлеп ителә.
Физик культура дәрестәре буйынса эш саҡ ҡына яҡшыраҡ тора, тип әйтергә мөмкин, ләкин күпкә түгел. Әлбиттә, был дәрестәрҙе аҙнаға икәү урынына өсәү итеп үҙгәртеү ыңғай яҡҡа бер аҙым булды, тип әйтергә мөмкин. Тик ошо ыңғайлыҡты кирегә әйләндереүсе шарттарҙың оҙаҡ көттөрмәүе үкенесле:
– беренсенән, расписаниеға һыймау сәбәпле, 10 – 11-се кластарҙа бер физкультура дәресен 7-се дәрес итеп, балалар ныҡ арығас, асыҡҡас, үткәрергә мәжбүрбеҙ;
– икенсенән, балалар һаны етмәй тип, дәресте бер нисә класты бергә ҡушып үткәрергә мәжбүрбеҙ, һөҙөмтәлә дәрескә төрлө йәштәге 20-ләп бала килеп инә, ә инвентарҙар етмәүе, күп мәктәптәрҙә спорт залы майҙанының бәләкәй булыуы дәресте һөҙөмтәле үткәрергә мөмкинлек бирмәй. Минеңсә (күп коллегаларымдың фекере лә шулай), аҙнаға ике сәғәт итеп булһа ла һәр класта айырым дәрестәр үткәреү файҙалыраҡ булыр ине;
– өсөнсөнән, өлкән кластарҙа егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың бергә уҡыуы күп ҡыйынлыҡ тыуҙыра, был бигерәк тә гимнастика дәрестәрендә ныҡлы һиҙелә (еткән ҡыҙҙарҙың егеттәр алдында төрлө акробатик позалар алыуын уйлап ҡарағыҙ, күптәр уңайһыҙлана. Был бит әхлаҡ, этика, медицина яғынан да яҡшы түгел. Хәтерегеҙҙәлер, элегерәк өлкән кластарҙа ҡыҙҙар һәм егеттәр айырым уҡытыла торғайны);
– дүртенсенән, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, уҡытыусыға кластан тыш спорт эштәре, спорт секциялары өсөн булған түләүҙәрҙе юҡҡа сығарыу ҙа был эштең һөҙөмтәлелегенә килтермәй.
Шулай итеп, ошондай мөһим ике фәнде лә уҡытыуға, уҡытыусыларға булған тиҫкәре ҡараш киләсәктә үҙенең бик яҡшы булмаған емештәрен бирә башламаҫмы һуң?
Шул уҡ ваҡытта, минеңсә, әлбиттә, мөһим фәндәрҙең береһенә – тарих фәненә программала кәрәгенән артыҡ ҙур урын бирелә.
Был фәнгә бүленгән дәрестәр һанын әҙерәк ҡыҫҡартыу уны өйрәнеүгә зыян килтермәҫ, ә бына инде тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәренә өҫтәмә бер сәғәт бүлеүгә, физкультура дәрестәрен һәр класта айырым уҡытыуға һәм был фәндәр уҡытыусыларының эш хаҡын саҡ ҡына булһа ла күтәреүгә булышлыҡ итер ине.
Әлбиттә, был фекеремә ҡаршы «ҡылыс күтәреп» сығыусыларҙың күп булыры көн кеүек асыҡ, бигерәк тә етәкселәр араһында. Сөнки, билдәле булыуынса, мәктәп директорҙарының күбеһе, һөнәренә тап килмәһә лә, тарихты еңел фән һанап, ошо фәндән уҡыта.
Шуға күрә үҙемдең фекеремде нигеҙләп китеүҙе кәрәкле табам – мәктәп программаһына ингән бер генә фәндә лә тематик планға ярашлы тарих уҡытылмай ҡалмай:
– математика фәне буйынса – был фәндең барлыҡҡа килеү тарихы, фән буйынса бөйөк асыштар яһаған бөйөк ғалимдарҙың, был асыштарҙың, үлсәү берәмектәренең барлыҡҡа килеү тарихы һәм башҡалар өйрәнелә;
– рус теле һәм әҙәбиәте буйынса – был телдең барлыҡҡа килеү тарихы, төрлө диалекттар, бик боронғо замандан алып хәҙергәсә булған бөйөк яҙыусыларҙың, төрлө һүҙлектәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы, төрлө әҙәби жанрҙар, шулай уҡ рус теленең бөйөк классиктарының әҫәрҙәрен өйрәнеү барышында ошо әҫәрҙәргә таянып рус дәүләтенең барлыҡҡа килеү тарихын, рус дәүләте алып барған төрлө тарихи һуғыштарҙың тарихын, был һуғыштарҙа дан ҡаҙанған бөйөк полководецтар һәм тарихи шәхестәрҙең тарихы өйрәнелә;
– башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса – телдең тарихы, төрлө диалекттарҙың тарихы, бик борондан алып хәҙергәсә сәсәндәр һәм бөйөк яҙыусылар тарихы, төрлө әҙәби жанрҙарҙың барлыҡҡа килеү тарихы, әҙәби әҫәрҙәргә таянып батша заманы, төрлө һуғыштар, аслыҡ йылдары, колхозлашыу һәм башҡа осорҙар тарихы, Аҡмулла, Мөхәмәтша Буранғолов, Салауат Юлаев, Кинйә, Зәки Вәлиди һәм бик күп башҡа тарихи шәхес өйрәнелә;
– география фәне буйынса – төрлө материктарҙың, ҡитғаларҙың, илдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы, шул уҡ ваҡытта рус дәүләте барлыҡҡа килеү тарихы ла, бөйөк асыштар яһаусы сәйәхәтселәрҙең, был асыштарҙың тарихы һәм башҡалар өйрәнелә;
– биология фәне буйынса – кешелек эволюцияһы тарихы, донъя барлыҡҡа килгәндән алып хәҙерге «һоmо sарiеns»ҡа килгәнгә тиклем кешелектең үткән юлы тарихы һәм башҡалар өйрәнелә.
Шулай булғас, тағы ла аҙнаға 2 – 3 тапҡыр өҫтәмә тарих өйрәнеү нимәгә кәрәк ул?
Башҡа фәндәрҙе уҡыу барышында өйрәнелгәндәрҙе дөйөмләштереү өсөн аҙнаһына бер дәрес тарих уҡытыу ҙа етмәйме ни? Тарих фәненә бүленгән артыҡ дәрестәрҙе алып, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренә биреү һәм физкультура дәрестәрен кластарҙа айырым уҡытыу өсөн файҙаланыу дөрөҫөрәк булмаҫ инеме икән?
Шулай эшләмәгәндә, киләсәктә рус батшаларының тарихын бик яҡшы, хатта яттан белгән, ләкин тормош ауырлыҡтарына, төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәргә, тормош көтөүгә бөтөнләй әҙер түгел, физик яҡтан үҫешмәгән, үҙ-үҙенә ышанмаған, илен һаҡлауға бөтөнләй әҙер булмаған «шәхес» алмаҫбыҙмы?
Был, әлбиттә, тик минең генә фекерем. Әммә унда рациональ орлоҡ бар, тип иҫәпләйем. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Йәғәфәр ЙӘНӘЛИН,
тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм физкультура уҡытыусыһы,
хеҙмәт ветераны.