05.02.2013 Моңға һөйөү мәңге һүнмәҫ!
Күк шыршылар, алма баҡсаһы менән уратып алынған был күркәм йорт баш ҡалаға йәм биреп тора. Яҡында ғына шаян тейендәр, йырсы ҡоштары моң түккән ҡуйы урман. Унда килеп инеү менән үҙенә тартып торған тылсымлы музыка донъяһына сумаһың. Был серле моң батшалығы − Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназияһы.
Илаһи моң донъяһына әйҙәнең, күпме талантлы балаға ҡанат ҡуйҙың һиң, ҡәҙерле гимназиябыҙ! Үҙеңдең үткән юлың да бай тарихлы һәм ҡыҙыҡлы бит. Баш ҡалабыҙ Өфөлә балаларҙың музыкаль һәләтен үҫтереүсе мәктәп тәүге уҡыусыларын аталары һуғышта һәләк булған 17 етем малайҙы 1943 йылдың февралендә ҡабул итә. СССР-ҙың ҡораллы Көстәре Баш командующийы бойороғо менән, хәрби оркестрҙарға музыканттар тәрбиәләү мәктәбе булараҡ эш башлай. 1954 йылда ҡыҙҙарҙы ла уҡырға алалар. 1956 йылда белем усағы Мәғариф министрлығы ҡарамағына күсерелә. 1991 йылда мәктәпкә − гимназия статусы, 1994 йылда күренекле композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың исеме бирелә. Ошо йылдар арауығында мәктәптә тәүге музыкаль белем алып сығыусылар бөгөн ҡайҙа ғына эшләмәй. Улар араһында композитор Нур Дауытов, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәйнетдин Моталов, Башҡортостан Республикаһы Гимны авторы Фәрит Иҙрисов, йырсы Радик Динәхмәтов, ҡазан консерваторияһы профессоры Ш. Низаметдинов, Голландия дәүләт симфоник оркестры дирижеры А. Вакульский, профессор З. Хәмәтдинов кеүек билдәле шәхестәр ҙә бар.
Беҙ шулай уҡ элекке уҡыусыларыбыҙ – Совет Армияһы һәм Хәрби-диңгеҙ флоты оркестры хеҙмәте начальнигы, генерал-майор Н. Михайлов, Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы хәрби дирижерлыҡ факультеты уҡытыусыһы Р. Магалимов, композитор Г. Струве, билдәле йырсы Хәлимә Ғәббәсова, Б. Абдуллин, йәш йырсылар Фәриҙә Ғаззалова, Салауат Мөхәмәтйәров, Тимур Рамаҙанов, Айнур Мансуров менән ғорурланабыҙ.
− Һәр балала ниндәйҙер кимәлдә талант бар. Тик шуны ваҡытында күрә белеп, артабан юғарыраҡ кимәлгә күтәреү, төплө белемле, уҡыуҙарын һуңынан юғары уҡыу йорттарында дауам итерлек шәхестәр тәрбиәләү − беҙҙең бурысыбыҙ, − ти Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернат директоры Эльмира Рафаил ҡыҙы Сафина.
Гимназияла тынлы һәм һуҡма музыка ҡоралдары, фортепиано, халыҡ музыка ҡоралдары, вокал, хор һәм дирижерлыҡ, музыка теорияһы, ҡыллы ҡоралдар бүлектәре бар. Уҡыу йортоноң ғорурлығы − ҙур тынлы оркестр (художество етәксеһе – Фәнзир Ниғмәтйәнов) менән барабансы гусарҙар төркөмө.
Балаларҙа башҡорт халҡының сәнғәтенә, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләүҙә, милли рух үҫтереүҙә ҡурай класының (етәксеһе Нурғәле Байрамғолов), халыҡ музыка ҡоралдары бүлегенең дә роле ҙур.
Уҡыу йортонда төп иғтибар балаларҙың музыкаль һәләтенә йүнәлтелһә лә, гуманитар, теүәл фәндәргә лә талап ҙур. Уҡыуы ауыр, ләкин ҡыҙыҡ.
Белем усағының тағы бер үҙенсәлеге: бында, башлыса, ауыл еренән уҡыусылар ҡабул ителә. Был изге эштең төп маҡсаты − һәләтле, талантлы ауыл балаларын табып, уларға белем биреү, рухи яҡтан үҫтереү.
Бында буласаҡ журналистар, әҙәбиәт уҡытыусылары, хоҡуҡ белгестәре лә тәрбиәләнә. «ҡурай» исемле гәзит сығарыла. Унда уҡыусылар ҡәләмдәрен һынап ҡарай.
Гимназияла уҡыусылар театр, халыҡ уйын ҡоралдары, бейеү, ҡурайсылар түңәрәктәрендә, джаз оркестрында үҙ һәләтен үҫтерә. ҡунаҡтар ҙа күп була: яҙыусылар, шағирҙар, артистар менән осрашыуҙарҙы һәр саҡ көтөп алалар. Туған телде лә яратып өйрәнәләр. Уҡыусылар республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа, олимпиада, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ла теләп ҡатнаша, призлы урындар яулай. Мәҫәлән, «Йосопов уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһында Заһир Зәйнетдинов гран-при алһа, «Серле ғәрәп донъяһы» республика ижади эштәр конкурсында Заһит Сөләймәнов, Айзилә Мусина, Луиза Ибраһимова, Заһиҙә Шакированан торған мәктәп командаһы шулай уҡ гран-приға лайыҡ булды.
Барлыҡ өлгәшелгән уңыштар нигеҙендә, әлбиттә, уҡытыусы-тәрбиәселәрҙең тырыш хеҙмәте, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысҡа яуаплы ҡарашы ята. Әнисә Вәлиәхмәтова, Зәлиә Әхмәтйәнова, Татьяна Окулова, Минзилә Юнысова, Әлфиә Мағашева, Людмила Егорова, Галина Захлебина, Гөлбүләк Ғәлләмова, Зилә Сәғәҙуллина кеүек оҙаҡ йылдар эшләүсе тәжрибәле уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәте маҡтауға лайыҡ, Наталья Королева, Әлфиә Фәйзуллина, Гөлнара Ғарипова үҙҙәрен оҫта ойоштороусы итеп танытҡан. Улар етәкселегендә мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эше юғары кимәлгә ҡуйылған. Ә тәрбиәселәр Татьяна Әбделмәнова, Мәҙинә Ноғоманова, Рима Моратова, Гөлсиә Үзбәкова, Зәкиә ҡыуатова, Инна Пурлова, Марина Әсәҙуллина нисә йыл инде балалар ваҡытында ашаһын, йыуынһын, дәрескә йөрөһөн, ял итһен, йоҡлаһын тип көс түгә.
Ә уҡыусылар бындағы тормоштан, алған белемдәренән ҡәнәғәт − ХI «Б» класы уҡыусыһы Миләүшә Сәләмова: «Әлшәй районының ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан килдем. Кларнет класында шөғөлләнәм. Гимназия һәр яҡлап төплө белем бирә, үҙ аллы тормошҡа әҙерләй», − тиһә, Алина Ғүмәрова үҙен киләсәктә йырсы итеп күрә. Уҡытыусыһы Алла Билалова ярҙамында йырлау серҙәренә төшөнә. VI «Б» кластың уҡыу алдынғыһы Юлиә Шәйхетдинова фортепианола уйнай, башҡорт халыҡ йырҙарын яратып башҡара, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Булат Рафиҡовтың әҫәрҙәренә ғашиҡ. Ә класташы Байегет Мөхәрләмов театр түңәрәгенә йөрөй, КВН-дарҙа әүҙем ҡатнаша, «Театраль Волга буйы» фестивалендә балаларҙан торған жюри ағзаһы булған. Хатта былтыр Мәскәүҙә Кремлдә үткән шыршы байрамына барыу бәхетенә ирешкән.
IX «А» класы уҡыусыһы Хәйҙәр Хәмиҙуллин да киләсәккә уй-хыялдары менән ихлас уртаҡлашты. Маҡсатҡа ынтылыусан, тырыш егет оҫта ҡурайсы икән. Күптән түгел ҡазанда үткән «Этномириада» халыҡ йолаларын һаҡлаусы фестиваль-конкурсында махсус приз менән бүләкләнгән.
Бына шундай уй-теләктәр менән йәшәй гимназистар һәм хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн тырышып белем ала, музыка серҙәренә төшөнә.
Әйткәндәй
Гимназия ойошторолоуға 70 йыл тулыу айҡанлы 7 февралдә баш ҡаланың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк кисәгә төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙы, ҡасандыр унда эшләп киткән хөрмәтле уҡытыусыларҙы, ғөмүмән, барлыҡ ҡунаҡтарҙы көтөп ҡалабыҙ.
Айзилә МУСИНА,
гимназия уҡыусыһы, йәш хәбәрсе.