01.02.2013 Мәсьәләләрҙе хәл итеү асҡысы – мәғарифта
«... Экологик уңайһыҙлыҡ, фәҡирлек, даими эш урынының, тотороҡлоҡтоң, цивилизацияның булмауы мосолмандарҙы, атап әйткәндә, ғәрәп халҡын Европала яҡшыраҡ тормош эҙләүгә этәрә. Статистикаға күҙ һалғанда, 1990 йылдан Европала халыҡ һанының артыуы 90 процентҡа мосолман эмиграцияһы иҫәбенә өлгәшелә... Үҙҙәренең йолаларына, традицияларына бәйле, мосолмандарҙа тыуым Европа халҡына ҡарағанда күпкә юғарыраҡ. Мәҫәлән, Францияла христиан ғаиләләрендә тыуым − 1,8, шул уҡ ваҡытта мосолман ғаиләләрендә 8,1-гә тиң. Мосолмандарҙың һаны бик тиҙ арта. Хатта христиандар күпләп йәшәгән Францияның көньяғында сиркәүҙәр һаны мәсеттәр һанына ҡарағанда әҙерәк. Ябай ғына иҫәпләүҙәр ҙә 2027 йылға һәр бишенсе француз мосолман буласаҡ тигән фекергә килтерә».
Был – «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» тигән йыйынтыҡта баҫылған «Ислам һәм замандың иң глобаль проблемалары» тигән мәҡәләнән өҙөк. Йыйынтыҡта былтыр көҙгөһөн Өфө ҡалаһында үткән V халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияның материалдары тупланған. Алда килтерелгән цитата 2012 йылдың 15 − 17 октябрендә үткән мәртәбәле форумда күтәрелгән проблемаларҙың ни тиклем көнүҙәк булыуын күрһәтә. Конференцияла бөгөн донъяла милләт-ара һәм дини-ара ҡаршылыҡтарҙың көсәйеү ҡурҡынысы янауы хаҡында әйтелде. Быға юл ҡуймаҫ өсөн үҙенең физик һәм аҡыл сифаттарын һәм һәләтен камиллаштырып, үҙенә һәм башҡаларға ҡарата көс ҡулланыуға юл ҡуймаҫтай кешене формалаштырыу методтарын һәм формаларын билдәләү мөһим. Ә был мәсьәләне хәл итеүҙең асҡысы − мәғарифта. Нимә ул бөгөн мәғариф? Мәғарифты тәрбиәнән башҡа күҙ алдына килтерә алабыҙмы? Ислам, был донъя диненә уҡытыу рухи ҡиммәттәрҙе башҡа ҡиммәттәрҙән өҫтөн ҡуйыуға булышлыҡ итә аламы? Тап рухи байлыҡ кеше һәм йәмғиәтебеҙ тормошонда иң мөһим урынды биләргә, барлыҡ социаль-иҡтисади мәсьәләләр уның сиктәрендә хәл ителергә тейеш.
Йыйынтыҡҡа бик күп мәҡәлә ингән. Авторҙарҙың һәр береһе был мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын үҙенсә күрә. Әммә уларҙың һығымтаһы кәңәшмәлә әйтелгән төп һығымта менән бер − мағариф өлкәһе социаль килешеү майҙандарының береһе, ижтимағи берләштереү факторы булып ҡала. Китапҡа Рәсәй һәм республика киң мәғлүмәт саралары журналистарының халыҡ-ара форум тураһындағы яҙмалары ла ингән.
Зөфәр ТИМЕРБУЛАТОВ,
философия фәндәре
кандидаты.