RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы закон ниндәй үҙгәрештәр тәҡдим итә?

25.01.2013 Яңы закон ниндәй үҙгәрештәр тәҡдим итә?

Яңы закон ниндәй үҙгәрештәр тәҡдим итә?
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова менән мәғариф министры Әлфис Ғаязов ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ күптән түгел ҡабул ителгән «Мәғариф тураһында»ғы закон хаҡында барҙы.
Мәғариф министры Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, яңы закон – ул заман талабы.
– Белем биреү хоҡуғы тормош­ҡа ашырылған шарттар үҙгәреү сәбәпле, яңы законға ихтыяж тыуҙы. Белем алыуҙың яңы формалары барлыҡҡа килә, иҡтисади йәһәттән дә, хоҡуҡи яҡтан да үҙгәрештәр күп. Улар барыһы ла яңы законда теркәлергә тейеш.
Лилиә Салауат ҡыҙы билдәләүенсә, яңы законға барлығы 1400 төҙәтмә индерелгән. Улар иҫәбендә Башҡортостан Респуб­ликаһынан индерелгән тәҡдим­дәр­ҙең дә сағылыш табыуы һөйөндөрә. Атап әйткәндә, улар телде уҡытыу һәм мәктәптәрҙе ябыу-япмау мәсьәләһенә ҡағыла. Яңы закон уҡыусыларға туған телдә белем алыу хоҡуғын гарантиялай. Ә инде дәүләт телдәрен өйрәнеүгә килгәндә, ул республика ҡануниәте менән көйләнергә тейеш. Һуңғы йылдарҙа, балалар һанының аҙ булыуына нигеҙләнеп, мәктәптәрҙең ябылыуы халыҡта ҙур борсолоу уята. Яңы законға ярашлы, был сетерекле мәсьәләне хәл иткәндә урындағы халыҡтың да фекере иҫәпкә алынасаҡ.
Декабрь аҙағында ҡабул ителгән яңы закон 2013 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инәсәк. Әле уның нигеҙендә республика законы һәм федераль законға төҙәтмәләр әҙерләнә.
– Беҙ 57 закон актына төҙәтмәләр индерә алабыҙ. Әлбиттә, тамырынан үҙгәртеүҙәр булмаясаҡ, сөнки «Мәғариф тураһын­да»ғы РФ законы ла, ғәмәлдәге башҡа закондар ҙа иң беренсе сиратта йәмғиәттәге ҡиммәттәргә һәм яңы заманда үҫешеүсе ҡиммәттәргә нигеҙләнгән. Әлеге мәлдә закон барлыҡ сайттарға ла ҡуйылған һәм уның буйынса фекер алышыу бара. Тимәк, һәр кем үҙенең теләген, тәҡдимен еткерә ала. Беҙ иһә мотлаҡ уларға ҡолаҡ һаласаҡбыҙ, – тип, мәғариф ми­нистры республика йәмәғәтселеген закон буйынса фекер алышыу­ҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Яңы закон хеҙмәт баҙарында талап ителгән юғары квалификациялы эшсе һөнәрҙәре белгестәре әҙерләү, урта профессиональ белем биреүҙе производство менән тығыҙ бәйләнештә алып барыу маҡсатын да ҡуя. Был үҙ сиратында башланғыс һәм урта белем биреү системаһында бер ни тиклем үҙгәрештәргә килтерәсәк. Атап әйткәндә, ҡайһы бер һөнәрселек училищелары һәм лицейҙар урта профессиональ белем биреү учреждениелары менән берләштереләсәк.
– Әлбиттә, һәр уҡыу йорто буйынса мәсьәлә айырым хәл ителәсәк. Бөгөндән барлыҡ башлан­ғыс профессиональ белем биреү учреждениелары ла ябыла, тип уйларға ярамай. Шул уҡ ваҡытта бөгөн бер ҡайҙа ла эш таба алмаҫтай белгестәр әҙерләүсе уҡыу йорттарын тотоуҙың да фәтүәһе юҡ. Шулай уҡ иҫке генә һарайы һәм 50-се йылдарҙағы ватыҡ тракторы булған училище-лицейҙар ҙа юғары квалификациялы белгестәр әҙерләй алмай, – тип үҙ фекере менән уртаҡлашты БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
«Яңы закон уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итерме?» тигән һорауға Лилиә Салауат ҡыҙы:
– Уҡытыусының абруйы тура­һында һүҙ алып барғанда беҙ уның эш хаҡының юғары булыуын да күҙ уңында тотабыҙ. Бөгөн республикала уҡытыусының эш хаҡын иҡтисадтағы уртаса эш хаҡына тиңләштереүгә өлгәштек. Артабан да был йүнәлештә эште дауам итәсәкбеҙ, – тип яуап бирҙе.
– Республика уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреү буйынса үҙенең бурыстарын үтәй, үҙәк мәктәптәр­ҙе йыһазландырыуға ярҙам итә. Мәктәптәрҙе йыһазландырыу бу­йынса юғары күрһәткестәргә өл­гәш­тек. Атап әйткәндә, компью­тер­ҙар менән тәьмин итеү бик яҡшы ҡуйылған. Был бик мөһим, сөнки яңы технологияларҙы индереү кәрәк. Әлеге ваҡытта мәктәптә 100 уҡыусыға 13 компьютер тура килә. Бынан тыш, мәктәптәрҙе төҙөкләндереү, спорт залдарын, ашханаларҙы тейешле йыһаздар менән тәьмин итеү өсөн күп аҡса һалынған. План буйынса быйыл модернизациялау сараларына беҙгә 1 млрд һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Улар, әлбиттә, мәктәп инфраструктураһын үҫтереү өсөн йүнәлтеләсәк. Һуңғы сиратта быларҙың барыһы ла уҡытыусының имиджында сағылыш табасаҡ. Юғары уҡыу йортон тамамлаған белгестәр ҙә киләсәктә ҙур теләк менән мәктәпкә эшкә барыр тип ышанабыҙ, – тине, уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп, мәғариф министры.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!