RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ятаҡ – тормош мәктәбе

25.01.2013 Ятаҡ – тормош мәктәбе

Ятаҡ – тормош мәктәбе
Эштән ҡайт­ҡас, йомшаҡ тәпешкәләреңде эләктерәһең дә, яратҡан диваныңа һуҙылып төшөп ятаһың... “Йортом − ҡәл­ғәм”, − тип һөйөнәһең. Ә дәрестән һуң дөйөм ятағына ҡайтҡан студент бокалының эсендә астан үлгән тара­ҡанды күрә, тә­пеш­кәләре юғал­ған, ә бүлмәләше “Рамштайн”дың ауыр рок-музыка­һы аҫтында рәхәтләнеп йоҡо һимертә. Көләмәстәге кеүекме? Эйе, ятаҡтағы студент − көләмәс-уйҙырмаларҙың үлемһеҙ геройы. Арағыҙҙа төн уртаһында дүртенсе ҡаттың тәҙрәһе аша урамға сығып йөрөүен, сессиянан һуң таңға тиклем дискотекала булыуын, кухнянан табаһы менән ҡыҙҙырылған картуфты урлап ашағанын иҫләп һөйләүселәр күптер әле. Йөҙ ата балаһы йыйылған бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәү үҙе ҙур ҡаһарманлыҡ. Юҡҡа ғына, ятаҡ – тормош мәктәбе, тимәйҙәр.
Тырышып белем эстәгән, хыялланған, киләсәккә матур пландар ҡорған, ғашиҡ булған, дәрестәрҙә ойоп киткән һәм һәр саҡ тыуған йортон һағынған кеше ул студент. Ошо матур йылдар күңелдә мәңге һаҡланһын өсөн түбәндәге кәңәштәрҙе хәтерҙә тот, ҡәҙерле студент.

Яңы өйҙәштәр

Ятаҡта әҙәмсә йәшәгең килһә, бүлмәләштәрең менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдыр. Юғиһә тормошоң тамуҡҡа әйләнәсәк. Әгәр ҙә бергә уҡыған иптәштәрең менән бер бүлмәгә эләк­һәң, бик яҡшы. Юҡ икән – яңы таныштар араһында дуҫлыҡ күпере һалырға кәрәк буласаҡ. Улар менән шатлыҡты ла (уңышлы тапшырылған сессия), ҡайғыны ла (йөҙөнсө тапҡыр бер зачетты бирә алмау), ярлылыҡты ла (стипендияға тиклем бер аҙна), байлыҡты ла (стипендия алған көн) бүлешергә тура киләсәк. Шуға күрә үҙеңдең иң яҡшы дипломат сифаттарыңды эшкә ҡушып, яңы өйҙәштәрең менән дуҫлаш. Ул саҡта һинең менән һуңғы макарондары менән дә, яңы ғына яҙылған конспект­тары менән дә уртаҡлашырҙар, илағанда таҙа ҡулъяулыҡ та һонорҙар.
Әгәр ҙә дуҫлаша алмаһаң, бик елле дошмандар табырһың. Улар әйберҙәреңде һорауһыҙ алыр, үтенестәрең иғтибарһыҙ ҡалыр, йоҡлап китһәң, музыка бөтә көсөнә аҡырыр... Йә, ярар, насар күренештәр тураһында һөйләшмәйек.

“Тимер леди”

Ятаҡтың коменданты һәм вахтерҙары менән яҡшы мөнәсәбәт булдырыр­ға кәрәк. Әлбиттә, баштан уҡ үҙеңде әҙәпле һәм тәртипле студент итеп күрһәт. Үткән-һүткәндә яҡты йөҙ менән һаулыҡ һораш, комплименттарыңды йәлләмә, байрам уңайынан ҡотларға онотма. Әгәр ҙә эш боҙоп йөрөй икәнһең, күҙҙәренә салынмауың хәйерле.

Көнкүреш

Әгәр ҙә ҡайыш аҫты бушаһа, ә аҙыҡ-түлектән тик кибеп бөткән һуған ғына ҡалһа, өйөңдө һағынып илама! Һин хәҙер тулы хоҡуҡлы студент, үҙеңә үҙең хужа. Беренсе бурыс – астан үлмәҫкә. Бүлмәләштәрең менән алдан килешеп, сиратлап ашарға бешерергә мөмкин. Бергәләшеп аҙыҡ-түлек һатып алығыҙ.
Бүлмәгеҙ сүп өйөмөн хәтерләтмәһен өсөн йыйыштырып тороу фарыз. Бөгөн кем иҙән йыуа, тигән бәхәс-аңлашылмаусанлыҡтар тыумаһын өсөн дежурлыҡ графигы эшләргә мөмкин.

Уҡыу

Дөйөм ятаҡта өйгә эште әҙерләп буламы? Саҡ ҡына иғтибарыңды ситкә йүнәлтһәң, һыңар күҙең телевизорға уҡтала, үҙең күрше бүлмәнән яңғыраған йырҙы көйләйһең, шул саҡ телефон шылтырай, йә дуҫың иң һуңғы яңылыҡтарын тәмләп һөйләргә тотона... Эйе, башта бындай шау-шыуға өйрәнеүе ауыр буласаҡ. Әммә башҡа әмәл юҡ. Өйгә эшкә ултырғанда ҡолаҡсындарыңды кейеп ал да, берәй матур ғына көй ҡуй (диңгеҙ шауы, йә ҡоштар һайрауы булһын. Тик тыныс көйгә ойоп китмә!). Шул саҡта ғына бөтә иғтибарың китапта буласаҡ.
Ятаҡ тормошо ни тиклем күңелле булмаһын, уҡыу һәр саҡ тәүге урында торһон. Бөтә лекцияларҙы конспект итеп теркәп барыу отошло, имтиханда кәрәге тейәсәк. Һәр ваҡыт дәрес ҡалдыр­һаң, йә һуңлап йөрөһәң, «ҡара исемлек»кә инеүең бар, хатта уҡыу йортонан ҡыуыуҙары ла ихтимал.

Ял

Үҙ аллы тормош һәм иректән башың әйләнеп китмәһен. Бәйҙән ысҡынған эттәй шашынма. Һин бында уҡырға килгәнһең, көн һайын дискотекаға йөрөүҙән белемең артып китмәҫ. Иҫеңдә тот – спиртлы эсемлектәр эскән, ығы-зығы тыуҙырған, тәртип боҙған, матди зыян килтергән студентты ятаҡта оҙаҡ тотмайҙар.

Эпилог урынына

Үҙеңде ыңғай яҡтан күрһәт. Тәүге фекер аҙаҡҡаса һаҡланасаҡ, шуға бөтә ерҙә лә үҙеңде матур тот.
Күберәк белем алырға тырыш. Уҡытыусы һораған ваҡытта ауыҙға һыу алғандай торғансы, өйгә эшкә бер-ике сәғәт ваҡытыңды йәлләмә. Ғәҙәттә, дәрескә әҙерләнеп йөрөгән студенттарға зачет «автомат» менән ҡуйыла.
Уҡытыусы – һеҙҙең кеүек үк кеше. Әгәр ҙә теманы аңламаһаң, оялып торма, һорауҙарыңды яуҙыр, өҫтәмә материалдар менән ҡыҙыҡһын. Уҡытыусылар тырыш студенттарҙы хөрмәт итә.
Имтихан – белемде тикшереү мәле. Тәүге ике сессия иң мөһиме һәм ауыры. Уларҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ бирергә тырыш, киләһе сессиялар күпкә еңелерәк буласаҡ.
Уҡыу йорто уҙғарған мәҙәни, спорт сараларында ҡатнаш. Беренсенән, был һине рухи яҡтан байытыр, яңы дуҫтар табырға ярҙам итер. Икенсенән, уҡытыусылар һине тырыш һәм белемле студент тип ихтирам итер.
ҡайһы бер уҡыу йорттары ташлама хаҡ буйынса сәйәхәт, ял йорто юлламалары булдыра, бушлай курстар ойоштора. Мөмкинлеккә ҡарап, улар менән файҙалан.

Гүзәл БИКМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!