25.01.2013 Йылым ауылынан сыҡҡан мачо*
Сибай гимназия-интернатында алған төплө белеме Фәнис Абдуллинға башта – Мәскәүҙе, унан Мексиканы яуларға ярҙам итә
Рәсәй студенттары көнө уңайынан, белем эстәү өлкәһендә ниндәйҙер уңыштарға өлгәшкән яҡташтарыбыҙҙы телгә алып китмәү яҙыҡ булыр ҙа ул. Ә бындай тырыштар, эҙләп ҡараһаң, байтаҡ ҡына йыйыла икән...
Бына, мәҫәлән, Сибай егете Фәнис Абдуллинды алайыҡ. Ваҡытында атаһы Рәсим ағай менән бер урында − «Атайсал» гәзитендә − эшләп алғайныҡ. Шул саҡта уҡ Рәсим ағай Сибайға күсеп килеүенә улы сәбәпсе булыуы хаҡында һөйләй торғайны:
− Баймаҡ районының Йылым ауылында йорт һалып сығып, йәшәп ятабыҙ. Сибай гимназия-интернатында уҡып йөрөгән улым, атай, әйҙәгеҙ, Сибайҙа йәшәйек, тип теңкәне ҡоротто бит. Миңә гимназия-интернатта уҡыу оҡшай ҙа ул, тик үҙ йортомда йәшәгем килә, ти ҙә ҡуя. Аптырағас, ер участкаһы алып, йортто аҙбары-ние менән күсереп алып килдек тә ҡуйҙыҡ.
Нимә ул Михайло Ломоносовтың йәйәүләп уҡырға барыуы? Белемгә ынтылған кеше, кәрәк булһа, йорто менән дә күсеп сығып китә икән!
Нигеҙҙе борсоуын бушҡа сығармаған Фәнис − урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған. БДИ һөҙөмтәләрен Мәскәүҙең өс юғары уҡыу йортона тапшырған. Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының геология факультетына өҫтөнлөк биреп, шунда уҡырға ингән.
− Бала саҡтан химия фәне менән ҡыҙыҡһына торғайным. Шуға ла геохимия фәнен үҙ иттем.
− Фәнис, Мексикаға уҡырға сығып китеүең нисегерәк булды һуң?
− 2008 йылда − Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының бакалавриатын, 2010 йылда магистратураһын тамамланым. Уҡыу бөтөүгә ҡарайыраҡ, 2009 йылда, Мәскәүҙән Валентина исемле ҡыҙға өйләндем. Валяның әсәһе лә, атаһы ла ғүмерҙәрен геология фәненә бәйләгән ғалим, уҡытыусылар. Кәләшем үҙе лә геология факультетында уҡый ине.
Уҡыуын тамамлағас, Валя, үҙенең испан телен белеүен иҫәпкә алып, Мексикаға эшкә урынлашты. Уның ыңғайына мин дә был илгә барырға булып киттем.
− Испан телен белә инеңме? Мексикала ниндәй уҡыу йортон һайланың?
– Инглиз телен өйрәнгәйнем. Һүҙҙәре оҡшаш, шуға ла Мәскәүҙә ике ай самаһы испан теле курсы үтеп, Мексиканың үҙендә ай ярым шөғөлләнгәйнем, шул етеп ҡалды. Шунан Мексиканың төп юғары уҡыу йорттарының береһе − Мексика милли автономиялы университетының докторантураһына, беҙҙең классификация буйынса, аспирантураһына, уҡырға индем.
Мехико ҡалаһында урынлашҡан был университет үҙе бер ҡала кеүек: үҙенең магазиндары, дарыуханалары, бөтә сауҙа-юл инфраструктураһы булған ҡаласыҡта, хеҙмәтләндереүсе персонал, уҡытыусылар составы, студенттарҙы ҡушып иҫәпләһәң, 300 меңгә яҡын кеше йәшәй. ҡаласыҡтың эсендә үҙ аллы полиция хеҙмәте, бер осонан икенсе осона бушлай 12 автобус маршруты йөрөтә. Аспирантураға килгәндә, геология өлкәһендә, үҙемдең һайлап алған өлкәлә эҙләнеүҙәр үткәрәм, ярты йыл һайын башҡарылған эшем хаҡында отчет биреп барам. Командировкалар, эҙләнеүҙәр барышындағы барлыҡ сығымдар ҙа ҡаплана. Уҡыу бушлай − тырыш ҡына.
− Мексикандар тырышамы һуң? Был халыҡҡа ниндәй характеристика бирә алаһың? Уларҙы бигерәк яй ҡыбырлаусы, бошмаҫ халыҡ, тигән фекер ишеткәйнем...
− Уҡыуға килгәндә, тырышалар. Белем алыуға улар ныҡ етди ҡарай; беҙҙәгесә, бушты көтөп зачетка болғап ултырыу юҡ унда. Иң ҡыҙығы, унда 40, хатта 59 йәштә лә белем алыу − ғәҙәти күренеш. Өйләнеүгә лә шулай уҡ 40 йәштәр тирәһендә «етешәләр». Шулай, улар, ниңә йәшләй өйләнешәһегеҙ, йәшләй юғары белемгә ынтылаһығыҙ, тип беҙгә аптырай, беҙ − уларға. Башҡаһына килгәндә, ысынлап та, улар бигерәк тә бошмаҫ халыҡ. Мексикандар хаҡында шундай шаяртыу йөрөй. Имеш, уларҙың өс һүҙенә ышанырға ярамай: был аш бөтөнләй ҙә ҡырҡыу түгел; биш минуттан килеп етәм; был бөтөнләй ҙә алыҫ түгел, тигәндәренә.
− Мексикала алған белем, ундағы диплом башҡа ерҙә, шул уҡ Рәсәйҙә йә Төньяҡ Америкала, Европала баһаланамы?
− Беҙҙең РУДН дипломы менән ҡабул иттеләр, шулай уҡ уларҙың дипломдары ла Рәсәйҙә лә, башҡа ерҙә лә баһалана. ҡыҙыҡ: Германиянан, фәне алға киткән Япониянан, башҡа үҫешкән илдәрҙән килеп уҡыусылар күп, ә Рәсәйҙән − юҡ кимәлендә. Һәр хәлдә, Санкт-Петербургтан Роман исемле егетте генә табып алдыҡ. Шуға ла кәләш менән хыялланып алабыҙ: беҙҙең яҡтан студенттар килһә, ҡатнашып йәшәр, бер-беребеҙгә терәк булыр инек. Уның ҡарауы, СССР тарҡалғандан һуң бында килеп төпләнгән украин, урыҫ уҡытыусылары осрап ҡуя.
− Стипендия, торлаҡ мәсьәләһе нисегерәк хәл ителә?
− Минең аспирант стипендиям 30 000 һум тәшкил итһә, бакалавриатта күпкә ҡайтышыраҡ. Студент бер ҡайғыһыҙ уҡып сыҡһын тиһә, ата-әсәһе ай һайын, стипендияһына өҫтәп, 15000 һум аҡса ебәреп торорға тейештер, тип күҙаллайым. Уның ҡарауы, бында йыл әйләнәһенә − йәй: берәр пар футболка, салбарың булһа, шул еткән. Студенттарға ятаҡ бирелмәй. Кәләшем менән ике ҡатлы йортто ҡуртымға алдыҡ − айына 12000 һум түләйбеҙ. Мин беҙҙең һумдар менән һөйләһәм дә, Мексиканың аҡсаһы − песо. 100 песо яҡынса 240 һумға тиң.
− Халыҡтың йәшәү кимәлен ҡайһылайыраҡ баһалайһың? Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар, сәйәси хәл-торош?
− Мексика үҫеш юлына баҫҡан ил иҫәпләнә. Йәшәү сифатын, Мәскәү менән сағыштырғанда, аҙыраҡ ҡына ҡайтышыраҡтыр, тип уйлайым. Әммә тотош Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан менән сағыштырғанда, көнитмеш бында күпкә иркенерәк. Метрола йөрөү − 7 – 8 һум. Таксиҙы көнө буйы алып йөрөһәң, 200 һумлап аҡса түләйәсәкһең. Шәкәрҙең килограмы яҡынса 50 һум. Икмәк ашамайҙар, уның урынына кукуруз көлсәһен ҡулланалар. Кукуруз бында бик популяр ризыҡ иҫәпләнә. Он, печенье − барыһы ла кукуруздан.
Халыҡ айыҡ тормошто үҙ итә. Ситтән килгәндәргә ныҡ иғтибарлылар, яҡшы мөғәмәләлә. Майя индеецтарын күрҙем, улар һаман да үҙ телдәрендә һөйләшә.
− Әйткәндәй, майя календарына ярашлы, улар ахырызаманды көтөп ғауғалашманымы?
− Юҡ, ике ятып бер төштәренә лә инмәгәндер, моғайын. Майяларҙың тыуған илендә майя календары, уға ярашлы ахырызаман көтөү кеүек мәғәнәһеҙлектәр булманы.
Әңгәмәбеҙ аҙағында Фәнис үҙенең Сибайҙағы уҡытыусыларына рәхмәт һүҙе еткерергә теләк белдерҙе:
− Класс етәксеһе Гөлнур Салауат ҡыҙы Хөснөтдинова, химия уҡытыусыһы Зиләрә Вара ҡыҙы Нәбиуллина, тәрбиәсебеҙ Гөлмәрйәм Зөбәйер ҡыҙы Йосопова, инглиз теле уҡытыусыһы Әлфир Ирек улы Вәлитовтарға, башҡа уҡытыусыларыма рәхмәт әйткем килә. Сибай гимназия-интернатында төплө белем алғанмын икән, уйлап ҡараһаң, шул белем менән Мәскәүгә сыҡтым, унан Мексикаға юлландым. РУДН-да ла беҙҙе, төбәктәрҙән килгәндәрҙе, яҡшы яҡтан ғына телгә ала торғайнылар, шуға ла уҡытыусыларыбыҙҙың ғорурланырға хаҡы бар.
Илшат ҡАНСУРИН әңгәмәләште.
Мачо (испанса) – ныҡыш, «текә» егет.