18.01.2013 Бер аҙым алғамы, әллә артҡамы?
Рәсәйҙең һуңғы “Мәғариф тураһында”ғы законы 2012 йылдың иң бәхәсле һәм ғауғалы законы булып танылды. Яңы документты былтыр декабрь аҙағында депутаттар өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте, ә проектты әҙерләгән ваҡытта индерелгән төҙәтеүҙәр рекордҡа тиң – барлығы 1760 төҙәтеү. Барлыҡ өлкәләргә лә – мәктәпкә тиклем, мәктәп һәм юғары белем биреүгә ҡағылған үҙгәрештәр менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.
Мәктәпкәсә белем
Иҫке закон
Мәктәпкәсә белем бушлай һәм ата-әсәләр балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе ҡарауға киткән сығымдарҙың 20 процентын түләй.
Яңы закон
Балалар баҡсаһында белем биреү элеккесә бушлай, ә бына баланы “тәрбиәләгән һәм ҡараған” өсөн балалар баҡсаһына түләргә кәрәк. Был төшөнсәләр мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында хәҙер айырым эшмәкәрлек йүнәлештәренә бүленә һәм закон буйынса айырып ҡарала. Тәрбиә һәм ҡарау өсөн бер балаға күпме аҡса китәсәк, ниндәй критерийҙар буйынса был хаҡты иҫәпләп сығарасаҡтар − әлегә һис тә аңлашылмай. Был хеҙмәткә хаҡты, һәр ғаиләнең хәленә ҡарап, урындағы муниципалитет билдәләргә тейеш.
Ғәрип, етем һәм туберкулез интоксикацияһы менән сирләгән балалар баҡсаға бушлай йөрөй ала, был пункт үҙгәрешһеҙ ҡалған.
Бынан тыш, балалар баҡсаһы менән мәктәп, буш урындар булмаһа, баланы ҡабул итеүҙән баш тартыу хоҡуғына эйә. Элекке закондарҙа бындай нормалар юҡ ине.
Урта белем
Иҫке закон
Белем биреү учреждениелары, федераль закондарға таянып, төрлөсә атала: лицей, гимназия һәм башҡалар.
Дәүләт белем биреү ойошмаларында төрлө дини йүнәлештәрҙе ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеге ҡырҡа тыйыла.
Мәктәп хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы, окладҡа өҫтәмә түләүҙәр, премиялар һәм уларҙың күләмен мәктәп хакимиәте үҙе билдәләй.
Берҙәм дәүләт имтиханын индереү – эксперименталь күренеш, уны уҙғарыу урындарҙа хәл ителә.
Яңы закон
Белем биреү ойошмаларының дүрт төрө билдәләнә: мәктәпкәсә белем биреү, дөйөм белем биреү, һөнәри белем биреү һәм юғары белем биреү ойошмалары. Программаһын дини ойошмалар раҫлаған “Дини мәҙәниәт һәм донъяуи этика нигеҙҙәре” фәне элеккесә факультатив түгел, ә мотлаҡ рәүештә уҡытыла. Йәки дини ойошмаларҙың да белем биреү буйынса дәүләт стандартына тәьҫир итеү хоҡуғы бар.
Уҡытыусыларҙы уртаса эш хаҡы менән тәьмин итеү Рәсәй Президенты, Хөкүмәт, төбәктәрҙең власть органдары һәм урындағы үҙидаралыҡ ҡарарҙары буйынса билдәләнә. Яңы закон проектында уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡын төбәктең иҡтисади хәленән сығып билдәләргә тигән тәҡдим бар ине, тик Финанс министрлығы бының менән килешмәне һәм төҙәтеүҙе талап итте. Яңы документ буйынса педагогтарҙың эш хаҡы төбәктәге уртаса хеҙмәт хаҡынан кәм булмаҫҡа тейеш.
БДИ – белем кимәлен билдәләү өсөн мотлаҡ сара. Юғары уҡыу йортона бакалавриат һәм специалитет программалары буйынса уҡырға ингәндә БДИ һөҙөмтәләре дүрт йыл ғәмәлдә тип иҫәпләнә, элеккесә ике йыл түгел.
Юғары белем
Иҫке закон
Юғары уҡыу йорттарында бушлай уҡытыу (бюджет бүлеге) Рәсәй Федерацияһында йәшәгән 10 мең халыҡҡа 170 студент тигән иҫәптән сығып билдәләнә.
Етем йәки ата-әсә тәрбиәһенән яҙған, инвалид балалар имтихандарҙы уңышлы тапшырһа, уҡыуға конкурстан тыш ҡабул ителә.
Ойоштороусы үҙенең компетентлығынан сығып, студенттарҙы стипендия менән тәьмин итә.
Яңы закон
Юғары уҡыу йорттарының бюджет бүлегенә ҡабул ителеүселәр һаны илдең 17 – 30 йәштәге 10 мең халҡына 800 кеше тигән иҫәптән сығып билдәләнә. Рәсәй статистика хеҙмәте килтергән һандарға күҙ һалғанда, илдә 17 йәштән алып 30 йәшкә тиклемдәрҙең һаны – 22 миллион. Был юғары уҡыу йорттарының бюджет бүлектәрендә барлығы 1,7 миллион уҡыусы булырға тейеш тигән һүҙ. Бөгөн Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында 2,7 миллион тирәһе студент бушлай белем ала. Күреүегеҙсә, бушлай юғары белем алыу мөмкинлеге кәмей.
Юғары уҡыу йорттарына имтихандарҙы уңышлы тапшырған осраҡта конкурстан тыш тик инвалид балалар һәм I, II төркөм инвалидтары ҡабул ителә.
Өс төрлө стипендия билдәләнә: дәүләт стипендияһы, Рәсәй Президенты стипендияһы һәм Рәсәй Хөкүмәте стипендияһы, исемле стипендия. Ә бына стипендияларҙың күләме хаҡында бер ни ҙә аңлатылмай.
Закон буйынса тағы ниндәй яңылыҡтар индерелә?
. Балалар баҡсаһында, мәктәп янындағы мәктәпкәсә төркөм һәм өйҙә кейеү өсөн төрлө формалар кейеү тәртибе закон менән раҫланасаҡ.
. Уҡыусы законға ярашлы дистанциялы, электрон, селтәрле һәм өйҙә (ғаиләлә) белем алыу хоҡуғына эйә.
. Уникаль белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге арта. Законда физкультура һәм спорт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә, физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға белем биреү үҙенсәлектәре ҡаралған.
. “Мәғариф тураһында”ғы законға өр-яңы статья индерелгән – “Мәғариф теле (телдәре)”. Рәсәйҙә дәүләт телендә йәки рус телендә белем алыу гарантиялана. Республикаларҙа урынлашҡан мәктәптәр тураһында айырым әйтелә. Республикаларҙың дәүләт телендә уҡытыу һәм өйрәнеү тураһында ҡарар ҡабул итеүе мөмкин, тик был рус телен өйрәнеүгә зыян килтермәҫкә тейеш, тиелә был статьяла.
. Башланғыс һөнәри белем биреү тарихта ҡала. Ул урта һөнәри белем системаһына индерелә һәм квалификациялы эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәр әҙерләүҙә тәүге кимәл булып һанала. Бынан алып урта һөнәри белем биреү уҡыу йорто ике программа буйынса эшләйәсәк – квалификациялы эшселәрҙе һәм урта звено белгестәрен әҙерләү. Йәғни колледждар институттарға тиңләшәсәк һәм бакалаврҙар әҙерләйәсәк.
. Дәүләт педагогтарға квалификацияны күтәреү һәм һөнәри әҙерлекте арттырыуҙы эш биреүсе иҫәбенә башҡарырға рөхсәт итә, квалификация категорияһын алыу өсөн аттестация уҙыу хоҡуғын гарантиялай.
. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы инклюзив (уртаҡ) уҡытыу йәки белем биреү һәм тәрбиәләү тураһында ҡарарҙар индерелә.
. Яңы стандарттар нигеҙендә мәктәп уҡыусыларға бушлай белем биреүҙе гарантиялай, ә бына стандарттарҙан тыш уҙғарылған дәрестәр өсөн аҡса түләргә тура киләсәк.
. Әгәр ҙә һөнәргә эйә булыу өсөн айырым ижади, физик, психологик һәләттәр талап ителә икән, был колледжға имтихандарһыҙ уҡырға инергә мөмкин. Һәләттәр ҡабул итеү һынауҙарында ҡараласаҡ.
. Яңы закон шәхси юғары уҡыу йорттарынан, дәүләт юғары уҡыу йорттары менән бер рәттән, мониторингтарҙа ҡатнашыуҙы талап итә.
. Юғары уҡыу йорттарының “бакалавриат – магистратура” системаһы буйынса ике кимәлдән торасаҡ уҡыу планы ғына түгел, статустары ла үҙгәрәсәк. Бында “элиталы” юғары уҡыу йорттарына ҡараған федераль һәм милли тикшеренеү университеттары кеүек айырым категориялар билдәләнгән дә инде.
. Академиялар юғары уҡыу йорттары булараҡ бөтөрөләсәк йәки өҫтәмә белем биреү, аспиранттар һәм докторҙар әҙерләү менән генә шөғөлләнәсәк.
Нурия ҡАҺАРМАНОВА, ҡырмыҫҡалы районы:
– Яңы закон буйынса, дәүләт үҙ иңенән оло яуаплылыҡты төшөрә. Был документ Рәсәй мәғарифын һәләкәткә илтәсәк. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, балалар баҡсаһы түләүле буласаҡ. Хаҡы күпме − әлегә билдәһеҙ. Минең бөгөн баламды айына 600 һум түләп баҡсаға йөрөтөргә хәлемдән килмәй. Бер бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бер ниндәй льготалар ҡаралмаған, ә был хаҡ тиҙҙән унлата артһа? Балалар баҡсаһына әлеге сираттар күҙ асып йомғансы юҡҡа сығасаҡ – бындай юғары хаҡтар ата-әсәләрҙе өркөтәсәк.
Артабан киттек. Мәктәп. Бында базалы фәндәр бушлай, тик һәр уҡыусы мотлаҡ түләүле дәрестәр алырға тейеш. Аҡсалары булмай түләүле дәрестәрҙән баш тартыусыларҙы ситләтәсәктәр, кәмһетәсәктәр. Ә берҙәм дәүләт имтиханы, тестарҙы сисер өсөн, баланы тик ятлап уҡыуға өйрәтәсәк. Юғары белемгә килгәндә, бюджет бүлегенә инеү ауырлашҡандан-ауырлаша бара. Ә бәлки, уның кәрәге бөтөнләй ҡалмаҫ? Мин үҙем июнь айында юғары уҡыу йортон тамамлап, сентябрҙә эшһеҙ ҡалдым – ҡыҫҡартыуға эләктем. Хәҙер махсус урта һәм юғары белем тураһындағы дипломдар менән өйҙә ултырам.
Руфина ҒӘБДРАФИҡОВА, Өфө ҡалаһы:
– Шуныһы ҡыуаныслы, педагогтарҙы төбәктең уртаса эш хаҡы менән тәьмин итеү гарантиялаған, ә бәлки, кемдер, мәктәп хакимиәтенә ярай алмағанлыҡтан, аҙ хеҙмәт хаҡына риза булып йөрөгәндер?
Проекта әйтелеүенсә, уҡытыусыларға һәм студенттарға тәғәйен социаль гарантиялар ҙа һаҡлана. Улар төбәк тарафынан да, федераль кимәлдә лә кәметелә алмай. Өҫтәүенә, элекке документтан айырмалы рәүештә, яңыһында был гарантияларҙы тормошҡа ашырыуҙың аныҡ аҙымдары билдәләнгән. Шулай уҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәренә һәм студенттарға социаль ярҙам тәғәйенләү буйынса төбәктәрҙең идара органдарына өҫтәмә вәкәләт биреләсәк – был элек булмай торғайны.
Эльвира Нәҙербаева, Сибай ҡалаһы:
– Был закон хаҡында әлегә бер ни ҙә ишетмәнем.
Шулай итеп, юғарылағы законға әсе теллеләр “Ашнаҡсы балалары” тураһындағы закон” тигән исем биреп тә ҡуйҙы. Тарихтан билдәле булыуынса, 1887 йылда министр И. Делянов “Ашнаҡсы балалары тураһында циркуляр” яҙа. Унда, гимназияларға күсер, лакей, ашнаҡсы, кер йыуыусы һәм башҡа һөнәр кешеләренең балаларын уҡыуға ҡабул итмәҫкә, тип әйтелә. Министрҙың фекеренсә, ярлы, социаль яҡтан ярҙамы булмаған ғаиләләрҙең балаларын үҙҙәренең мөхитенән сығарырға ярамай һәм был законды батша Александр III хуплай. Был циркуляр нигеҙендә гимназияларҙан “йәмғиәттең түбәнге ҡатламы вәкилдәре”нең балалары күпләп ҡыуыла, илдә бай балаларына ғына белем биреү законлаштырыла.
Гөлнар ЮЛДАШБАЕВА әҙерләне.