RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Туған телгә һөйөү осраштырҙы, дуҫлаштырҙы, еңеүҙәргә ҡанатландырҙы

15.01.2013 Туған телгә һөйөү осраштырҙы, дуҫлаштырҙы, еңеүҙәргә ҡанатландырҙы

Туған телгә һөйөү осраштырҙы, дуҫлаштырҙы, еңеүҙәргә  ҡанатландырҙы
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика һәм төбәк-ара олимпиадаһы үтте
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика һәм төбәк-ара олимпиадала быйыл барлығы 334 уҡыу­сы ҡатнашты. Шуларҙың 114-е – 9-сы синыф уҡыу­сылары, 83-ө – унынсылар һәм ун беренселәрҙән 106 уҡыусы. Шулай уҡ Татарстан Республикаһынан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән һигеҙ уҡыусы килгәйне. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйылғы ярышта рус мәктәптәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар ҙа ҡатнашты.
– Һеҙ ашҡынып көтөп алған олимпиаданың ахырына ла килеп еттек. Һөҙөмтәләр етди баһаланды. Мәғариф министрлығы тарафынан телде уҡытыу, үҫтереү өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеү сараһы күрелә. 2012 йылдың декабрендә милләтте, телде һаҡлау буйынса дәүләт программаһы ҡабул ителде. Белеүебеҙсә, иң беренсе нәүбәттә был йүнәлештә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары эшләй. Тағы бер һөйөнөслө яңылыҡтарҙың береһе – ул «Мәғариф тураһында»ғы Законда телгә ҙур иғтибар бүленеүе, – тине мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева, уҡыусыларҙы олимпиаданың йомғаҡлау тантанаһы менән тәбрикләп.
Уҡыу программаһына ингән төрлө фәндәр буйынса уҡыусылар араһында олимпиадалар күп үткәрелә. Шулар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика һәм төбәк-ара олимпиадаһы айырым урын алып тора. Ул милли мәктәптәр, рус мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар, сит өлкәләрҙән килгән уҡыусылар араһында айырым үткәрелә. Башҡа фәндәр буйынса олимпиадаларҙа иһә улай төркөмдәргә бүлеү юҡ.
Туған телгә һөйөү осраштырҙы, дуҫлаштырҙы, еңеүҙәргә  ҡанатландырҙы
– Быларҙың барыһы ла телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү, уларҙы бар төбәктәрҙә лә һаҡлап алып ҡалыу маҡсатын ҡуя. Бөгөн зал тулып олимпиаданың йомғаҡлау тантанаһына йыйылғанбыҙ икән, был ҙур ҡыуаныс, оло ҡаҙаныш, – тип билдәләне Мәғариф министрлығының милли мәғариф һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова.
Олимпиада өс турҙан торҙо. Беренсе турҙа викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, икенсе турҙа һүҙгә маһирлыҡтарын, тасуири һөйләү һәләтен күрһәттеләр һәм һуңғы турҙа уҡыусылар бирелгән биш теманың береһен һайлап алып инша яҙҙы. Быйылғы олимпиада Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, барыбыҙҙың да яратҡан әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыуға арналғанлыҡтан, сәсәнлек бәйгеһендә уҡыусылар уның шиғырҙарын һөйләне, викторина һорауҙарының да күбеһе халыҡ яҙыусыһының ижадына арналғайны. Әлбиттә, иншалар конкурсында ла был тема сағылыш тапмай ҡалманы.
Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, предмет буйынса жюри рәйесе Зәкиә Ғәбитова, олимпиаданы йомғаҡлап, быйыл уның башҡа йылдарға ҡарағанда тағы ла ойошҡаныраҡ, камилыраҡ үтеүен, уҡыусыларҙың яҡшы әҙерлеген билдәләне һәм барыһының да иғтибарын йыш ҡабатланған хаталарға йүнәлтте:
– Олимпиаданың һорауҙары тик мәктәп программаһы сиктәрендә төҙөлдө. Шуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар әҫәрҙең авторҙарын дөрөҫ атамай, жанрын дөрөҫ билдәләмәй, картиналарҙың авторҙарын белмәй, анализ төрҙәрен бутай. Инша яҙыу өсөн ирекле теманы һайлаусылар күп, әммә иншалар араһында донъяны онотоп китеп уҡырлыҡтары һирәк. Фекерҙәр ҡабатлана, ниңәлер ирекле тема ла Зәйнәб Биишеваның ижадына алып барып бәйләнгән. Сәсәндәр бәйгеһенә килгәндә, тасуирилыҡ етешмәй, бик һирәктәр генә шиғырҙы хис-тойғоға бирелеп, үҙенең күңеленән сығарып, жюри ағзаларын арбарлыҡ итеп уҡый алды.
Ниһайәт, еңеүселәрҙе иғлан итер мәл етте. Кемдәр өсөн быйылғы олимпиада ҙур уңыштар алып килгән һуң? Еңеүселәр һәр төркөмдә айырым билдәләнде. Күп уҡыусылар юғары һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды, бынан тыш, икешәр уҡыусы өсөнсө һәм икенсе дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде. Ә олимпиаданың иң юғары баһаһына – I дәрәжә дипломға берәр уҡыусы ғына лайыҡ булды. Улар: 9-сы синыф уҡыусыларынан – Учалы ҡалаһының 1-се урта мәктәбенән Светлана Александрова, Учалы ҡалаһының 12-се башҡорт лицейынан Гөлкәй Сиражетдинова, Мәсетле районының Йонос мәктәбенән Зилә Хафизова, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбенән Әлиә Һөйөндөкова, 10-сы синыф уҡыусыларынан – Бүздәк районының Бүздәк 2-се урта мәктәбенән Оксана Степанова, Благовещен районының Благовещендағы 5-се урта мәктәбенән Эльвина Ғәлимйәнова, Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһынан Эльза Яҡупова, Силәбе өлкәһе Арғаяш райо­нының ҡорман урта мәктәбенән Фирүзә Һибәтуллина, 11-се синыфтар араһында – Сибай ҡалаһының «Ирәндек» лицейынан Евгения Гаринова, Йылайыр районының Матрай урта мәктәбенән Әлиә Таһирова, Сибай гимназия-интернатынан Гүзәл Солтанова, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Байрамғол урта мәктәбенән Айһылыу Ситдиҡова.
Үҙе шиғырҙар ҙа ижад итеүсе һәләтле ҡыҙ Әлиә Таһирова еңеүенең серен телде яратыу­ҙа, тырышып уҡыуҙа һәм олимпиадаға ныҡлы әҙерләнеүҙә күрә:
– Башҡорт теле дәрестәрен бик яратам, шуға күрә олимпиадаға ла ҙур теләк менән әҙерләндем. Каникулым олимпиадаға әҙерләнеү менән үтте. Шуға күрә лә ошондай һөҙөмтәгә өлгәшкәнмендер, тип уйлайым. Уҡытыусым Тәнзилә Янсаф ҡыҙына ҙур рәхмәт.
Әйткәндәй, тәжрибәле уҡытыусы Тәнзилә Янсаф ҡыҙы Иҫәндәүләтованың уҡыусылары беренсе йыл ғына еңеү яуламай. Быға тиклем дә ике уҡыусыһы төрлө йылдарҙа призлы урындарға лайыҡ булған.
Йылдағыса, гәзитебеҙ ҙә олимпиадала ҡатнашыусыларға үҙенең махсус бүләген әҙерләгәйне. Быйыл уларға Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбенән 9-сы синыф уҡыусыһы Әлиә Һөйөндөкова, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының ҡорман урта мәктәбенән 10-сы синыф уҡыусыһы Фирүзә Һибәтуллина һәм Сибай ҡалаһының «Ирәндек» лицейынан 11-се синыф уҡыу­сыһы Евгения Гаринова лайыҡ булды.
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала икенсе тапҡыр ҡатнашам. Шуға күрәме, быйыл бик ауыр кеүек тә тойолманы. Һорауҙар өлкә олимпиадаһынан әллә ни айырылмай ине. Олимпиада турҙарына килгәндә, викторина нығыраҡ оҡшай. Ғөмүмән, олимпиадаға ҙур теләк менән киләм, сөнки бында үҙеңә бик күп дуҫ табырға була, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша еңеүсе Фирүзә Һибәтуллина.
– Башҡортостанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Уҡытыусылар конкурсына ла йыл һайын киләбеҙ. Улар артабанғы эшебеҙгә көс-дәрт өҫтәй, уҡыусыларҙа туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләй. Мөмкинлектәр сикләнеүгә, дәрестәр ҡыҫҡарыуға ҡарамаҫтан, башҡорт телен уҡытыуҙы дауам итәбеҙ, ата-әсәләр ҙә балаларының туған телен өйрәнеүе өсөн атлығып тора. Балалар ҙа туған теле, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, йолалары менән ҡыҙыҡһына, – тип һүҙгә ҡушыла Силәбе өлкәһенән килгән уҡыусыларҙың етәксеһе, Арғаяш районы Яратҡол мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәүжиҙә Ғәбдерәүеф ҡыҙы Кинйәбаева.
Икенсе еңеүсебеҙ – Сибай ҡалаһынан килгән рус ҡыҙы Евгения Гаринова үҙенең башҡортса матур итеп һөйләшеүе менән генә түгел, белеме, төрлө конкурстарҙа яулаған уңыштары менән дә хайран итә.
– Еңеүем өсөн шул тиклем ҡыуандым. Дуҫтарым башҡорт, бәләкәйҙән улар менән башҡортса аралашып үҫкәс, миңә телде өйрәнеүе ҡыйын түгел. Башҡортостанда йәшәгәс, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, йолаларын яҡшыраҡ белеү өсөн телде өйрәнергә кәрәк, тип уйлайым. Телде күберәк белгән һайын, кешенең күңеле байый. Рус һәм башҡорт телдәренән тыш, инглиз телен өйрәнәм. «Урал батыр» эпосы буйынса сәсәндәр бәйгеһендә эпосты өс телдә башҡарҙым. Бынан тыш, «Ромео һәм Джульетта»нан да өҙөктө өс телдә ятлағаным бар, – ти ул.
Йыл һайын олимпиада барышында уҡыу­сыларҙың ярышҡа шул тиклем етди әҙерләнеүен күрәһең, ә олимпиадала еңеү иһә улар өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ оло ҡыуаныс. Быйылғы олимпиада тамам. Кемдәргә быйыл уңыш йылмаймаған, улар, икенсе йыл мотлаҡ еңәсәкмен, тигән уй-ниәт менән үҙ мәктәптәренә таралышты.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!