RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡмулла юлынан барайыҡ

11.12.2012 Аҡмулла юлынан барайыҡ

Аҡмулла юлынан барайыҡБашҡорт дәүләт педагогия университетында халыҡ-ара Мифта­хетдин Аҡмулла көндәре гөрләп үтте. Уның барышында бихисап фәнни, мәғариф һәм мәҙәни сара уҙғарылды.
Әҙәбиәткә ҡағылышлы көнүҙәк проблемалар “Нәфис әҙәбиәт – милләт йәшәүенең нигеҙе” тип исемләнгән “түңәрәк өҫтәл”дә күтәрелде. Сараға әҙәбиәт белгестәре, яҙыусылар ҙа саҡырыл­ғайны. Нәфис китаптар, әҫәрҙәр менән ҡыҙыҡһыныусылар кәмеүенә кем ғәйепле – уҡыусылармы, әллә әҙәбиәтселәрме, бөгөнгө әҙәбиәттең маҡсаты ниндәй бу­лыр­ға тейеш – бына шундай бәхәсле мәсьәләләргә ҡоролдо һөйләшеү. Билдәле ғалим Әхмәт Сөләймәновтың, башҡорт уҡыусыларының йылдан-йыл әҙәйеүенә социаль проблемалар, атап әйткәндә, мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр ҙур йоғонто яһай, тигән фекере менән килешмәй булмай. Башҡорт ауылдарында мәктәптәр ябылыуы, туған тел дәрестәренең ҡыҫҡартылыуы кире һөҙөмтәләр бирә, әлбиттә. Өс-дүрт йыл элек “Аманат” журналына күпләп хаттар килеп торһа, бөгөн журналға хат яҙған уҡыусыны табыуы үтә лә ҡыйын, ти шағир Дамир Шәрәфетдинов. Тимәк, балалар уҡымай, әҙәбиәттән ситләшкән. Йәш быуындың туған телендә донъя күргән китаптар менән ҡыҙыҡһынмауы тәү сиратта яҙыусыларҙың үҙҙәренә бәйле, тине “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев: “Ни өсөн балаларыбыҙ сит ил яҙыу­сыларын белә, уҡый, ә беҙҙе уҡымай? Тимәк, беҙ уҡырлыҡ итеп яҙмайбыҙ түгелме? Йәштәрҙе уларҙың телендә тәрбиәләргә кәрәк. Әҙәбиәтебеҙгә яңы алымдар, яңыса фекерләү талап ителә. Шунһыҙ йәш уҡыусыларҙы йәлеп итә алмаясаҡбыҙ. Икенсенән, әҙәбиәт мотлаҡ тәрбиәләргә тейеш тимәгән, иң мөһиме, ул сафландырырға тейештер”. Шулай ҙа совет осоронда яҙылған башҡорт әҫәр­ҙәре үҙ ҡиммәтен юғалтмай. “ХХ быуат башында ла традицион һәм өр-яңы әҙәбиәт өсөн көрәшкән яҙыусылар араһында ҡыҙыу бәхәстәр барҙы. Ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, үткәнде, тамыр­ҙарҙы оноторға, инҡар итергә ярамай. Совет осоро әҙәбиәте – беҙҙең мираҫ. Улай ғына түгел, һүҙ сәнғәтенең иң юғары кимәле тап шул осорға тура килә. Ул әҫәрҙәр­ҙең күбеһен ҡат-ҡат уҡыһаң да яңыса асаһың. Зәйнәб Биише­ваның “Дуҫ булайыҡ” әҫәрен заманса түгел тип кем әйтһен?! Шуға күрә башҡорт совет әҙәбиәтенән баш тартыуға мин ҡырҡа ҡаршымын. Бары тик иҫкене емермәйсә, заман һулышына ярашлы яңы әҫәрҙәр тыуҙырырға кәрәк”, – тигән фекерҙә әҙәбиәт белгесе, профессор Зәйтүнә Шәрипова. Ғалимә Гөлфирә Гәрәева ла ошондай ҡарашты белдереп, хәҙерге әҙәбиәттең халыҡсанлыҡ һыҙаттарын һаҡлап ҡалыу проблемаһына ла туҡталды: “Хәҙерге әҫәрҙәрҙә кинәйә көсәй­ҙе. Артыҡ тәрән кинәйәгә күсеп барабыҙ түгелме, ҡайһы саҡта тәнҡитселәр генә аңларлыҡ әҫәр­ҙәр яҙып ҡуймайбыҙмы икән?” Гөлфирә Ниғәмәт ҡыҙы билдәләүенсә, һуңғы осорҙа роман жанрына мөрәжәғәт итеүселәр һирәгәйҙе. Уның ҡарауы, повесть, хикәйә жанрҙары сәскә ата. Мөнир ҡунафиндың “Тәңре өрөк ҡапҡанда”, Әхмәр Үтәбайҙың “Үрелеп алған алма”, Рәсүл Сәғитовтың “Уй туйы” хикәйәләре быға миҫал итеп килтерелде.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡаҙаҡ ғалимдары ла ҡатнашып, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Башҡортостанда булған проблемалар беҙҙе лә урап үтмәй. Егерме йыл эсендә әхлаҡи, рухи ҡиммәттәребеҙҙе юғалтып өлгөр­ҙөк. Һуңғы ваҡытта ғына йәштәрҙе тәрбиәләү йәһәтенән ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшә башланыҡ. Хәҙер беҙ балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон үҫтереүгә төп иғтибар бүләбеҙ, – тине С. Баишев исемендәге Аҡтүбә университетының тәрбиә эштәре буйынса проректоры Баян Уринбаева.
Күренеүенсә, туғандаш халыҡтарҙың һүҙ сәнғәте генә түгел, ә уға ҡағылышлы проблемалар ҙа уртаҡ. Уларҙы хәл иткәндә, үҙебеҙҙең йәш быуынды ғына түгел, ә бөтә төрки йәштәрен күҙ уңында тотоп эш итергә тейешбеҙҙер. Нәҡ Аҡмулла кеүек.
Бөйөк мәғрифәтсебеҙгә арнал­ған саралар “Аҡмулла һәм мәғрифәтселек осоро” тигән тематик күргәҙмә менән асылды.Унда БДПУ-ның һынлы сәнғәт һәм графика факультеты студенттарының кейеҙҙән ижад ителгән сәнғәт өлгөләре ҡуйылды. Артабан мәктәп уҡыусыларының филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәновтың асыҡ лекцияһын тыңлау мөмкинлеге булды. Аҡмулла шиғырҙарын донъя телдәренә тәржемә итеү конкурсы уҙҙы. Шулай уҡ мәғрифәтсе ижадынан төҙөлгән аудиокитаптың презентацияһы үтте. БДПУ, БДУ һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенттары ҡатнашлығында шиғриәт кисәһе, ә 5 – 11-се класс уҡыусылары араһында интернет-олимпиада ойошторолдо. Аҡмул­ла көндәрендә тәүге тапҡыр Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы cоветы ярҙамында “Этнофест – 2012” Бөтә Рәсәй йәштәр этнофестивале уҙғарылды. Унда Рәсәй һәм сит ил студенттары ҡатнашып, йыр-бейеү, фольклор номерҙары менән сығыш яһаны.
Етенсе тапҡыр уҙғарылған Аҡмулла уҡыуҙарының төп өлөшө – халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһының темаһы “Мәҙәниәт­тә һәм мәғарифта мәғрифәт­селәр­ҙең гуманистик мираҫы” тип аталды. Сарала ҡаҙағстандың Аҡтүбә университеты ғалимдары, магистранттары, Төркиәнең Нигде университеты аспиранты, уҡытыу­сыһы Фатима Эртөрк ҡатнашты. Конференцияла яңғыраған док­ладтарҙа башҡорт, ҡаҙаҡ әҙәбиәте, ғөмүмән, төрки халыҡтарының рухи донъяһына ҡағылышлы проблемалар күтәрелде. Бөгөн төрки халыҡтарының әҙәбиәте һәр береһе айырым теге йәки был рәүештә өйрәнелгән булһа, улар­ҙы сағыштырып өйрәнеү эштәре үҙ тикшеренеүселәрен көтә әле. Тел, стиль, идея, йөкмәтке йәһәтенән төрки халыҡтарының әҙәбиәте һәм фольклоры араһындағы айырмалыҡтарҙы, оҡшаш яҡтарын өйрәнеү эше Төркиәлә ниндәйҙер кимәлдә алып барыла икән. Мәҫәлән, Фатима Эртөрк әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа унда төрки донъяһының әҙәби антологияһы тупланған. Шулай уҡ айырым туғандаш халыҡтың әҙәбиәтен өйрәнеү йүнәлештәре бар. Ф. Эртөрк башҡорт әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына. Аҡмулла, М. Кәрим ижады менән таныш. Башҡорт әҫәрҙәрен төрөк теленә тәржемә итә. Фәнни эшенең темаһы – төрөк һәм башҡорт телдәренең сағыштырма грамматикаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!