23.11.2012 Хыял түгел, ысынбарлыҡ
Сит илдә уҡыу күптәр өсөн хыял ғына булып ҡала. Ә бына Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттарына төрлө илдәрҙә белемен камиллаштырыу бәхете тейә. Бының өсөн уларға комиссия алдында һынау тоторға кәрәк. Ошо көндәрҙә Германия һәм Дания вәкилдәре студенттарҙы практикаға йәлеп итеү өсөн университетҡа килде.
Данияның “Agri LIDA” фирмаһы менән Башҡорт дәүләт аграр университеты 2003 йылдан хеҙмәттәшлек итә. Йыл һайын ун бишләгән студент был илдең төрлө фермаларында стажировка үтә. Улар ауыл хужалығы өлкәһендәге яңы технологиялар менән таныша, теоретик һәм практик белем ала. Университеттың халыҡ-ара бүлеге етәксеһе Лира Зорина әйтеүенсә, хеҙмәттәшлек бер яҡлы ғына түгел. “Agri LIDA” фирмаһы вәкилдәре Өфөлә даими була. Улар студенттарға илдәренең ауыл хужалығы үҙенсәлектәре тураһында лекция уҡый, әҙәбиәт менән тәьмин итә, конференцияларҙа ҡатнаша. Былтыр уҡыу йорто уҡытыусылары Данияның фермер хужалыҡтары менән танышып ҡайтҡан.
Ә Германия вәкилдәре менән университет 2007 йылдан эшләй. Биш йыл эсендә илле Башҡортостан студенты Германияның ауыл хужалығы өлкәһендә практика үтеп өлгөргән. “АПОЛЛО” программаһы етәксеһе Юлиане Мисдом, ошо программаның Рәсәйҙәге координаторы һәм вәкиле Мария Самойленко, Германиянан фермер Йозеф Бенкнер, Смоленск дәүләт ауыл хужалығы академияһы аспиранты Алла Кутузова килгәйне.
“АПОЛЛО” 1991 йылда ойошторолдо. Ошо ваҡыт эсендә ете йөҙҙән ашыу Рәсәй һәм Белоруссия студенты Германияла булды. Быйыл Рәсәйҙең ун бер аграр юғары уҡыу йортонан алтмышҡа яҡын студентты практикаға урынлаштырасаҡбыҙ”, – тине Юлиане Мисдом.
Һайлап алыу турына 45 студент килгәйне, шуларҙың 34-нә бәхет йылмайҙы. Ике ай дауамында улар документтарын әҙерләйәсәк, немец теле курсына йөрөйәсәк. Әйткәндәй, курс бушлай, уны “АПОЛЛО” ассоциацияһы түләй. Февралдә Германиянан белгестәр килеп, телде өйрәтәсәк, ил тураһында мәғлүмәт бирәсәк. Мартта студенттар һынау тотасаҡ, иң белемлеләренә Германияға юлланма тапшырыласаҡ. Улар дүрт ай буйы (июнь – сентябрь) немецтарҙың ауыл хужалығы өлкәһендә тәжрибә туплаясаҡ.
Башҡортостан студенттары башҡаларҙан айырыламы, тигән һорауға Юлиане Мисдом: “Эйе, айырыла. Башҡорт дәүләт аграр университетында, башлыса, ауыл балалары уҡый. Улар ауыл хужалығын яҡындан белә, шуға күрә улар менән эшләүе еңел. Ғөмүмән, университетта төплө белемле студенттар уҡый”, – тине.
Йәштәргә ни бары Мәскәүгә тиклем юлды түләргә кәрәк. Сығымдарҙың күп өлөшөн Германияның Урман хужалығы, сауҙа һәм ауыл хужалығы министрлығы ҡаплай, студенттарға яҡшы стипендия түләнә.
“АПОЛЛО” программаһында ҡатнашыусы Германияның ауыл хужалығын һәм тормошон яҡындан өйрәнә. Шулай уҡ ул немец телен өйрәнеү, башҡа ил студенттары менән дуҫлыҡ ептәрен нығытыу ҙа. Төрлө семинарҙар, экскурсиялар ҙа үткәрелә. Аныҡ эш графигы булдырылмай, ирекле ваҡытта ҡыҙ-егеттәр был дәүләт менән үҙ аллы таныша ала.
Һәр студент практика барышында отчет яҙырға тейеш һәм һуңғы семинарҙа немец телендә имтихан бирәсәк. Уны уңышлы тапшырыусыларға Германияла артабан белем алыу өсөн тәҡдим, стипендия, һөнәр буйынса стажировка үтеү мөмкинлеге, немец телендә махсус әҙәбиәт һатып алыу өсөн грант бирелә.
Башҡорт дәүләт аграр университеты тағы ла 45-кә яҡын дәүләт менән хеҙмәттәшлек итә. Студенттар йыл әйләнәһенә төрлө илдәрҙә белем туплай ала.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.