RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Мәктәптә бер көн»

20.11.2012 «Мәктәптә бер көн»

«Мәктәптә бер көн»
Бөрйән районының Әбделмәмбәт урта мәктәбендә «Журналист һөнәрен алмаштыра» исемле акция үтте
− Ә һеҙ беләһегеҙме, нимә ул «ҡайнау»? Нимә ул ҡайнау температураһы? − ошо һорау­ҙар менән мин күргән-белгәндәрҙең барыһын да йонсотоп бөтөрҙөм, буғай. Һәр хәлдә, һорауҙарға дөрөҫ яуап бирмәгәндәргә тиҙ генә физиканан дәрес аңлата башлай инем. Өйҙәгеләрҙе бер нисә көн буйы ҡат-ҡат «уҡытҡас», таныш парикмахер егеткә, һатыусы ҡыҙға, хатта беҙҙең подъезда иҙән йыуған йыйыштырыусы ҡатынға ла ҡайнау процесын тәфсирләп төшөндөрҙөм. Был хәбәрсегә ни булған икән, тип баш ватмағыҙ, шулай итеп мин Бөрйән районының Әбдел­мәмбәт мәктәбе етәкселеге ойошторған «Журналист һөнәрен алмаштыра» исемле акция-конкурсҡа әҙерләндем, дәрес­тең репетицияһын үткәрҙем.
Ғөмүмән, ошоғаса һис бер ҡайҙа үткәрелмәгән был сара тураһында белеү менән мәктәптең тынғыһыҙ директоры Инсур Үтәбаевҡа шылтыратырға тотондом, йәнәһе лә, ниндәй маҡсат менән ойошторола был акция, беҙгә ниндәй бурыстар йөкмәтелә һ.б., һ.б. Иң тәү сиратта башҡорт баҫмаларына яҙылыуҙы пропагандалау ине ниәтебеҙ, шулай уҡ уҡыусыларҙа башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә, матбуғат баҫмаларына һөйөү тәрбиәләү, гәзит уҡыусылар менән журналистар араһындағы бәйләнеште нығытыу, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, балаларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙе лә күҙаллайбыҙ, тигәс, хатта бер аҙ ҡурҡып та ҡуйҙым. Гәзит-журналдарҙың тиражы артыуына булышлыҡ иткән үҙенсәлекле сараны уйлап табыу − бер эш, ә әҙерлек эштәрен башҡарыу, акцияны тормошҡа ашырыу − үҙе бер оло йөкләмә! Был һиңә мейес башында (диванда, урындыҡта) ҡырын төшөп, һис бер уйһыҙ көнбағыш сиртеп ятыу түгел, төплө әҙерлекһеҙ уңышһыҙлыҡҡа ла осрауың ихтимал. Ә белем биреү, тәрбиә өлкәһендә етешһеҙлектәргә бөтөнләй урын юҡ (һәр хәлдә, булыр­ға тейеш түгел). Шуға ла беҙгә ике дәресте (береһе предмет буйынса, икенсеһе – синыф сәғәте) ҙур өмөт бағлап тапшырғас, нисек ышаныстарын аҡламайһың да, нисек әҙерләнмәйһең?!
Үҙҙәре лә тыныс ҡына йәшәп ятмай, башҡаларға ла ундай форсатты бирмәгән Әбделмәмбәт уҡытыусыларына рәхмәт, предметты, синыфты һайлауҙы үҙебеҙҙең ҡарамаҡҡа ҡалдырҙылар. Тәүҙә башлан­ғыс синыфтарҙы һайларға уйлағайным (тәүге белемем буйынса башланғыс синыф уҡытыусыһымын), аҙаҡ үҙемдең көсөмдө өлкән синыфтарҙа һынап ҡарарға булдым. Бөгөнгө һигеҙенсе синыф уҡыусылары ниндәй икән, шуны белгем килде. Предметтарға килгәндә иһә, электән математика, физика, химияны ныҡ-ныҡ яраттым (хәйер, мәктәптә мин яратмаған бер предмет та булманы шикелле). Ошо өс предметтың ҡайһыһын һайларға белмәй ҡаңғырып бөттөм. Һайлау минең өсөн иң ҡыйыны, шуға ла өс предметтың да исемдәрен ҡағыҙ киҫәксәләренә яҙып, күҙҙе йомоп береһен тарттым − унда «физика» тип яҙылғайны. Әбделмәмбәт мәктәбендә физиканан балаларға белем биреүсе Мәрзиә Сәғит ҡыҙы Мәсәғүтоваға шылтыратып, теманы белештем дә, ихлас дәрес планын яҙҙым, тәжрибә үткәрергә әҙерләндем. Инде көнө килеп етер саҡта, башҡа коллегаларым алдында уңайһыҙлыҡ тойғоһо кисерҙем: мин бит Белорет педагогия училищеһында дәрес биреү методикаһын, уҡыусыларҙың психологияһын дүрт йыл буйы өйрәнгән, хатта бер йыл буйына мәктәптә балалар уҡытҡан кеше, ә улар тәүгә таҡта янына уҡытыусы дәрәжәһендә баҫа... Бушҡа борсолоп, иҫәпле генә нервы күҙәнәктәрен «үлтереп-ҡырғанмын». Баҡ­тиһәң, «Шоңҡар»ҙың баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев менән «Таң» Бөрйән районы гәзитенең хәбәрсеһе Таңһылыу Баһауетдинова­ янында бер өйрәнсек кенә икәнмен − уларҙың педагогик стажы минекенән әллә нисә тапҡырға күберәк булып сыҡты! Әйткәндәй, акцияла ҡатнашырға саҡырыу башҡорт телендә сыҡҡан бөтә республика баҫмаларына ебәрелһә лә, ҡайһы берәүҙәре, һуңыраҡ килербеҙ, тип вәғәҙәләп, икенселәре, скайп аша дәрес бирербеҙ, тип ышандырып, өсөнсөләре иһә бөтөнләй ишетмәмеш тә күрмәмеш булып ситтә ҡалып, 15 ноябрҙә тик «Йәшлек», «Шоңҡар» һәм «Таң»дың ғына өп-өр яңы «уҡытыусылары» Әбделмәм­бәткә (ҡыпсаҡ) килеп етте. Сараны һанға һуҡмаусылар, ауыҙҙарына сәйнәп ҡаптырылғанды ла йота алмағас, бынан ары, халыҡ гәзит-журналыбыҙға яҙылмай, тип зарланып ҡараһын инде. «Шоңҡар»ҙар кеүек булырға кәрәк, ана, Азамат Юлдашбаев бер юлы биш хәбәрсеһен килтерергә йыйынған, ярай ҙа үҙен Инсур Рәмил улы, өсәү етер, тип туҡтатҡан. Беҙ ҙә, «Йәшлек»тәр, гәзит уҡыусыбыҙ өсөн ер сигенә лә барыр, баҫмабыҙҙың абруйын яҡлап шулай күмәк килер инек, әгәр ҙә сара гәзитте сығарыу көнөнә тура килмәһә.
Ошо хаҡта уйлана торғас, дәрес бирер ваҡыт та килеп еткән, имеш. Тап шул мәлдә тубыҡтар дерелдәргә тотонмаһынмы! Аҫтыртын ғына башҡаларға күҙ һалам: Азамат Рәмил улы башҡорт баҫмаларына арнап ҙур, матур итеп эшләнгән стендты уҡып йөрөй, Шамил Яубаҫаров фотоаппараты менән мәж килә, Мансур ҡаҙаҡаев уҡытыу­сыларҙың береһе менән тыныс ҡына гәпләшә, Таңһылыу Баһауетдинова ҡайҙалыр, күренмәй... Математика уҡытыусыһы Нәсимә Дауытова, әллә ҡурҡаһығыҙ инде, борсолмағыҙ ул тиклем, барыһы ла яҡшы булыр, тип мине дәртләндереп китте. Физика уҡытыусыһы Мәрзиә Сәғит ҡыҙы ла, һигеҙенсе синыф уҡыусылары әүҙем, тырыш, ҡурҡмағыҙ, тип тынысландырҙы. Шулай булып сыҡты ла: дәрес башланып, уҡыу­сылар менән бер-беребеҙгә бер аҙ өйрәнгәс, шөрләү хисе юҡҡа сыҡты, башкөлләй тема эсенә инеп киттем. Репетиция күп булғас, йөҙөп йөрөп дәрес аңлатҡанда тәнәфескә ҡыңғырау шылтыраны ла ҡуйҙы. Етешһеҙлектәр ҙә, моғайын, булғандыр, ә шулай ҙа дәрес биреүемде ҡарарға ингән уҡытыу­сылар Нәсимә Усманова ла, Мәрзиә Мәсәғүтова ла, афарин, яҡшы уҡыттың, тип кәйефемде күтәреп ебәргәйне, иңдәремдән ауыр йөк төшкәндәй тойолдо. Рәхәт булып китте!
Һигеҙенселәр шул тиклем оҡшағайны, улар менән яҡындан танышып дуҫлашырға ваҡыт аҙ булды, тип эстән генә һөйләнә-һөйләнә, ун беренселәргә синыф сәғәтенә елдереп китеп барғанда, Әбделмәмбәт мәктәбенең журналисы Сөмбөл Исхаҡова коридорҙа туҡтатып, үҙҙәренең телевидение­һы (!) өсөн ҡыҫҡа ғына интервью алды. Әбделмәмбәт мәктәбе, телевидениенан тыш, робототехника түңәрәгенең булыуы менән дә хайран итте (ундай роботлы мәктәптәр республикала өсәү генә!).
Ун беренсе синыфта ла синыф сәғәте бер тында үтеп китте. Яҙгөл Ғәбиҙуллина, Ғәлимә Сырлыбаева, Гөлниса Сөләймәнова, Айбулат Ғарифуллин, Нияз Яхин һәм башҡа уҡыусыларға ихлас тыңлап ултыр­ғаны өсөн ҙур рәхмәт! Яҙгөл һылыу­ҙың әйтеүенсә, улар беҙҙең килеүҙе оло түҙемһеҙлек менән көткән: «Һеҙҙең менән осрашҡандан һуң күптәр журналист һөнәрен һайлар­ға уйлай башланы. Журналистар­ҙың белмәгән нәмәһе юҡ икән, тип һоҡландыҡ». Туғыҙынсы, өсөнсө һәм дүртенсе синыфтарҙа ла синыф сәғәттәре күҙ асып йомған арала йомғаҡланды.
Коллегаларым да педагог икмәген бушҡа ашамауын тирләп-бешеп раҫлап ҡуйҙы. Рус әҙәбиәтенән уҡытҡан Азамат Юлдашбаев классиктар күтәргән мәңгелек һорау­ҙар­ға ун беренселәрҙән яуап тап­тыр­һа, Таңһылыу Баһауетдинова етенселәрҙең башҡорт әҙәбиәте буйынса белемен камиллаштырыу­ға күп көс һалды. Шамил Яубаҫаров былай ҙа информатика менән «һин»гә һөйләшкән унынсыларға сайт эшләргә өйрәткән, ә Мансур ҡаҙаҡаев дүртенсе синыф уҡыусыларын физкультуранан «йонсот­ҡан». Улар ҙа синыф сәғәттәренә ҙур иғтибар бүлгәндер, тип ышанам. Хәйер, тәртипле, тәрбиәле, тырыш балаларҙы уҡытыуы ла, тәрбиәләүе лә еңел. Беҙгә шундай аҡыллы, шәп уҡыусыларҙы «әҙерләп» ҡуйған ата-әсәләргә, уҡытыу­сыларға рәхмәттән башҡа ни әйтәһең? Уҡыусыларҙың тап шундай икәненә «Толпар» үҙидараһы әҙерләгән «Матбуғат һәм мәғариф» исемле «түңәрәк өҫтәл»дә тағы бер тапҡыр инандыҡ. Беҙҙең һәр әйткән һүҙҙе йотлоғоп тыңлаған балалар үҙҙәренең дә фекерен әйтте. Айырыуса йәштәрҙең китап, гәзит-журнал уҡымауына әсенгәс, унынсыла уҡыған Таңсулпан Шәрипова, барыһы ла уҡымай тиеүҙәре дөрөҫ түгел, тип ҡаршы сыҡты: «Күпте белергә ынтылғандар барыбер уҡый ул!» Китаптарҙы күп уҡыған, уҡығанын анализлаған кешеләргә генә хас сығышы аныҡ, төплө, ентекле булды. Беҙ, һәр хәлдә, ауыҙҙы асып тыңланыҡ.
Уҡыуҙан ғына алдырмай Әбдел­мәмбәт уҡыусылары, спорт, мәҙәниәт буйынса сараларҙа ла улар алдынғы: 2011−2012 уҡыу йылында Рәсәй кимәлендә 8 приз­лы урын, республика кимәлендә − 45, төбәктә − 14, район буйынса 112 призлы урын алғандар! Тап ошо уҡыу йортонда белем алған Наилә Ғәлина, Зөлфиә Ибәтуллина, Фирғәт Шәмиғолов, Гөлгизә Дауытова һәм башҡа бик күп сәмле балалар мәктәптең данын, абруйын, ҡаҙаныштарын арттыра. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡайһы яҡтан алып ҡараһаң да, Әбделмәмбәт мәктәбе бөтә планетанан алда бара.
«Сулпылар» телевизион бәйгеһе лауреаттары «Гөрөлдәк» ансамбле сығыштарынан хушланып, уҡытыу­сылар менән аралашып, һәләк дәртләнеп, илһамланып ҡайтып киттек. Тағы ла саҡырһалар, инде кемуҙарҙан Бөрйәнгә сабырбыҙ, тим, сөнки нисек уҡытырға беләбеҙ: тәжрибә артты, балалар таныш, белем багажын ғына өҫтәп тултыраһы ҡалды.
P.S. Нәсимә һәм Иҙрис Дауытовтарға ҡунаҡсыллыҡтары өсөн ҙур рәхмәт.

«Уҡытыусы-эҙләнеүсе»
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!