RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Гимназия, лицейҙар юҡҡа сығырмы?

26.10.2012 Гимназия, лицейҙар юҡҡа сығырмы?

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа «Мәғариф тураһында»ғы законды ҡабул итте. Бер туҡтауһыҙ тәжрибәләр барған, үҙгәрештәр кисергән мәғариф системаһына яңы закон тағы ниндәй яңылыҡ алып килер? РФ мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Наталья Третьяк әйтеүенсә, закон белем биреү учреждениеларын гимназия, лицейҙарға бүлеүҙән баш тартҡан.
– Беҙ мәктәптәрҙе төрҙәргә бүлеүҙән баш тарттыҡ, сөнки бер микрорайонда төрлө балалар йәшәй һәм улар­ҙы ниндәйҙер айырым йүнәлеш буйынса ғына эшләүсе белем биреү учреждениеһында уҡытыу дөрөҫ булмаҫ ине, – ти ул. 90-сы йылдар мәғариф система­һында гимназия-лицейҙарҙың күпләп асыла башлаған осоро. Хәҙер килеп уларҙың исеме ҡағыҙҙа ғына ҡалырмы икән ни?! Был хаҡта ошо өлкәлә эшләүсе кешеләр, йәмәғәтселек ни уйлай?

Гөлйемеш САДИҡОВА, ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһы директоры:
– Лицей-гимназияларҙы асҡан ваҡытта ҡалала ошо типтағы бер нисә белем биреү учреждениеһы булырға тейеш, балалар, йәшәгән урынына ҡарамаҫтан, үҙенең теләгенә һәм һәләтенә ҡарап уларҙа уҡый алһын тигән маҡсаттан сығып эш иттеләр. Профилле кластар булдырылды. Балаларҙың һәләтен үҫтереүгә иғтибар көсәйтелде. Башлаған ваҡытта ауыр булһа ла, хәҙер быға өйрәндек һәм шулай эшләүе уңайлы ла кеүек. Дөрөҫ, берҙәм дәүләт имтиханы менән профилле кластар араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуҙы. Сөнки биология-химия профиле буйынса уҡыған балалар ҙа, математика класында шөғөлләнеүселәр ҙә бер үк кимәлдә математиканан берҙәм дәүләт имтиханы тапшырырға тейеш. Ләкин быныһына ла күндек, уҡыусылар, ниндәй генә йүнәлеш буйынса уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, имтиханда һынатмайҙар. Яңы законда баланың йәшәгән урыны буйынса мәктәптә уҡый алыуына өҫтөнлөк бирелә икән, был да дөрөҫ, минеңсә. Аңлауымса, бер мәктәптә төрлө кластар килеп сыға. Беҙҙең республика гимназияһы булғас, хәл икенсерәк. Өҫтәүенә, уҡырға алғанда балаларҙың ижади һәләтен иҫәпкә алабыҙ. Тимәк, яңы закондың беҙҙең кеүек белем биреү учреждениеларына артыҡ йоғонтоһо булмаҫ тип ышанам.

Илшат БИКҡОЛОВ, Өфө ҡалаһының 140-сы башҡорт гимназияһы директоры:
– Гимназия, лицейҙар әле генә бөтөрөлөр тип иҫәпләмәйем. Сөнки бер микрорайонда бер нисә мәктәп урынлашҡан, шуларҙың берәүһе генә гимназия йә лицей булыуы ихтимал, тимәк, балаға һайлау мөмкинлеге былай ҙа етерлек. Мине икенсе мәсьәлә борсой – яңы закон башҡорт телен уҡытыуҙы туҡтатыуға юл ҡуймаһа ярай ҙа. Әле беҙ, милли мәктәп булараҡ, 3-сө уҡыу планы буйынса эшләйбеҙ. Башҡорт теле дәрестәре нисек бар, шулай һаҡланып ҡалды. Ә башҡа мәктәптәр мәғариф идаралыҡтары тәҡдиме менән 2-се уҡыу планын һайланы һәм уның буйынса туған телдәргә аҙнаһына өс сәғәт бирелә. Был сәғәттәр башҡорт телен уҡытыу­ға файҙаланыла. Ә инде киләсәктә мәктәптәр 1-се уҡыу планын һайлаһа, унда туған телдәрҙе өйрәнеүгә сәғәттәр бүленмәй, башҡорт теле бөтөнләй уҡытылмаясаҡ, тигән һүҙ. Яңы федераль дәүләт стандарттары дәүләт телдәрен уҡытыуға, шул иҫәптән дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыуға сәғәттәрҙе бөтөргән кеүек, яңы закон балаларыбыҙға туған телебеҙҙе өйрәнеүгә сик ҡуймаһа ярар ине.

Таңһылыу ЗАҺИТОВА, шәфҡәт туташы, Өфө ҡалаһы:
– Баламды мәктәпкә бирергә ваҡыт еткәс, бер аҙ аптырап ҡалдым. Әлбиттә, башҡорт мәктәбендә уҡытыу ине теләгем. Тик башҡорт мәктәптәре барыһы ла тиерлек йә гимназия, йә лицей. Тимәк, улар икенсе программа буйынса эшләй, үҫтереүле уҡытыу методикаһын ҡуллана. Ә минең балам бәләкәйҙән йыш ауырығас, артыҡ көсөргәнеш ярамай. Шул ваҡытта уҡ, ниңә баш ҡалала ябай башҡорт мәктәптәре юҡ, тигән уй тыуғайны. Әлбиттә, гимназия итергә тырышыуҙары яҡшы инде ул, әммә һәр бала ла яҡшы уҡый алмай бит, уртаса уҡығандары була. Беҙ ауылда ябай мәктәптә белем алдыҡ, бер ҙә насар уҡыманыҡ шикелле.

С. ЛОТФУЛЛИНА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!