RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уҡытыусы һөнәренең бөйөклөгө баһаланды

09.10.2010 Уҡытыусы һөнәренең бөйөклөгө баһаланды

Был аҙнала бөтә илебеҙ Уҡытыусылар байрамын билдәләне. Уҡытыусылар тураһындағы хәтирәләр ғүмеребеҙҙең иң матур миҙгеле – бала саҡ менән бәйләнгән, шуға күрә лә улар яҡты, саф һәм ҡәҙерле.
  Уҡытыусы һөнәренең бөйөклөгө баһаландыРеспубликаның иң яҡшы уҡы­тыусылары үҙҙәренең һөнәри байрамын баш ҡалала ҡаршы алды. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә үткәрелгән кон­курста еңеүсе уҡытыусыларҙы һәм иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын БР Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров ҡотланы. Башҡортостандың билдәле артистары һәм балалар ижади коллективтары үҙҙәренең йыр-бейеүҙәрен бүләк итте.
– ҡайҙа ғына сығыш яһаһам да тыныс була торғайным, ә бөгөн тулҡынланам. Бер залда шул тиклем уҡытыусы йыйылған. Барығыҙҙы ла профессиональ байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым. Айырыуса бөгөн юғары наградаға лайыҡ булыусы­ларҙы тәбрикләйем. Был награда – һеҙҙең йылдар буйына дауам иткән көндәлек ныҡышмалы хеҙмәтегеҙгә юғары баһа ул. Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ғына дәрес үткәреп ҡараған йәиһә лекция уҡыған кеше уҡытыусы хеҙмәтенең ни тиклем ауыр икәнен бик яҡшы аңлай. Шул уҡ ваҡытта ул – хөрмәтле миссия. Быйылғы йыл уҡытыусылар өсөн айырыуса иҫтәлекле. Мәғариф системаһында ыңғай үҙгәрештәр бара, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү буйынса аныҡ саралар күрелә. Беҙ ҙә уҡытыу­сыларҙың социаль хәлен, хеҙмәт урындарын, йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ. 2015 йылға тиклем изге һөнәр эйәләренең проблемаларын хәл итеп бөтөргә тейешбеҙ. Мин һеҙҙе хөрмәт итәм, һеҙҙең менән ғорурланам һәм яратам, – тине Президент, уҡытыусыларҙы байрам менән тәбрикләп.
«Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә республикабыҙҙан 1466 уҡытыусы 100 мең һумлыҡ грант­ҡа лайыҡ булған. Йыл һайын конкурста 337 еңеүсе билдәләнһә, быйыл уларҙың һаны ун тапҡырға ҡыҫҡарған, премияның суммаһы ике тапҡырға артҡан. Шулай итеп, Уҡытыусы йылында 37 ошо яуаплы һәм хөрмәтле һөнәр белгесе 200 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Уҡытыусылар көнөндә иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларын бүләкләү ҙә матур йолаға әүерелеп бара. Биш йыл эсендә 50 уҡытыусы Хөкүмәт премияһына лайыҡ булған. Быйыл иһә тағы 50 уҡытыусы үҙенең хеҙмәтенең баһаһын күреп һөйөндө.
Тантана һуңында тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ булды. Мәсетле ра­йоны Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейы «Рәсәй мәғарифының элитаһы» тигән милли премияға лайыҡ булды. Ә уның директоры Иван Могильников «Мәктәп директоры – 2010» Бөтә Рәсәй конкурсының «Яратҡан директор» номинацияһында еңеүселәр иҫәбендә килә.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Альберт ЗАҺИРОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!