RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Матур мәктәп» ыңғай үҙгәрештәргә әйҙәй

05.10.2012 «Матур мәктәп» ыңғай үҙгәрештәргә әйҙәй

Санкт-Петербургта «Матур мәктәп» халыҡ-ара конкурсын асыу тантанаһы үтте. Конкурс ойошторола башлауға быйыл 15 йыл тулыуға арналды. Был мәртәбәле бәйгенең жюри рәйесе булып педагогия фәндәре кандидаты, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортос­тан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты Ғәлиә Мөхәмәтйәнова тора.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың географияһы бик киң. Уның тәүге этабында Мәскәү, Санкт-Петербург, Иркутск, ҡазан, Бөйөк Новгород һәм Силәбе ҡалаларынан, Башҡортостан, Яҡут һәм Алтай Республикаларынан белем биреү учреждениелары ҡатнашты. Санкт-Петербургта иһә һәр баланың ҡабатланмаҫ шәхес булыуына ышанған, уны юғары баһалаған, балаларға белем алыу өсөн алдынғы методиканы ҡулланып эшләүсе иң сағыу таланттар, Рәсәйҙең иң шәп уҡытыусылары йыйылды.
Конкурстың жюрийы рәйесе, педагогия фәндәре кандидаты Ғәлиә Мөхәмәтйәнова бәйгелә ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте:
– 15 йыл буйы был форум беҙгә һәләтле, юғары профессиональ кешеләр менән аралашыу, ҡыҙыҡлы идеялар менән уртаҡлашыу бәхете бүләк итә. Бында матурлыҡ мөхите хөкөм һөрә, иң ҡыҙыҡлы, иң изге, иң аҡыллы уйҙары менән бүлешәләр. Матурлыҡ изге уйҙар тыуҙыра, күңелде байыта.
Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы билдәләүенсә, конкурс­тың тәүге этабында Өфө ҡалаһынан 3-сө, 5-се, 16-сы, 53-сө, 68-се, 69-сы, 93-сө, 116-сы мәктәптәр айырылып торған. Артабан конкурс үҙенең эшен Украина менән Белоруссияла дауам итә. Бында инде конкурсҡа сит ил белем биреү учреждениелары ла ҡушыла.
Матур мәктәп идеяһы мәктәп тормошоноң бөтә яҡтарын да үҙ эсенә ала. Был хәрәкәттә ҡатнашыу мәктәпте үҫтереүҙе гарантиялай, ҙур ыңғай үҙгәрештәргә этәрә.

С. НИЯЗОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!