05.10.2012 «Беҙҙең һөнәр табыш ала торғандарҙан түгел», –
ти Ғафури районының Юлыҡ урта мәктәбе директоры Рәфис Абдрахманов
Ғәҙәттә, уҡытыусы һөнәрен ҡатын-ҡыҙҙар һайлай. Сөнки был һөнәр үтә лә ныҡ ихтыяр көсө, түҙемлек талап итә. Үҙеңдә иң яҡшы кешелек сифаттарын туплағандар ғына уҡыусыларҙың йөрәгендә белемгә һөйөү уята ала. Ә ир-аттың ошо һөнәр эйәһе булып китеүе үҙе бер батырлыҡ, минеңсә.
– Ғилем күңел күҙен асыр, наҙанлыҡ ҡараңғылығын бөтөрөр, оло дәрәжәләргә тоташтырыр, дошмандарға ҡаршы ҡорал булыр, донъя көтөү юлдарын белдерер, − ти егерме йылдан ашыу белем биреү өлкәһендә эшләүсе Рәфис Ғәлинур улы Абдрахманов.
Ул 1966 йылдың 24 июнендә Ғафури районының илаһи мөйөштәренең береһе – Мағаш тауы итәгендә, Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан Юлыҡ ауылында донъяға килә. Ишле ғаиләлә тәрбиәләнгәнгә күрә эшһөйәр булып үҫә.
Мәктәпте уңышлы тамамлап, 1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡырға инә. Вузда тырышып уҡый Рәфис. Студент йылдарында Ватан алдындағы бурысын да үтәп өлгөрә – әрме сафтарында хеҙмәт итә. ҡайҙа ғына йөрөһә лә, аҡыллы егетте үҙ итәләр, уҡытыусылары, иптәштәре араһында ихтирам яулай.
1990 йылда диплом алып, йәш белгес тыуған яҡтарына юл тота. Ул күрше Һабай ауылында балаларға физика һәм математика дәрестәре бирә. Күп тә үтмәй, тырыш уҡытыусыны 9 йыллыҡ мәктәпкә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ә 2002 йылда иһә тыуған ауылы Юлыҡ урта мәктәбенә директор итеп ҡуялар һәм бына бер тиҫтә йыл инде уның иңендә ошо вазифа.
1995 йылда Рәфис Ғәлинур улы күрше ҡауарҙы ауылы һылыуы – Эльвира Минәмир ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, матур тормош көтә башлайҙар. Әйткәндәй, хәләл ефете лә уҡытыусы – балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә.
Йәш ғаиләлә бер-бер артлы ҡыҙ һәм ул донъяға килә. ҡыҙҙары Гөлнәзирә быйыл IX синыфты тамамлап, Стәрлетамаҡ иҡтисад колледжына уҡырға ингән. Буласаҡ иҡтисадсы. Данир улдары ауылда VI синыфта уҡый.
Был донъяла үҙ алдына маҡсат ҡуйғандар күп, әлбиттә. Ләкин уларҙы тормошҡа ашырып, еренә еткереүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Рәфис Ғәлинур улы ла тап шундайҙарҙан. Маҡсатһыҙ кеше күркәм йорт һалып инер ҙә, ҡураһын гөлдәй тота алыр инеме?
– Ауыл ерендә баҡса ла үҫтерәһең, мал да тотаһың. Беҙ, мәҫәлән, мал аҫрап, өҫтәмә килем алабыҙ. Хужалыҡта еңелерәк булһын өсөн тракторлы булдыҡ. Бар эште үҙең еренә еткереп башҡарғанда ғына һөҙөмтәһе лә ҡәнәғәтләнерлек була. Ваҡыт тарлығына ҡарамай мәктәп тормошон да, ғаиләне лә тигеҙ алып барырға тырышабыҙ, – ти Рәфис Ғәлинур улы.
Киләсәктә умартасылыҡ менән дә шөғөлләнергә уйы бар икән. Булдырыр, сөнки эш тырыштарҙы ярата бит.
Маҡсаттарға килгәндә, профессиональ өлкәлә лә етерлек улар. Күбеһе иһә тормошҡа ашҡан да инде: юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр, олимпиада призерҙары, конкурс-бәйгеләр еңеүселәре быны тулыһынса иҫбатлай түгелме?
Әйткәндәй, 2010 йылда Рәфис Ғәлинур улына мәғариф алдынғыһы исеме бирелә. Эшен баһалаусы маҡтау ҡағыҙҙары ла байтаҡ.
– Уҡытыусы – ул иң изге һөнәр. Әгәр ҙә юғары уҡыу йортон тамамлап, йәш белгес һөнәре буйынса кәмендә өс йыл эшләһә, һуңынан мәктәптән айырыла алмаясаҡ. Беҙҙең хеҙмәт табыш ала торғандарҙан түгел, ә йылдар үткәс кенә уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары, рәхмәте булып ҡайта, – ти етди Рәфис Ғәлинур улы. – Мәктәптәрҙә ир-ат уҡытыусыларҙың аҙ булыуы борсоуға һала, – ти ул, тәрән көрһөнөп. Уҡытыусы ҡатын-ҡыҙ нисек кенә талапсан, уҫалыраҡ булһа ла, уҡыусыға әсә күҙлегенән сығып ҡарай. Ә ир-ат кеше − киреһенсә.
Ысынлап та, бөгөнгө ҡатмарлы заманда, белем усаҡтарында тулы булмаған ғаиләләрҙе иҫәпкә алһаң, ир-ат уҡытыусылар кәрәк, әлбиттә. Ни тиһәң дә, «атай һүҙе» тигән нәмә бар. Бала күпселек ваҡытын мәктәптә үткәрә, тәрбиәне лә шунда ала тиерлек. Юҡҡа ғына: «Алтындан баһалы, ожмах ниғмәттәренән ҡәҙерле нәмә – тәрбиәле балалар», – тип әйтмәгән Ризаитдин Фәхретдин.
Рәфис Ғәлинур улы кеүек эшенә мөкиббән киткән, балалар киләсәгенә битараф булмаған, үҙен өлгөлө ғаилә башлығы итеп танытҡан кешеләр булғанда, атасаҡ таңдар, тыуасаҡ көндәр өсөн тыныс булырға мөмкин. Шундай ил ағайҙары өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ кисерәһең.
Диана ХӘБИБУЛЛИНА.
АВТОР фотоһы.