RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ул үҙе рус классикаһы кеүек

05.10.2012 Ул үҙе рус классикаһы кеүек

Ул үҙе рус классикаһы кеүек
Башҡорт ҡыҙы Зифа Искәндәрова уҡыусыларҙа бөйөк Пушкин теленә һөйөү тәрбиәләй
Мин, етенсе синыфта уҡыусы бала, дәртләнеп-дәртләнеп “Шалҡан” әкиәтен һөйләйем. Ә уҡытыусым һүҙһеҙ генә иғтибар менән тыңлай, уның күҙҙәрендә сағылған аптырау ҡатыш ҡыҙыҡһыныу миңә бөтөнләй ҡағылмағандай, әкиәтемде дауам итәм. Йәнәһе, нимә инде ул беҙҙең кеүек “бишле”гә генә уҡыусыларға ниндәй­ҙер бер әкиәтте бәйән итеү! Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зифа Зыя ҡыҙы Искәндә­рова менән танышыуым шулай башланып киткәйне. Уның нишләп беҙҙән әкиәт һөйләткәнен һуңынан ғына аңланым – республикабыҙҙың, күрше төбәктәрҙең төрлө мәктәптәренән гимназияға килгән балаларҙың рус телен белеү, һөйләшеү кимәлен шулай, беҙгә лә һиҙҙермәй генә өйрәнеүе булған икән. Аптыраңҡырап ҡараған күҙҙәрҙе лә аңлайым – әкиәт һөйләгәндә ебәргән хаталарым баштан ашҡан булғандыр, моғайын.

Үҙе лә университет тамамлап ҡына килгән, бар булмышы менән рус классикаһына ҡараған романдарҙың нәзәкәтле героиняларына оҡшап торған Зифа Зыя ҡыҙы зыялылығы, белеме, йомшаҡ ҡына һөйләшеүе, әммә уҡыт­ҡан фәнен дә, үҙен дә ихтирам итергә өйрәтеүе менән тиҙ арала иң яратҡан уҡытыу­сыбыҙға әйләнде. Ул 18 йыл буйы бер генә урында – Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла эшләй, рус теле һәм әҙәбиәтенән тыш, донъя мәҙәниәтен дә уҡыта. ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылында, уҡытыу­сылар ғаиләһендә тыуып үҫкән ул. Бунин, Куприн, Булгаков кеүек классиктар­ҙың әҫәрҙәрен һыу кеүек эскән, лириканан көмөш быуат поэзияһын яратҡан ҡыҙҙың бәләкәй саҡтан төрлө конкурстарҙа ҡатнашып еңеүе, БДУ-ның филология факультетына уҡырға инеп, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлауы тәбиғи күренеш.
Уҡытыусы булып эшләү бер эш, ә бына һәр бер уҡыусыңды шәхес итеп күрә белеү һәм балаларҙа үҙ-үҙенә ышаныу уятырлыҡ итеп аралаша белеү – ысын оҫталыҡ. Зифа Зыя ҡыҙы тап ошо сифаты менән алдыра ла инде.
– Уҡыусылар, балалар үҫеп кенә барған сәскә һабағы кеүек бит ул. ҡатыраҡ тотон­һаң – һындыраһың, тәрбиәләп кенә ҡараһаң – гөрләп сәскә атасаҡ. Гимназиябыҙҙа уҡыусылар, ата-әсәһенән алыҫта йәшәгәнлектән, айырыуса иғтибар талап итә. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары, проблемалары, ҡаҙаныштары менән йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ. Ғаиләлемен, улым, ҡыҙым бар. Тормош иптәшем Айрат Рим улы эшемдең ауырлығын, яуаплылығын аңлап, ҙур терәк булып тора. Эшемде лә, ғаиләмде лә сикһеҙ яратҡанлыҡтан, шөкөр, тормошом бөтөн, – ти Зифа Зыя ҡыҙы. Ул үҙенең уҡытыусыларына ла – урта мәктәптә тормошҡа йүнәлеш биргән остаздарына, юғары уҡыу йортонда оҫталығы, фәнгә һөйөүе менән белем биргән ғалимдарға ла рәхмәтле.
Зифа Искәндәрова – һәр заман талаптарын аңлап, уҡыусылар менән бер һулышта, бер тулҡында эшләй белгән уҡытыусы. Бер синыфҡа төрлө мәктәптәр­ҙән, телде, әҙәбиәтте төрлө кимәлдә өйрәнгән балалар­ҙы туплап уҡытыу еңелдән түгел. Бөгөнгөләй хәтерләйем – иншаны “Йөҙ алтын инша” кеүегерәк әҙер китаптарҙан күсереп кенә киләм, әйтерһең, уҡытыусы ул китапты күрмәгән. Зифа Зыя ҡыҙы дәрестән һуң алып ҡалды ла: “Аҡыллыһың, ул китапта яҙылғандан һәйбәтерәк яҙа алаһың иншаны”, – тип тыныс ҡына миңә ҡарап йылмайҙы. Әлбиттә, был күңелде үҫтереп ебәреү өсөн һүҙҙәр. Әммә минең өсөн улар ғүмергә онотолмаҫлыҡ булды. Инде әҫәрҙәрҙе сюжетын иҫтә ҡалдырыу өсөн генә уҡымайһың – геройҙар тураһында уйланаһың, атаҡлы лингвист Розен­талдең китабын төндә уятып һораһаң да онотмаҫлыҡ итеп ятлайһың (был һүҙҙәрҙе уҡығанда беҙҙең осор гимназистары йылмайып ҡуясаҡ икәнлегенә иманым камил – ул Розенталдең ҡыҙыл тышлы китабын ятлағас та ятланыҡ инде!). Ошондай матур күңеле, белеме, талапсанлығы өсөн рәхмәт әйтке килә уҡытыусыбыҙға – рәхмәт һеҙгә, Зифа Зыя ҡыҙы!
Зифа Искәндәрова уҡыу­сылары менән төрлө кимәлдә ойошторолған конференцияларҙа, конкурстарҙа йыш ҡатнаша. Кисә уҡытыусыбыҙҙың эшен тағы ла бер тапҡыр юғары баһаланылар – уға Башҡортостан Респуб­ликаһының дәүләт телдәрен өйрәтеүгә индергән тос өлө­шө өсөн грант тапшырылды. Яратҡан мөғәллимәбеҙҙе был ҡаҙанышы менән ҡотлайбыҙ, ихлас эшегеҙ тағы ла юғарыраҡ баһалар алһын!

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!