14.09.2012 Башҡорт телен уҡытыу нисек ҡуйылған?
Быйылғы уҡыу йылы уҡытыусыларға, ата-әсәләргә, уҡыусыларға бик күп көтөлмәгән сюрприз әҙерләне. Әле был районда, әле тегенеһендә мәктәптәр ябылыуы, кластарҙы ҡушыу, уҡытыусыларҙың эшһеҙ ҡалыуы, ата-әсәләрҙең балаларын күрше ауылға йөрөтөп уҡытырға мәжбүр булыуы тураһында борсоулы хәбәрҙәр алып торабыҙ. Шулай уҡ мәктәптәрҙә республикабыҙҙың аҫаба халҡының телен уҡытыу мәсьәләһе лә йәмәғәтселектә борсолоу уята. Бындай ҡыҫҡартыуҙар башҡорт телен өйрәнеүгә кире йоғонто яһамаҫмы, нисәмә йыл дәүләт телен уҡытыу буйынса алып барылған эш бөгөн килеп йәнә юҡҡа сығарылмаҫмы?! Хәлде асыҡларға тырышып, бер нисә уҡытыусыға мөрәжәғәт иттек.
Рәғиҙә СӘЙФУЛЛИНА, Өфө ҡалаһы Киров районының 41-се мәктәбе директорының туған телдәр буйынса урынбаҫары:
– Мәктәптә өс башҡорт теле уҡытыусыһы эшләй, сәғәттәр һаны барыһына ла етерлек. Ғөмүмән, беҙҙең мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә лә, туған тел булараҡ уҡытыуға ла һәр ваҡыт ыңғай ҡараш йәшәп килде. Әле лә ул туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та барлыҡ кластарҙа ла уҡытыла, бер ниндәй ҙә ҡыҫҡартыуҙар булманы. Ул ғына ла түгел, башҡа мәктәптәрҙә директорҙың туған телдәр буйынса урынбаҫары вазифаһы бөтөрөлһә лә, беҙҙә уныһы ла һаҡланып ҡалды.
Илүзә ЯХИНА, туған телдәр буйынса методист, Өфө районы:
– Башҡорт теле дәрестәре ҡыҫҡара, тигән һүҙҙәр йөрөһә лә, беҙ улай тип әйтә алмайбыҙ. Уҡыу планына ярашлы, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ 2-се синыфтан 9-сы синыфҡа тиклем барлыҡ мәктәптәрҙә лә аҙнаһына ике сәғәт уҡытыла. 10 – 11-се синыфтарҙа ҡайһы бер мәктәптәрҙә өйрәнелә, ҡайһыларында юҡ, сөнки ул мәктәп ҡарамағында, улар үҙҙәре хәл итә. Бынан тыш, башҡорт теле туған тел булараҡ та инә. Был ваҡытта инде ул аҙнаһына өс сәғәттән тура килә.
Туған телдәргә килгәндә, үткән йылдарҙа беҙҙең районда уларға сәғәттәр әҙерәк бүленә ине, әлеге ваҡытта туған телдәргә сәғәттәрҙе арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. 1-се кластан 5-се синыфҡа тиклем туған телдәрҙе күбәйтергә иҫәбебеҙ. Дөрөҫ, был сәғәттәр башҡорт теленә генә китә, тип әйтеп булмай. Беҙҙең мәктәптәрҙә рус һәм татар телдәре лә туған тел булараҡ уҡытыла. Туған тел итеп был фәндәрҙе һайлаусы уҡыусылар күберәк тә, сөнки район халҡының күбеһен ошо милләт вәкилдәре тәшкил итә.
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА, Илеш районы Исәмәт мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы:
– Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ 1-се синыфтан 10-сы синыфҡа тиклем уҡытыла. 1-се синыфта ул түңәрәк булараҡ инә, 2-се синыфта мәктәп компоненты булараҡ уҡытыла. ҡалған синыфтарҙа уҡыу планына ярашлы аҙнаһына ике сәғәт дәүләт теле итеп өйрәнелә. Элек тә шулай уҡытыла ине, дәрестәр һаны ҡыҫҡарманы. Ғөмүмән, районда башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға зарланырлыҡ урын юҡ. Беҙҙә барыһы ла тейешле кимәлдә ойошторолған, дәреслектәр менән тәьмин итеү ҙә яҡшы ҡуйылған.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.