RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Милли мәғариф, хәлең нисек?

14.09.2012 Милли мәғариф, хәлең нисек?

Милли мәғариф, хәлең нисек?
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһенә арналған ултырыш үтте
Башҡорт милли мәғарифы… Һуңғы йөҙ йыллыҡты ғына күҙҙән үткәргәндә лә ғәләмәт ҙур үҙгәрештәр кисергән ул. Бер ҡалҡҡан, бер батҡан тигәндәй. Физика, математика, тарих, химия дәреслектәренең башҡортса баҫылыуы һәм уҡытылыуы ла булды бит тарихта. Шул уҡ ваҡытта башҡорт ауылдарындағы мәктәптәрҙә бала­лар­ға белемде тик русса ғына биреү ҙә бер мәл “модаға” ингәйне. Ә инде беҙгә яҡын уҙған йылдар­ҙа, һуңғы егерме йылды әйтәм, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы өйрәнәбеҙ, тергеҙәбеҙ, һаҡлайбыҙ, тип күпме көс һалдыҡ. Бөгөн килеп, былтырлы-быйыллы башҡорт теле йәнә хәүеф аҫтында ҡалған кеүек.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Башҡор­тостан Республикаһында башҡорт милли мәғарифын һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы ултырышы ла юҡҡа ғына уҙғарылманы. Проблема бар. Быға ил буйынса барған ҡулайлаштырыу ғәйеплеме, әллә беҙҙең ниндәйҙер кимәлдә, кем алдындалыр көсһөҙлөкмө, бәлки, битарафлыҡтыр? Аныҡ яуап, һәр ваҡыттағыса, бар ҙа, юҡ та.
Филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның башҡорт теле һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы доценты Фәнзил Санъяровтың сығышын тыңлағандан һуң, әллә беҙ кирегә табан китеп барабыҙ инде, тигән уй тыуҙы. Кирегә тигәнем шул: башҡорт телен туған тел, дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа ирешкәндәр­ҙән ҡолаҡ ҡағып, яңынан туҡһанынсы йылдар кимәленә тәгәрәү күҙ алдына баҫа ла баһа. Был айырыуса ҡала шарттарында асыҡ сағыл­ғандай.
“Мәғарифта оптималләштереү, реформалар ысынында иһә милли юҫыҡтағы белем биреүгә аяҡ сала, хатта ҡаршы килә. Бер ҡараһаң, милли төбәк компонентын уҡытыуҙа бер ниндәй ҙә проблема булырға тейеш түгел. “Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы”н оноторға ярамай.
Һандарға туҡталғанда, 2011/2012 уҡыу йылында республикала 1678 дөйөм белем биреү мәктәбе эшләне, шуларҙың 578-е – милли мәктәп. 345 башҡорт мәктәбе, уларҙың 332 филиалы теркәлгән.
БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уҙған уҡыу йылында 32 башҡорт мәктәбе филиал итеп үҙгәртелгән. Тимәк, улар тулы урта мәктәп статусын юғалтҡан. Төп мәктәпкә барған балаларҙың артабан туған телен һәм әҙәбиәтен уҡый алыуы бик икеле”.
Сығыш яһаусының был һүҙҙәренән һуң тағы һорау тыуа: “Ә ни өсөн үҙгәртелгән?” Был, моғайын да, ҡулайлаштырыу­ҙың башҡорт мәктәптәренә төшкән ауыр туҡмағылыр. Тап шул туҡмаҡтың, башлыса, беҙҙең башты нығыраҡ “яратыуын” әйт әле…
Фәнзил Санъяров билдәләүенсә, мәктәптәрҙә шундай күренештәр ҙә етерлек – башҡорт балаһы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә, ә туған теле итеп түгел. Был нисек була инде? Хәйер, ошондай мәғәнәһеҙлектәргә артабан да юл ҡуйылһа, киләсәктә нимә күреп, нимә кисерәсәгебеҙ билдәһеҙ.
Йәнә бер һанға туҡталайыҡ. Башҡорт дәүләт телен бөгөн бүтән милләт уҡыусыларының 87 проценты өйрәнә. 2006 йылда ул күрһәткес 97,26 процент булған. Ә бит, киреһенсә, ошо алты йылда элекке күрһәткес яҡшырырға тейеш ине.
Хәтеремдә, Башҡорт дәүләт университетын тамамлағанда, 1996 йылда, беҙҙе эшкә Өфө ҡалаһы мәктәптәренә бүлеп сыҡтылар. Беҙ телебеҙҙе туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та өйрәтергә тейеш инек. Ул саҡта, милли мәғариф яңы ҡолас алған мәлдә, әлбиттә, кәртәләр ҙә етерлек булды, әммә рус мәктәптәрендә ете, ун баланан торған башҡорт кластары ла асылғайны. Башҡорт милләтенән булмаған директорҙар беҙгә шарттар тыуҙырырға тырышты. Йәш белгес­тең алдына башҡорт телен, әҙәбиәтен уҡырға теләмәгән бүтән милләт балаһында нисек ҡыҙыҡһыныу уятыу проблемаһы ла килеп баҫты. Әкренләп ул проблема ла бөтөүгә табан юлланды, уҡыусылар әҙме-күпме телде аңлай башланы, яҡшы баһалар ҡуйылды. Сөнки был процесс республика кимәлендә ныҡлы аҙымдар менән алға бара ине. Бөгөн иһә күптән яйға һалынырға тейешле мәсьәлә йәнә ҡалҡып сыҡты. Һөҙөмтәлә уҡытыусылар­ҙың эшһеҙ ҡалыуына “ирешелде”. Шул инеме милли мәғарифты үҫтереү буйынса ҡуйған маҡсаттар?
“Беҙ тиҙ арала барабан һуҡмаһаҡ, милли мәғариф концепцияһы иҫтәлек дәфтәре булып ҡына ҡаласаҡ”, − тине, сығышын дауам итеп, Фәнзил Санъяров.
Шулайын-шулай, барабан тауышы былай алыҫ ҡына ишетеләлер ҙә ул, тик уны ишетергә теләүсе булырмы ла, хәсрәттәребеҙҙе аңларҙармы?
“Йәшлек” гәзитенә уҡытыусыларҙың байтаҡ зары йыш ишетелә. Проблемаларын күңелебеҙҙән үткәреп тыңлайбыҙ, мөмкин булғанда гәзиттә баҫып та сығарабыҙ. Әммә матбуғаттың да әлегә ниндәйҙер кимәлдә хәлһеҙләнеү осоро шул. Кем әйтмешләй, бөтөнөһө лә үрҙә хәл ителә. Шулай булмаһа, дүртенсе кластан ингән яңы фән – дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре − бер сәғәткә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү иҫәбенә өйрәнелер инеме?
Ултырышта ҡатнашыусылар бер-бер артлы сығып, ҡулайлаштырыуҙың кире яҡтары, уҡытыусыларҙың кемдәндер ҡурҡып-өркөп йәшәүе, ҙур-ҙур мәктәп биналарының бикле тороуы, ғөмүмән, проблемалы хәл-торош хаҡында әсенеп һөйләне. Йәмәғәт эшмәкәре, ғалим Фәнил Фәйзуллиндың: “Үҙ илеңдә, үҙ ереңдә үҙ туған телеңде өйрәнә алмау – трагедия”, − тигән һүҙҙәре лә уйландырмай ҡалманы.
Сараға республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов та саҡырылғайны, әлбиттә. Мәға­рифта барған үҙгәрештәрҙе, реформаларҙы был ведомство хеҙмәткәрҙәре йөрәгенән үткәрә, тиһәк тә, хата булмаҫ. Сөнки республика, ил етәкселеге тарафынан ниндәй генә күрһәтмә килһә лә, уны тулыһынса үтәргә, бойороҡтарға, указдар­ға буйһонорға кәрәк. Хатта килешмәгән хәлдә лә. Әлеге ултырышта министрлыҡ яғына ла арыу ғына таш ырғытылды.
“Проблемалар бар, шул уҡ ваҡытта бергә эҙмә-эҙлекле башҡарған эштәрҙе лә иғти­бар­һыҙ ҡалдырыу ярамаҫ, − тине министр. – Ыңғай күрһәткестәр тураһында һүҙ. Эйе, ҡулайлаштырыу еңел түгел. Шул уҡ ваҡытта дәүләт законы булған мәғариф стандарттарын үтәмәү – енәйәткә тиң”.
Тағы бер хәл уйландыра: ҡалаларҙа асылған башҡорт гимназия-лицейҙарында бөгөн рус һәм башҡа милләт балалары һаны арта. Быны башҡортса белем, тәрбиә алырға теләгәндән тип уйлайһығыҙмы? Бәлки, “йән башына ҡарап аҡса түләү” касафатылыр? Әйҙә, тир түгеп асылған уҡыу йорттарын ҡатнашҡа әйләндерәйек тә яйлап ҡына, байрам­дар­ҙы, класс сәғәттәрен һ.б. сараларҙы русса ғына уҙғара башлайыҡ (беҙҙә бер рус телле өсөн йөҙ кешенең русса һөйләшеүе киң таралған). Аҙаҡтан милли мәғариф, ау-у, һин ҡайҙа, тип олорға яҙмаһын…










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!