08.06.2012 Сығарылыш синыф уҡыусылары яуаплы һынауҙы нисек үтә?
Мәктәптәрҙә сығарылыш имтихандары дауам итә. 31 майҙа уҡыусылар рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы, 4 июндә сит телдән һәм химиянан БДИ һайлаған уҡыусылар һынау тотто.
Берҙәм дәүләт имтиханына кеҫә телефоны алып ингән өсөн уҡыусыларҙы имтихандан ҡыуып сығаралар, ә кемдәр имтихан материалдарын интернетҡа ҡуя, уларҙың имтихан һөҙөмтәләре юҡҡа сығарыла һәм икенсе йылға ғына БДИ тапшырыу хоҡуғы бирелә. Уҡытыусыларҙың күп тапҡыр иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, тарихтан имтихан ваҡытында Өфө районында ошондай бер осраҡ теркәлгәйне, рус теленән БДИ ваҡытында иһә тағы өс уҡыусы үҙҙәренең эштәрен интернетҡа ҡуйып, имтихандан азат ителде. Мәғариф министрлығынан әйтеүҙәренсә, БДИ тапшырыу тәртибен боҙоу Баймаҡ, Кушнаренко райондарында һәм Сибай ҡалаһында теркәлгән. Һөҙөмтәлә был өс уҡыусы быйыл аттестат ала алмаясаҡ, тимәк, юғары уҡыу йорттарының ишектәре улар өсөн ябыҡ, тигән һүҙ.
Кисә сығарылыш уҡыусылары өсөн иң етди һынауҙарҙың береһе булды – улар математиканан берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. 13 июндә физика менән йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен һайлаған уҡыусылар һынау тотасаҡ, 16 июндә география менән рус әҙәбиәтенән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡтар. Кемдәр иһә ниндәйҙер сәбәп буйынса билдәләнгән көндә имтиханға килә алмаған, уларға 18 июндән 21 июнгә тиклем резерв көндәр билдәләнгән. Шулай уҡ рус теле йәиһә математиканан БДИ-ны насар һөҙөмтәгә тапшырған уҡыусыларға ла ошо көндәрҙең береһендә яңынан имтихан тапшырыу мөмкинлеге бирелә. Ә кемдәр рус теленән дә, математиканан да имтихандан тейешле балл йыя алмаған, уларға икенсе йыл ғына яңынан БДИ тапшырыу мөмкинлеге бирелә.