RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Берләштерелгән дәрестәрҙән –донъяны танып-белеүгә

15.05.2012 Берләштерелгән дәрестәрҙән –донъяны танып-белеүгә

Берләштерелгән дәрестәрҙән –донъяны танып-белеүгә
Учалыла «Баланың шәхесен үҫтереүҙә һәм йәш быуындың милли үҙаңын формалаштырыуҙа белем биреү процесын интеграциялау» темаһы буйынса республика әнни-ғәмәли конференцияһы үтте
− Европа менән Азия ҡушылған, минералдар батшалығы булған район нисек атала? Был районда Йүрүҙән, Әй, Мейәс, Уй, Ағиҙел йылғалары баш ала, – уҡытыусы Клара Бәхтейәрова сәләмләгәндән һуң һүҙ алған уҡыусы һорауҙы әйтеп тә бөтөрмәне, балалар кемуҙарҙан ҡул да һуҙа башланы, һәм партанан партаға тулҡын булып шыбырлауҙар үтте: «Был − Учалы районы!» ҡунаҡтарҙан тәүҙә ятһынған өсөнсө синыф уҡыусылары бер аҙҙан сит кешеләрҙең барлығын да онотто кеүек, сөнки асыҡ дәрестә дәррәү ҡатнашалар ине. Берләш­терелгән Математика менән Тормош һабаҡтары дәресендә уҡыу­сылар «Өс урынлы һандарҙы ҡабатлау һәм бүлеү» һәм «Төбәк йылға-күлдәре» темаһын үҙләштерҙе: серле миҫалдарҙы сисеп, йылға-күлдәрҙең исемен асыҡланы, географик карта менән эшләп, Ағиҙелдең оҙонлоғон белде, иң матур йылғабыҙ тураһында йыр өйрәнде, Ағиҙел һәм Яйыҡ, Учалы тураһында легендаларҙы ишетте…

− Бик ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле дәрес, хатта беҙ, педагогтар ҙа, күп нәмәне белеп ҡалдыҡ, – тәьҫораттары менән бүлешеп, конференцияла ҡатнашыусылар асыҡ дәрестәр күрһәткән 12-се башҡорт лицейы уҡытыусыларына «бишле» билдәһен ҡуйҙы. – Юҡҡа ғына Зөһрә Йосопова етәкләгән башҡорт лицейын маҡтамайҙар икән, бында, ысынлап та, алдынғы ҡарашлы, ижади кешеләр эшләй.
Республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы, Учалы районы муниципаль район мәғариф бүлеге һәм 12-се башҡорт лицейы ойошторған форумда ҡатнашыусыларға берләштерелгән асыҡ дәрестәр генә түгел, үҙенсәлекле «Калейдоскоп» та оҡшап ҡалды: уҡыусылар йырланы, бейене, спорт ҡаҙаныштарын күрһәтте, музейҙарҙың, һауыҡтырыу үҙәгенең эше менән таныш­тыр­ҙы. Сараның фәнни-мәҙәни йөкмәткеһе секцияларҙағы эш менән дә тулыланды. «Этнопеда­гогика – милли мәктәптең нигеҙе», «Һәләтле балалар менән эшләү юлдарын камиллаштырыу», «Балалар баҡсаһы – башланғыс синыфтар күсәгилешлеге», «Дөйөм һәм өҫтәмә белем биреүҙе интеграциялау – баланың шәхесен үҫтереүҙең төп шарты», «Педагогик коллектив – яңыса милли белем биреү учреждениеһының төп ресурсы» тигән темаларға арналған секцияларҙа уҡытыусылар эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, яңы педагогик алымдарҙы өйрәнде. Мәҫәлән, 12-се лицей директоры урынбаҫары Елена Яҡшымбәтова тәрбиәүи эшмәкәрлектең ниндәй йүнәлеш­тәр­ҙә алып барылыуын һөйләне; баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыу­сыһы Мәрзиә Солтанбаева тел менән мәҙәниәттең тығыҙ бәйләнешен айырым миҫалдарҙа күрһәтте; та­рих уҡытыусыһы Светлана Ященкова мәктәп стеналарында ғына түгел, унан тыш та уҡыусыны тәрбиәләүҙе дауам итеү мөмкинлектәре тураһында бәйән итте…
− Бөгөн педагогик коллективтың эше − ус төбөндәге кеүек, һәм һеҙҙән өйрәнәһе нәмәләр байтаҡ, − тине Т. Күсимов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Фәниә ҡайниева. – Учалыла мәктәптәргә капиталь ремонт үткәрелә, балалар баҡсаһында яңы төркөмдәр асыла, алдынғы уҡытыусылар һәм уҡыусылар матди йәһәттән дәртләндерелә − был һеҙҙә мәғарифҡа иғтибар ҙур булыуын күрһәтә.
Милли гимназия һәм лицей вәкилдәренән тыш, республиканың Мәғариф министрлығы бүлектәре етәкселәре лә ҡатнашҡан конференцияның пленар өлөшөндә мажор тондар аҙыраҡ булды – үҙәккә үткән проблемалар тураһында һүҙ барҙы.
Министрлыҡтың милли белем биреү һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова глобалләштереү һәм телдәр яҙмышы темаһын күтәрҙе: «Сәйәси, мәҙәни һәм этник үҙаң формалаш­ҡан осорҙа тел төп ролде уйнай. Глобалләштереү осоронда инглиз теле аша беҙҙең балаларға сит менталитет, сит мәҙәниәт һеңдерелә. Ә милли тел, милли мәҙәниәт юғалһа, илһөйәрлек тойғоһо ла юғала. Тыуған ергә һөйөү булмаһа, кеше уны һаҡламай ҙа, яҡламай ҙа, уға барыбер була. Ошоно аңлаған Европа халҡы үҙҙәренекен генә түгел, башҡа телдәрҙе лә һаҡлауға күп көс һала. Мәҫәлән, Швецияла әсәһе татар милләтенән булған бер бала мәктәпкә уҡырға килгәс, ике аҙнанан директор, саҡ һеҙҙең улығыҙға татар теле уҡытыусыһы таптыҡ, тип әсәнән һөйөнсө ала. Кәрәкмәҫ ине, улыбыҙ швед телен һыу кеүек эсә, тип яуаплаған ханым­ға мәктәп етәксеһе аптырай: «Һеҙ, әсә кеше, иң тәү сиратта үҙегеҙ баланың үҙ телегеҙҙе белеүен ҡайғыртырға тейеш инегеҙ!» Ошо һүҙҙәр бөтә ата-әсәләрҙең дә аңына барып етһен ине.
Глобалләштереү процестарына ҡарамаҫтан, беҙгә үҙ телебеҙҙе һаҡларға кәрәк. Бының өсөн башланғыс синыфтарҙа бәләкәстәрҙе туған телендә уҡытыу мотлаҡ».
Ял һәм һауыҡтырыу, тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге начальнигы Мәрүә Ғилметдинованың сығышында тәнҡит яңғыраны: «Өҫтәмә белем биреү потенциалы тейешле кимәлдә файҙаланылмай, тәрбиә эшендә система юҡ. Ә уҡытыусыларға заман менән бергә атларға түгел, хатта саҡ ҡына алдараҡ та барырға кәрәк». Педагогия фәндәре кандидаты Гөлнәзирә Байғолова тик шәхестең генә шәхес тәрбиәләүенә ишараланы: «Уҡы­тыусы бер ваҡытта ла камиллыҡҡа ынтылыуҙан туҡтамаҫҡа тейеш».
Рәсәйҙең милли берҙәмлеген һаҡлау, йәмғиәтте рухи һауыҡтырыу – бөгөнгө көндөң иң мөһим бурыстары һәм уларҙы үтәү үҫеп килеүсе быуында милли үҙаңды тәрбиәләүҙән башлана – бөтә сығыштарҙа ла тиерлек яңғыраған ошо фекер конференция ҡарарының нигеҙен тәшкил итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!