04.05.2012 Полиграфистар лицейында – юбилей
Өфөләге Советтар Союзы Геройы Солтан Бикеев исемендәге 1-се профессиональ лицей 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был уҡыу йорто республика һәм бөтә Рәсәй өсөн полиграфия өлкәһендә белгестәр әҙерләй.
Лицейға 1922 йылда нигеҙ һалына. Уның бер быуатҡа яҡын тарих сағылдырған музейында элекке замандан һаҡланып ҡалған һәм ҡасандыр полиграфия өлкәһендә ҡулланылған әллә күпме экспонат ҡуйылған. Музей директоры Геннадий Шевелев байрам кисәһенә килгән ҡунаҡтарҙы лицей һәм республика полиграфияһының тарихы менән яҡындан таныштырып үтте:
– Өфөлә революция һәм граждандар һуғышынан һуң матбуғат торошо бик киҫкен хәлдә була, шуға “Башпром” профсоюз ойошмаһы эшләп килгән өс типографияны ҡушып, “Октябрьский натиск” исемле бер типографияға әйләндерә. Бөгөн ул – киң билдәле “Белая река” типографияһы. Ул заманда илебеҙ полиграфия өлкәһендә белгестәргә генә түгел, машина, ҡағыҙ һәм буяуға ла ҡытлыҡ кисерә. 1920 йылдың баҫмаларына күҙ һалһаң, уның сифатһыҙ икәне күренеп тора. Хатта йөҙ йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, ҡағыҙҙы тотоу менән ҡулда буяу эҙе ҡала. Тик йәмғиәт матбуғатһыҙ йәшәй алмай, шуға гәзит бер нәмәгә ҡарамаҫтан сығырға тейеш була.
1922 йылдың 15 мартында Матбуғатсылар ойошмаһы “Башпром” типографияһында полиграфия өлкәһендә белгестәр әҙерләүсе мәктәп асырға ҡарар итә һәм уларҙың идара бинаһы нигеҙендә типолитография үҙ эшен башлай. Ә беренсе ҡатта йәш белгестәр әҙерләүсе ФЗУ урынлаша. Предприятиела барлығы 255 эшсе һанала, шуларҙың 42-һе ФЗУ-ның тәүге студенттары булып китә. 1922 йылда 10 китап (9 мең дана) донъя күрә, 1929 йылда 125 китап баҫыла, шуларҙың 53-ө башҡорт телендә сыға. Типография яйлап заманса техника менән йыһазландырыла башлай. 1931 йылда милли баҫмалар ғәрәп шрифынан латин графикаһына күсә, ә 1939 йылда латин шрифынан кириллицаға күсергә тура килә. 30-сы йылдарҙа полиграфия продукцияһы күҙгә күренеп яҡшыра, баҫмала фотоһүрәттәр ҙә күренә, ә матбуғат төрлө төҫтәрҙе ҡуллана башлай. Райондарҙың да үҙ гәзиттәре сығыуы ҙур әһәмиәткә эйә була.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәп уҡыусылары һәм типография эшселәре һуғышҡа китә. Уҡытыу тулыһынса туҡтатыла. Студенттар машина артына баҫа. ҡағыҙ, буяу һәм башҡа кәрәк-яраҡтар етешмәһә лә, типография ялһыҙ-байрамһыҙ үҙ эшен дауам итә. Һуғыш бөткәс, Совет хөкүмәте ҡарары менән 11-се полиграфистар һөнәрселек училищеһы барлыҡҡа килә. Училище бинаһында йыйыу, баҫыу, китап төпләү цехтары булдырыла. Еңелгән Германиянан полиграфияға кәрәкле техника килтерелә. 1950 йылда ”Октябрьский натиск” типографияһында тәүге офсет баҫма барлыҡҡа килә. ҡыйынлыҡтар бик күп була, ләкин беҙҙең полиграфистар ҡул ҡаушырып ултырмай, бар көсөн һалып эшләй һәм нәшриәт эшен дауам итә.
Байрам тантанаһына лицейҙа уҡып һәм эшләп киткән уҡыусылар һәм оҫталар ҙа килгәйне. Шуларҙың береһе – лицейҙа илле йыл мастер булып эшләүсе Виктор Дмитриев.
– Мин уҡырға ингәндә был лицей 11-се полиграфистар һөнәрселек училищеһы исемен йөрөтә ине. 1949 йылда баҫмасыға уҡый башланым һәм өс йылдан уҡыуымды тик «бишле»гә тамамлағас, мине бында мастер итеп ҡалдырҙылар. Илле йыл эшләү дәүерендә 600-гә яҡын баҫмасы әҙерләп сығарҙым. Улар Владивостоктан алып Калининградҡа тиклем предприятие директоры, инженер, мастер булып эшләй, ҡайһы берҙәре үҙҙәренең типографияһын да асҡан. 2002 йылда хаҡлы ялға китһәм дә, йыш ҡына килеп, ярҙам итеп йөрөйөм, – тине ул, хәтирәләре менән уртаҡлашып.
Бөгөн лицейҙың типографияһы, яңы ҡорамал менән йыһазландырылған инновацион-нәшриәт полиграфия комплексы, интерактив таҡталы һәм компьютерлы уҡыу кластары, ашханаһы, тамаша һәм спорт залдары, китапханаһы һәм дөйөм ятағы бар. Лицей үҙенең “Ҙур тәнәфес” исемле гәзитен дә сығара, шулай уҡ төрлө ойошмалар һәм граждандарҙың заказдарын да үтәй.
Лицейҙа электрон хәреф йыйыу һәм версткалау операторы, матбуғат эше мастеры, яҫы баҫма эшсеһе, китап төпләүсегә уҡыталар. Уны тамамлаусы йәш белгестәр “Китап” нәшриәтендә, “Өфө полиграфия комбинаты”нда, “Белая река” нәшриәтендә, Матбуғат йортонда эшләй. Лицей директоры Флорида Шәрифулла ҡыҙы Фартукова әйтеүенсә, был лицей – республикабыҙҙа полиграфистар әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йорто.
Әлбиттә, полиграфистарҙың эше баһалап бөткөһөҙ. Сөнки бөтә гәзит-журналдар, китаптар һ.б. баҫмаларҙы уларһыҙ сығарыу мөмкин түгел.