RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы заман технологияларын үҙләштереп

27.04.2012 Яңы заман технологияларын үҙләштереп

Яңы заман технологияларын үҙләштереп
Телевизорҙан йыш ҡына Японияла етештерелгән роботтарҙы күрһәтәләр. Улар үҙҙәре йөрөй, нимәлер эшләй: йортто таҙарта, саң һурҙыра, инвалидтарға ярҙам итә, хатта балаларҙы ла бәүетеп йоҡлата. ҡарап торһаң, бик ғәжәп күренеш. Әле бер нисә йыл элек, “Терминатор” фильмын һушыбыҙ китеп, ысынлап та, үҙе уйлай, үҙе йөрөй торған “тимер кеше” була икән, тип аптырап ҡарай инек. Ләкин замананың был яңы асыштары әлеге көнкүрешебеҙҙән алыҫ кеүек тойолдо. Нисек кенә телә­һәң дә, роботты күреү, уның менән эш итеү һәләте барыһына ла би­рел­мәгән бит.

Өфөләге Республика башҡорт лицей-интернаты уҡыусылары был яҡтан үҙҙәренең тиҫтер­ҙәренән күпкә алға киткән. Улар бөгөнгә тиклем математика, физика, химия кеүек теүәл фәндәрҙән төрлө олимпиада, бәйгеләрҙә гел яҡшы уңыштарға өлгәшә ине. Ә хәҙер республика мәктәптәре араһында беренселәрҙән булып робот йыйып, уға программалар яҙа башланылар. Үҙҙәре эшләгән робот менән улар Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Бер уйлаһаң, әле етенсе, һигеҙенсе синыфта ғына уҡыған малайҙар нисек инде робот менән эш итә алһын, тигән һорау тыуа. Ләкин уларҙы күреп аралашҡандан һуң, тәү ҡарашҡа бала һымаҡ ҡына күренгән үҫмерҙәр университеттарҙа уҡып йөрөгән ағайҙарының да танауына сиртә бит, тигән фекергә килдем. Информатика буйынса үткән олимпиадалар еңеүселәренә роботты хәрәкәткә килтерерлек программа яҙыуы ла әллә ни ауыр түгел икән.
– Информатика дәрестәрендә программалау ҡыҙыҡ булмаған, ялҡытҡыс эш һымаҡ күренә торғайны. Шуға ла уҡыусыларҙы ла ылыҡтырыуы ҡыйын ине. Дәрестәргә яңылыҡ индереү, уларҙы күңеллерәк үткәреү өсөн робототехниканы өйрәнергә булдыҡ. Мин үҙем бер йыл элек Силәбелә үткән робототехника буйынса семинарҙа ҡатнаштым, улар менән эш итеүҙе үҙләштерҙем. Һуңынан мәктәпкә бер робот алғас, уҡыусылар менән уны хәрәкәткә килтереү өсөн ярты йыл тырышып эшләнек һәм Өфө дәүләт авиация техник университетында студенттар араһында уҙған ярышта көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ. Яңы башлап өйрәнеүселәр өсөн бик яҡшы һөҙөмтәләребеҙҙе күреп ҡыуандыҡ һәм төбәк-ара, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстарға сыҡтыҡ, – ти информатика уҡытыусыһы Айрат Ишембаев.
Бына ошолай тәүге аҙымдарының уңышлы булыуын күреп дәртләнгән уҡыусылар һәм уларҙың етәксеһе ең һыҙғанып роботтарҙы өйрәнергә, уларға яңынан-яңы командалар һалырға тотона. Быға тиклем «про­граммалау теле»н һыу кеүек эскән 7-се си­ныф уҡыусыһы Камран Мирзаев, һигеҙенсе синыфтан Руслан Тушов, Алик Хиләжев, 9-сынан Азамат Солтанов был эштең серҙәренә тиҙ генә өйрәнә. Үҙҙәре төҙөгән һәм программа һалған робот менән Силәбелә үткән конкурста ҡатнашып, алтынсы урынды яулайҙар. Был уңыштары уларға Мәскәү ҡалаһында үткән “Робофест – 2012” Бөтә Рәсәй роботехника фестивалендә ҡатнашыу мөмкинлеген аса. Һәм улар тәүге ун команда исемлегенә инеп ҡайта.
Әлбиттә, роботтарҙың төҙөлөшө, улар­ҙың нимәнән торғанын һәм нисек хәрәкәткә килтерелгәнен һорамайынса булдыра алманым. Лицей-интернатҡа ингәс тә бер үҙенсәлекле өҫтәл һәм миңә бала саҡтан таныш “Лего” (“LEGO”) уйынсыҡтары һалынған бик ҙур булмаған һандыҡ күҙгә салынды. Уның эсе меңдән ашыу деталь менән тулған. ҡасандыр бала саҡта мин дә ике туған ағайымдан ҡалған ошондай уҡ үҙенсәлекле пластмасса киҫәктәрен бер-береһенә беркетеп, машина, самолет эшләп ултыра инем. Тик этеп уйнатып йөрөткән уйынсыҡты үҙйөрөшлө итеп эшләп булыуын күҙ алдыма ла килтермәнем.
Дүрт малай өҫтәлдең тирә-яғынан тороп, һандыҡтағы «Лего» киҫәктәрен бер-береһенә беркетте һәм, күп тә үтмәй, тәгәрмәсле, алдында ҡыҫып тота торған ҡулайламаһы булған робот барлыҡҡа килде. ҡыҙыҡһыныуымды күреп, был үҙенсәлекле машинаның төҫтәрҙе таный, үткән араны үлсәй торған сенсорлы датчиктан, хәрәкәткә килтереүсе моторҙарҙан һәм барлыҡ командаларҙы уйлап, деталдәргә тапшырыусы модулдән, икенсе төрлө әйткәндә, бәләкәй генә компьютерҙан торғанын һөйләп бирҙеләр. Тап улар роботты хәрәкәтләндереү өсөн яуаплы икән.
Робот тип атаған әйбер әҙер булһа ла, уның ысынлап та йөрөп, нимәлер эшләй алыуын да күрһәтергә кәрәк ине. Бының өсөн мәктәптә махсус өҫтәл эшләнгән. Ул роботтың тәгәрмәсе киңлегендәй борма-борма юлдарҙан, төрлө бейеклектәге тауҙарҙан тора. Ә уларҙың ҙурлығы, боролоштоң ниндәй алыҫлыҡта булыуы бәләкәй компьютерҙың программаһына һалынған. Шулай итеп, робот үҙенең хәрәкәтен башланы, тауҙарға менеп, үҙ юлынан ҡолап төшмәй өҫтәлдең икенсе яғына сығып китте. Унан ҡыҙыл төҫлө йомро цилиндрҙы табып, сенсоры ярҙамында төҫөн билдәләне лә, алдындағы ҡулайламаһы менән ҡыҫып тотоп, килгән юлынан кире сығып, өҫтәлдең ошо төҫлө предметтарҙы йыйыу өсөн билдәләнгән мөйөшөнә алып барҙы. Әгәр цилиндр икенсе, мәҫәлән, күк төҫтә булһа, уны робот икенсе мөйөшкә алып барып ултыртты. Был ваҡытта роботты йыйыусы уҡыусылар, үҙ хеҙмәттәре ниндәй һөҙөмтә күрһәтер икән тип, борсола-борсола күҙәтте. Бында улар роботҡа һалған программаның ни тиклем теүәл һәм уйлап эшләнгәне сағылды. Уҡыусылар әйтеүенсә, был роботтарҙың мөмкинлектәре бихисап, уларҙы бары тик уйлап сығарып, программаға һалырға ғына кәрәк.
Республика башҡорт лицей-интернатында уҡығандар кубик-рубикты ла йыйырға әүәҫ. Бында етенсе синыфҡа уҡырға килгән малай­ҙарға өлкән уҡыусылар был кубиктың төҫтәрен бергә йыйыу алымдарын өйрәтә. Был йылдан-йыл шулай дауам итә. Шулай итеп, етенсе синыфта уҡып йөрөгән Рузил Үмәрғәлиндың бер минуттан да әҙерәк ваҡыт эсендә кубик-рубикты йыйғанын һоҡланып күҙәттем. Ә робот эшләүселәр был арала үҙҙәре йыйған заман техникаһының икенсе һәләтен күрһәтергә әҙерләнде. Уны тиҙ арала икенсе формала йыйҙылар, был юлы уның компьютерына кубик-рубикты йыйыу өсөн программа һалдылар һәм ул тағы ла эшкә тотондо. Тәүҙә был үҙенсәлекле предметтың һәр яғын әйләндереп, сенсоры менән ҡарап сыҡты ла күҙ асып йомған арала, уҡыусы малайҙарға ҡарағанда ла тиҙерәк ваҡыт эсендә, уның төҫтәрен дөрөҫ итеп йыйып бирҙе. Быға, әлбиттә, һоҡланмау мөмкин түгел.
Балаларҙың робот менән ныҡ ҡыҙыҡһыныуын күреп, мәктәп етәкселеге был йүнәлешкә иғтибарҙы күп бүлә. Әлеге ваҡытта тағы ла яңы ун робот ҡайтарылыуын көтә улар. Әгәр тәүге роботты мәктәпкә ата-әсәләр бүләк итһә, ә был юлы яңыларын алыуға лицейҙы тамамлаусылар булдырған фонд аҡсалата ярҙам итә. Лицей директорының фәнни-методик эш буйынса урынбаҫары, физика уҡытыусыһы Әсҡәт Зарипов әйтеүенсә, киләсәктә яңы роботтарҙы информатика ғына түгел, ә физика дәресендә лә ҡулланыу күҙаллана. Улар менән мәсьәләләр сискән ваҡытта тормошсан миҫалдар ҙа күрһәтергә мөмкин бит. Мәҫәлән, уртаса тиҙлекте, файҙалы эшмәкәрлек коэффициентын (КПД) тиҙ арала иҫәпләп сығарып та була.
Республика башҡорт лицей-интернатының һәләтле уҡыусыларының киләсәктә яңы үрҙәр, конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа призлы урындар алыуында шик юҡ. Улар Башҡортостан мәктәптәре араһында әле танылмаған роботтарҙы программалау өлкәһен беренселәрҙән булып үҙләштерә башлаған һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән. Ләкин шуныһы үкенесле, лицей ремонтлауға мохтаж тип табылған һәм унда был эштәр оҙаҡҡа һуҙылып китеп, уҡытыу процесына ҡамасау тыуҙырған. Шулай ҙа уҡыусылар был ваҡыт эсендә үҙ эштәрен, яратҡан шөғөлдәрен ташламаҫ, тигән ышаныс бар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!