05.10.2010 Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең оҫталыҡ дәресе
Өфөнөң Конгресс-холында Рәсәй сәйәсәте мәктәбе ҡатнашлығында ойошторолған мастер-класс үтте. Презентацияла Волга буйы федераль округының йәш эшҡыуарҙары – Рәсәй Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы ағзалары һәм партнерҙары ҡатнашты.
Башҡортостан Бизнес-тренерҙары һәм консультанттары ассоциацияһы президенты Ғабдулла Хәмитов модератор булып сығыш яһаған мастер-класта бер нисә тема тикшерелде. Атап әйткәндә, эшҡыуарлыҡҡа бала саҡтан ыңғай ҡараш булдырыу тураһында һүҙ барҙы. Шулай уҡ инициативалы йәш эшҡыуарҙарҙы эҙләү һәм уларға артабан ярҙам итеүгә бәйле мәсьәләләр ҡаралды.