13.04.2012 СТУДЕНТТАР! БЫЛ АҠСА БУРЫСҠА ТҮГЕЛ!
Башҡортостан Хөкүмәте бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында яңы программаны раҫланы. Был программа буйынса юғары уҡыу йорттарының үҙ эшен асырға ниәтләгән студенттары һәм уҡыу учреждениеһын яңыраҡ тамамлағандар аҡса аласаҡ. Йәштәр өсөн билдәләнгән «старт-ап»ҡа 15 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Әйткәндәй, был сумманың өстән бер өлөшөн эш менән тәьмин итеү үҙәктәрендә теркәлгән йәштәр аласаҡ.
Субсидияны кем аласаҡ?
Йәш эшҡыуар 300 мең һумға тиклем субсидия алырға хоҡуҡлы. Әгәр ғаризаны берәй фирма тапшырһа, аҡса фирмалағы һәр йәш вәкилгә биреләсәк. Әммә бер фирмаға 900 мең һумдан да артыҡ аҡса теймәй.
Дәүләт ярҙамын алырға хоҡуғы булғандарҙың исемлеге:
− Шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән студенттар һәм уҡыу йорттарын яңыраҡ тамамлаусылар.
− Устав капиталының кәмендә яртыһы студент йәки уҡыу йортон яңыраҡ тамамлаған кешенең мөлкәте булған фирма.
− Йәшәйешебеҙгә төрлө асыштар, файҙалы моделдәр, компьютер программалары индергән, хеҙмәткәрҙәренең кәмендә яртыһы 30 йәшкә тиклемге йәштәр булған фирма.
Мөһим өҫтәмәләр:
− Студенттар һәм уҡыу учреждениеһын тамамлаусылар 30 йәштән дә олораҡ булмаҫҡа тейеш.
− Уҡыу йортон яңыраҡ тамамлаған булып диплом алыуынан ике йылдан да артыҡ ваҡыт үтмәгән йәштәр һанала.
− Фирма йәки шәхси предприятие бер йылдан да алда теркәлгән булырға тейеш түгел.
− Йәш бизнесмендар субсидия итеп һораған аҡсаның кәмендә 15 процентын үҙҙәре алдан уҡ компанияһы өсөн тотонған булырға тейеш. Мәҫәлән, 300 мең һум алырға теләүселәр үҙ кеҫәһенән 45 мең һум аҡса сығара.
Бөтә дәғүәселәр ҙә үҙ эшен асыусылар өсөн махсуслашҡан ҡыҫҡа курс үтәсәк. Был быға тиклем ошондай курс үткәндәр һәм юғары юридик йәки иҡтисади белеме булғандарға ғына ҡағылмай.
Аҡсаны нимәгә тотонорға?
Субсидияны хеҙмәткәрҙәреңә эш хаҡы түләү, документтарҙы тапшырғанға тиклем йыйылған һалым йәки башҡа бурыстарҙы ҡаплау, автомобиль йәки мотоцикл, торлаҡ һатып алыу, физик шәхестәрҙән нимә булһа ла алыу өсөн ҡулланыу тыйыла. Бынан тыш, офисты ҡуртымға алыу өсөн дә аҡсаның өстән бер өлөшөнән дә артығын тотоноп булмаясаҡ.
Кәрәкле документтар:
− Дәүләт комитеты талаптарына ярашлы төҙөлгән бизнес-план (уны интернетта табырға була).
− Сығымдарҙың схемаһы.
− Һатып алырға теләгән ҡорамалдарҙы һатыусы компаниялар менән төҙөлгән контракттарҙың проекты, иҫәптәре.
− Эшегеҙҙе асыу өсөн дәүләттән һораған сумманың кәмендә 15 процентын быға тиклем компания үҫешенә тотоноуығыҙҙы раҫлаусы документтар.
− Студент булыуығыҙҙы раҫлаған справка йәки дипломдың нотариуста раҫланған күсермәһе.
Әлегә документтар туплана башламаған, был эште апрель аҙағында әүҙемләштерергә ниәтләйҙәр.
Әлбиттә, бөтә төр хужалыҡ менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар ҙа субсидия ала алмаясаҡ. Өҫтөнлөктәр менән түбәндәге исемлеккә инеүселәр файҙалана:
− ауыл йәки урман хужалығы, һунар, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр;
− эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларын асыусылар;
− һыу йыйыу һәм таҙартыу буйынса эш асыусылар;
− төҙөлөштө һайлаусылар;
− автомобилдәр, мотоциклдарға техник ярҙам күрһәтеү, ремонтлаусылар;
− күмәртәләп тире һатыусылар;
− сувенирҙар менән ваҡлап сауҙа итеүселәр;
− ҡунаҡхана тармағын үҫтереүселәр;
− мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәт күрһәтеү тармағында яңы эш асыусылар;
− ҙур йөк машиналары менән эшләүселәр һ. б.