RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Балаларға хеҙмәт итәм»

13.04.2012 «Балаларға хеҙмәт итәм»

«Балаларға хеҙмәт итәм»
«Йыл уҡытыусыһы – 2012» исеменә Өфө ҡалаһынан Лимма Сержанина лайыҡ булды
Уҙған аҙнала республика уҡытыусылары Өфө ҡалаһында профессиональ оҫталыҡҡа көс һынашты.
Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән уҡытыусылар, баш ҡала мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр күрһәтеп, синыф сәғәттәре үткәреп, үҙҙәренең инновацион проекттарын яҡлап һәм башҡа конкурс һынауҙарында ҡатнашып, белемен, оҫталығын, һәләтен, үҙе генә белгән уңышлы уҡытыу алымдарын күрһәтте, йылдар бу­йы туплаған тәжрибәһен башҡалар ме­нән уртаҡлашты.
Конкурстың йомғаҡлау тантанаһы 10 апрелдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте. Уҡытыусыларға ҡарата иң йылы һүҙҙәр, оло хөрмәт тап тантаналы кисәлә әйтеләлер. Уҡытыусыларҙы тәбрикләргә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, мәғариф министры Әлфис Ғаязов килгәйне.
“Йыл уҡытыусыһы – 2012” республика конкурсында барлығы 123 уҡытыусы ҡатнашты, шул иҫәптән 38 рус теле һәм әҙәбиәте, 26 татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Еңеүселәр ҙә һәр төркөмдә айырым билдәләнде.
«Балаларға хеҙмәт итәм»
“Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында финалға Өфө ҡалаһынан ике уҡытыусы − Татьяна Шумулинская менән Әлфирә Бабикова, Дыуан районынан Любовь Меркурьева, Салауат ҡалаһынан Надежда Ситникова, Борай районынан Светлана Хажипова сыҡты. Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исеме Өфө ҡалаһының 56-сы урта мәктәбе уҡытыусыһы Әлфирә Бабиковаға бирелде.
Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары араһында Яңауыл районының ҡарман мәктәбенән Айгөл Мәрҙәнова еңеүсе исемен яуланы. Нефтекама ҡалаһынан Рузилә Нурова, Өфө ҡалаһынан Гүзәл ҡурамшина, Бүздәк райо­нынан Ирина Ергизова, Шишмә районынан Зилә ҡарасурина лауреат дипломына эйә булды.
Учалы районынан информатика уҡытыусыһы Елена Абдуллина, Әлшәй районынан М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан биология һәм химия уҡытыусыһы Римма Третьякова, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан физика уҡытыусыһы Людмила Финагина, Мәләүез ҡалаһынан инглиз теле уҡытыу­сыһы Олеся Чернышова, Өфө ҡалаһынан башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Лимма Сержа­нина − “Йыл уҡытыусыһы – 2012” республика конкурсының финалистары.
Конкурстың абсолют еңеүсеһен иғлан итеү өсөн сәхнәгә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов күтәрелә.
– Бөгөнгө тантана уҡы­тыусылар­ҙың байрамы ғына түгел, ә дөйөм халыҡ байрамы, – тине ул, уҡытыусыларҙы тәбрикләп. – Балалар баҡсаһынан башлап юғары уҡыу йорттарына тиклем мәғариф системаһында миллиондан ашыу кеше уҡый һәм эшләй. Һәр ғаиләлә тиерлек уҡытыусылар менән бәйләнеш бар. Респуб­ликабыҙҙа мәғарифты тейешле кимәлгә күтәреү өсөн бик күп эш башҡарыла. Бөгөнгө профессиональ конкурстар ҙа быға булышлыҡ итә. Былтыр уҡытыусыларҙың эш хаҡын иҡтисад тармағында эшләүселәрҙең эш хаҡына тигеҙләштереү тигән ҙур маҡсат алға ҡуйылды һәм һөҙөмтәләр ҙә бар. Артабан да был йүнәлештә эште дауам итеү өсөн бар көстө һаласаҡбыҙ. Конкурсҡа килгәндә, юҡҡа ғына ул тәбиғәттең ошо матур мәлендә ойошторолмай. Яңы тормошҡа нигеҙ һалына, беҙҙең уҡытыусылар ҙа тап шуның менән шөғөлләнә. Улар бәләкәй генә балаларҙан оло кешеләр тәрбиәләй.
Бына, ниһайәт, еңеүсе исемен һаҡлаған конверт асыла... Шулай итеп, “Йыл уҡытыусыһы” тигән оло исемгә Өфө ҡалаһы Совет районының 107-се лицейының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Лимма Сержанина лайыҡ тип табылды.
Уның педагогик стажы 11 йыл. Һөнәр һайлауҙа үҙенең тәүге уҡытыусыһының роле ҙур булыуын билдәләй ул. “Башланғыс синыф уҡыусылары менән эшләүҙең үҙ нескәлектәре бар. Уҡытыусының иң тәүге бурысы – беренсе тапҡыр мәктәпкә килгән уҡыусы менән яҡындан танышыу, уның холоҡ-ғәҙәттәрен, һәләтен өйрәнеү. Шунан һуң ғына уҡыусы менән уҡытыусының берҙәм эше башлана”, – ти еңеүсе, уҡытыусының балалар психологияһын яҡшы белергә тейешлегенә баҫым яһап. Үҙенең “йондоҙло” телмәрендә ул, конкурстың уҡытыусылар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп:
– Был сәхнәлә баҫып тороу – үҙе үк оло мәртәбә. Барығыҙҙы ла уҡытыусыларҙы ололау байрамы менән ҡайнар ҡотлайым. Бөгөн бында республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән иң көслө, иң һәләтле уҡытыусылар йыйылған. Улар барыһы ла еңеүгә лайыҡ, – тине.
Үҙенең ялҡынлы телмәрен, хәрбиҙәрҙең “Ватанға хеҙмәт итәм!” тигән һүҙҙәрен үҙгәртеп: “Балаларға хеҙмәт итәм!” − тип тамамланы.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!