05.10.2010 Үҙ эшенең оҫтаһы
Илүзә Вайсиева һәр уҡыусыһын үҙ балаһы кеүек яҡын күрә
“Уҡытыусы” һүҙен ишеткән һайын, һәр бер кешенең күҙ алдына мөләйем йөҙлө, йомшаҡ күңелле, сабыр апай килеп баҫа. Ул һиңә ҙур тормош менән танышырға һәм донъяның ағын-ҡараһын айырырға ярҙам итә. Бына шундай кешеләрҙең береһе – Илеш районының Гремучий Ключ төп мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, I категориялы педагог Илүзә Бирғәле ҡыҙы Вайсиева.
Матур тәбиғәтле Бөрйән районының Яуымбай ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә ул. Атайҙары Бирғәле ағай егәрле, булдыҡлы, талапсан булһа, әсәләре тыйнаҡ, эшһөйәр булыуы менән айырылып тора.
Илүзә өлкәндәрҙе айырыуса зиһенле булыуы менән һөйөндөрә. Беренсе класҡа уҡырға ингәс тә, уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ була.
Бына ул Белорет педучилищеһы студенты. Татлы хыял булып төштәренә ингән уҡытыусы һөнәре нескәлектәрен үҙләштерә. Тырыш, сәмле ҡыҙ бында ла үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтә.
Студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтә. Дипломлы йәш белгесте 1986 йылда юллама менән Илеш районының Гремучий Ключ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә башланғыс класс уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. Илүзә Бирғәле ҡыҙына ҙур һәм яуаплы бурыс йөкмәтелә. Бәләкәстәрҙе аң-белемле итеү өсөн ни тиклем тырышлыҡ, түҙемлек талап ителеүен уҡытыусы үҙе генә белә. Төрлө ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, мең төрлө һорау менән уҡытыусының күҙҙәренә баҡҡан балаларҙы бер фекер йүнәлешенә ҡуйып, дуҫлыҡ, туғанлыҡ ҡиммәттәрен аңлатып, хеҙмәткә һөйөү, белемгә ынтылыш тәрбиәләй.
Илүзә Вайсиева ихласлығы, балаларҙы яратыуы, оло йөрәкле булыуы, гүзәллекте һәр уҡыусының күңеленә еткерә алыу оҫталығы һәм үҙ һөнәренә ғашиҡ булыуы менән уҡыусыларының күңелен бик тиҙ яулап ала.
Бына 24 йыл буйына ошо хеҙмәткә тоғро булып ҡала Илүзә Бирғәле ҡыҙы. Уҡыусыларға ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс дәрестәр бирә, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә. Уны коллективы ла, уҡыусылары ла ихтирам итә, ярата.
Инде әллә нисә тапҡыр уҡыусыларын өлкән класҡа оҙатһа ла, ул һаман да быға өйрәнә алмай: “Йөрәгемдән айырып сығарып ебәрәм ҡошсоҡтарҙы… Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңларға өйрәнгәс кенә улар менән хушлашырға тура килә. Әле ошоно иҫләү генә лә ҡыйын – һәр уҡыусым минең өсөн ҡәҙерле, үҙ балам кеүек яҡын…” – ти Илүзә Бирғәле ҡыҙы.
Ул уҡытҡан уҡыусыларҙың күбеһе юғары уҡыу йорттарын тамамлап, үҙҙәре һөнәр эйәләре булған. Бигерәк тә яратҡан уҡытыусыларының һөнәрен һайлауҙары ҙур ҡыуаныс.
Оҫта уҡытыусы дәрес үткәреү менән генә сикләнмәй, уҡыусылары менән төрлө тәрбиәүи саралар ҙа ойоштора. Районда уҙған төрлө конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, муниципаль район хакимиәте ойошторған “Башланғыс кластар йыл уҡытыусыһы – 2009” район конкурсында ҡатнашып, финалға сыға һәм муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһына лайыҡ була.
Ғаиләһендә Илүзә Вайсиева – хәстәрлекле әсәй, һөйөклө ҡатын, уңған хужабикә. Тормош иптәше Венер менән өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Донъялары етеш, күп итеп ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар, баҡса тултырып еләк-емеш үҫтерәләр.
Лира ГӘРӘЕВА.
Илеш районы.