06.04.2012 Республиканың иң яҡшы уҡытыусыһы билдәләнәсәк
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2012» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалыу менән «Йыл уҡытыусыһы – 2012» республика конурсы старт алды. Быйыл ул 22-се тапҡыр уҙғарыла.
Мәртәбәле ярышта барлығы 59 уҡытыусы ҡатнаша. Улар араһында хеҙмәт стажы биш йылға ла тулмаған йәш уҡытыусылар ҙа, мәктәптә 30 йылдан ашыу эшләүсе тәжрибәле мөғәллимдәр ҙә бар. Конкурсанттарҙың дөйөм педагогик стажы − 940 йыл. Конкурс барышында шулай уҡ иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла билдәләнәсәк.
Конкурсты асыу тантанаһы Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында үтте.
Алда конкурсанттарҙы ике турҙан торған көсөргәнешле һынау көтә. Тәүге турҙа улар педагогик проекттарын яҡлаясаҡ, асыҡ дәрестәр һәм класс сәғәттәре үткәрәсәк. Иң юғары балл йыйған 15 уҡытыусы икенсе турға үтәсәк. Улар өсөн оҫталыҡ дәресе, публика алдында сығыш яһау һәм асыҡ әңгәмә-бәхәстә ҡатнашыу кеүек һынауҙар ҡаралған. Конкурсҡа 10 апрелдә йомғаҡ яһаласаҡ.