RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Берҙәм дәүләт имтиханына әҙербеҙме?

16.03.2012 Берҙәм дәүләт имтиханына әҙербеҙме?

Сығарылыш синыф уҡыусылары, ата-әсәләр берҙәм дәүләт имтихандары хаҡында ни уйлай? Улар был етди һынауға әҙерме?
Гүзәл ЮНЫСБАЕВА, Ейәнсура райо­ны:
– ҡыҙыбыҙ быйыл 11-се синыфты тамамлай. Рус теле һәм математиканан тыш, БДИ тапшырыу өсөн инглиз теле менән йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайланы. Мәктәптәрендә рус теле һәм математика буйынса махсус курс ойошторола. Инглиз теле буйынса репетиторға ла йөрөй. Өйҙә лә китаптар буйынса, интернет аша үҙ аллы әҙерләнә. Унда имтихандан бер генә ҡурҡыу ҙа юҡ, үҙ көсөнә, белеменә ышана. Беҙ, ата-әсәһе, уға ҡарағанда нығыраҡ борсолабыҙ шикелле. Институтҡа барып, йәнә имтихан тапшырып йөрөгәнсе, БДИ һәйбәтерәк, ти ул. Бер яҡтан, ул хаҡлы ла кеүек, вузға барып, таныш булмаған мөхиттә, өҫтәүенә, олпат-олпат профессорҙар алдында һынау тотоуға ҡарағанда, башҡа мәктәптә булһа ла, үҙенең тиҫтерҙәре менән имтихан тапшырыуы еңелерәктер ҙә. Миңә, әсәй кешегә, БДИ булмаһа, күңел тынысыраҡ булыр ине. Үҙебеҙ, элекке тәртип буйынса сығарылыш дәүләт имтиханы тапшырған кешеләр, әлбиттә, шундай фекерҙәбеҙ.

Менәүерә Әбделхәй ҡыҙы Мәхмү­това, математика уҡытыусыһы, Өфө ҡалаһы:
– Берҙәм дәүләт имтиханы хәҙер традицияға инде тип әйтә алабыҙ. Мин үҙем генә уҡыусыларымды дүрт мәртәбә берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнем. Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә хәҙер өйрәнде. Уҡыусыларға килгәндә, улар­ҙың ышанысы артты. Шулай ҙа ваҡыты килеп етә башлағас, имтихандан бер аҙ ҡурҡа башлайҙар. Әлбиттә, эҙмә-эҙлекле рәүештә әҙерләнеп, даими уҡып барған уҡыусы өсөн БДИ-ның бер ҡурҡынысы ла юҡ. Үҙенең белеменә генә таянып, ул барыбер имтиханды тапшырып, уртаса ғына түгел, хатта юғарыраҡ та балл йыя ала. Быны үҙемдең уҡыусыларымдан сығып әйтә алам, һынауҙы барыһы ла үтте, имтихан бирә алмаған кеше булманы.
Шуны әйтергә кәрәк, йылдан-йыл математиканан БДИ һорауҙары ҡатмарлаша бара. Мәсьәләләр араһында ябай мәктәп уҡыусыһы эшләй алмаҫтайҙары ла килеп сыға. Йәнә шуныһы борсоуға һала: рус теле менән математиканан БДИ тапшыра алмаған уҡыусы аттестат ала алмай, ә элек уҡыусы БДИ-ны бирә аламы-юҡмы – барыбер аттестат бирелә ине.

Илнур ЗАҺИТОВ, 11-се синыф уҡыу­сыһы, Сибай ҡалаһы:
– Имтихандар яҡынлашҡан һайын борсолоуҙар арта бара. Бигерәк тә, телевидение аша юҡ-бар хәбәр ишетеп, гәзит-журналдарҙан БДИ-ны бер ҡот осҡос фажиғә итеп һүрәтләүҙәрен уҡый башлаһаң, ысынлап та, бөгөндән ят та үл инде. Мин Мәскәүгә йәиһә Питерға уҡырға инергә теләйем, шунлыҡтан БДИ һөҙөмтәләренә генә ышанам. БДИ-ны һатып та алалар икән, телефон аша ла ярҙам итеп була, тигән төрлө һүҙҙәр йөрөй. Белмәйем, үҙем БДИ тапшырып ҡарамағас, әлегә бер нәмә лә әйтә алмайым.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!