RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уҡытыусының эш хаҡын төбәктәр үҙҙәре билдәләйӘсӘК

17.02.2012 Уҡытыусының эш хаҡын төбәктәр үҙҙәре билдәләйӘсӘК

Бер нисә көн элек Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин ҡурғанда дө­йөм белем биреү төбәк системаларын яңыртыу проектын бойомға ашырыу буйынса видеоселектор кәңӘшмәһе үт­кәргәйне. Был сарала Баш­ҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Кәңәшмәлә Рәсәй мәктәбен яңыртыу перспективалары, уның матди-техник базаһын нығытыу, конкуренцияға һә­ләт­лелеген күтәреү мәсьәләләре ҡаралды, әлбиттә, уҡытыусыларҙың эш хаҡы менән уҡытыуҙың сифатын күтәреү темаһы ла ситтә ҡалманы.
«Бөгөнгө иҡтисади үҫеш осоронда конкуренцияға һә­ләтте үҫтереү күҙлегенән сығып ҡарағанда, белем биреүҙең әһәмиәте төп өҫтөнлөк булып тора, − тине Владимир Путин. − Әлбиттә, бөтә мәғариф системаһына талаптар арта төшә. Мәктәпте яңыртып, заманса ҡарашты, уҡытыу технологияларын үҙләштергәндә беҙ Рәсәй мәғарифының барлыҡ өҫтөнлөктәрен, ватан мәктәбе ҡаҙаныштарын, уның нигеҙен тулыһынса һаҡларға тейешбеҙ».
Шулай уҡ уҡыусыларҙың ата-әсәһенән финанс ярҙамы талап итеү практикаһын бөтөрөү кәрәклегенә лә иғтибар йүнәлтелде. Владимир Путин белдереүенсә, дәүләт мәғариф учреждениеларын тулы күләмдә финанслауҙы дауам итә, бушлай белем алыу хоҡуғы беҙҙең Конституцияла нығытылған, уны берәү ҙә юҡҡа сығарырға йыйынмай.
Уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыуға килгәндә, ошо маҡсатта тәғәйенләнгән аҡсаны тотоноу хаҡында ҡарар ҡабул итеү вәкәләте төбәктәргә бирелгән. Әйткәндәй, ағымдағы йылда Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә еткереү мәсьәләһе хәл ителергә тейеш.
Владимир Путин етәкселегендәге делегация ҡаланың ябай бер мәктәбенә лә инеп сыҡты. Хөкүмәт Рәйесе балаларға дәрестәрҙе саманан тыш ҡуйыу менән килешмәй. Был балаға ял итергә лә, спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт ҡалдырмай, тигән фекерҙә ул. Теге йәки был предметты уҡытыуҙы арттырыу алдынан мәктәп программаһын йәмәғәтселек һәм эксперттар хөкөмөнә сығарырға кәрәк. Бер уҡытыу­сының рус телен етенсе класта – биш сәғәт, 10 − 11-се кластар­ҙа бер генә сәғәт уҡытылыуына бәйле биргән һорауына һәм программаға үҙгәрештәр индереү зарурлығы барлығын әйтеүенә ошондай булды Путиндың яуабы. Өҫтәп, өлкән кластарҙа рус теле бер сәғәт уҡытылыуы, ысынлап та, әҙерәк, тине РФ Хөкүмәте башлығы.

А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!