RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Улар – илебеҙҙең киләсәге

17.02.2012 Улар – илебеҙҙең киләсәге

Һәләтле йәштәргә Президент гранттары тапшырылды
Улар – илебеҙҙең киләсәге
Өфө ҡалаһында «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә йәштәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Конгресс-холл бинаһында һәр яҡлап талантлы йәштәр йыйылғайны. Кемдер яҡшы уҡый – быны ул уҡыусылар араһында үткән олимпиадала иҫбатлаған. Берәүҙәр иһә оҫта бейеүсе, һандуғастар көнләшерлек моңло тауышлы йырсы, йә булмаһа, елдәр ҡыуып етә алмаҫлыҡ етеҙ спортсы… ҡыҫҡаһы, республикабыҙҙың иң алдынғы, иң матур һәм иң лайыҡлы йәштәре.
БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов, бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп, Президент гранттарының 2006 йылдан башлап тапшырылыуын, ошо ваҡыт арауығында республиканан 750-нән ашыу кешенең уға лайыҡ булыуын билдәләп үтте. Быйыл тағы ла 135 йәш кеше үҙенең талантының лайыҡлы баһаһын алды. Улар – халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика күләмендә уҡыусылар араһында ойошторолған олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында призлы урын­дар­ға лайыҡ булыусылар.
– Тап һеҙгә дәүләтебеҙҙең киләсәген төҙөргә, тарихын яҙыр­ға, изге ғәмәлдәр ҡылырға, ижад итергә тура киләсәк. Һеҙ – беҙҙең өмөтөбөҙ һәм ышанысыбыҙ, – тип, мәғариф министры тантана сәбәпселәренә яңынан-яңы уңыштар юлдаш булыуын теләне.
БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Рус­лан Ғиззә­туллин, йәштәргә дипломдар тапшырып, өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмауҙарын, бөгөнгө ыңғай көстө юғалтмауҙарын һәм ижад итеүҙән туҡтамауҙарын теләне.
Бүләкләнеүселәр араһында Өфө дәүләт сәнғәт училищеһы студенткаһы Эльвира Диярова, Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ләйсән Зәйнет­динова, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Айназ Низаметдинов, Миәкә районының Оло Кәркәле ауылы мәктәбе уҡыусыһы Илгиз Исхаҡовтар ҙа бар. Илгиз − уҡыусылар­ҙың ОБЖ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһе.
– Олимпиада Иркутск ҡалаһында үтте. Был минең тәүге ҙур еңеүем, бик шатмын. Быға тиклем республика олимпиадаларында ҡатнашҡаным һәм призлы урындарға лайыҡ булғаным бар ине, − ти тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшеүсе егет.
Эльвира, Ләйсән һәм Айназ – өсәүһе лә сәнғәт менән дуҫ. Эльвира матур йырлай. 2010 йылда, әле мәктәп уҡыусыһы булған ваҡытта уҡ «Яҙғы тамсылар» республика конкурсында гран-приға лайыҡ була. Ләйсән 2011 йылда Бөтә Рәсәй ҡумыҙсылар конкурсында еңеү яулай. Айназ – барыбыҙ яратып ҡараған «Байыҡ» балалар бейеү конкурсының еңеүсеһе. 2011 йылда гран-приға лайыҡ була.
Бына шулай, кемеһен генә алма, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ҙур-ҙур конкурстарҙа еңеү яулап, үҙен республикабыҙға ғына түгел, тотош илгә танытып өлгөргән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!